Ҡартаябыҙ бит!09.01.2018
“Киләһе ун йылда Рәсәйҙә пенсионерҙар сафының арта барыуы көтөлә. 2025 йылға өлкән йәштәгеләр илдәге халыҡтың 27 процентын тәшкил итәсәк. Ә 2035 йылға улар эшләп йөрөгәндәрҙән күберәк буласаҡ”. Шулай тине сираттағы конференцияла Рәсәй хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Алексей Вовченко.
Эксперттар белдереүенсә, һис шөбһәләнергә ярамай, был бөтә донъяла күҙәтелгән хәл. Өлкән быуындың хеҙмәтте яратыуын, тәжрибәһен һәм йәштәргә ҡарағанда емешлерәк эшләүе менән аңлата улар бының сәбәбен. Бер ҡараһаң, ысынлап та, шулай кеүек. Йәш ғаиләләрҙең күп көсөн донъя мәшәҡәттәренә, балалар үҫтереүгә йүнәлтеүе һәр кемгә мәғлүм. Икенсенән, һәр кемгә үҙ һөнәре буйынса тәжрибә туплағансы шаҡтай ғына ваҡыт үтә. Ә өлкәндәр иһә барлыҡ бурыстарын башҡарып, тыныс йәшәүгә һәм эшләүгә күсә.
Вовченко белдереүенсә, халыҡтың ҡартайыуы дәүләтте һәм йәмғиәтте 60 йәштәгеләр, унан өлкәндәргә мөнәсәбәтте ҡайтанан ҡарарға мәжбүр итә. Киләсәктә был ҡатламдың талап ителеүен йәмғиәт нисек ҡабул итергә тейеш? Бөгөн үк дәүләт был һорауға яуап бирергә бурыслы.
Әйткәндәй, өлкән йәштәгеләрҙең арта барыуы киләсәктә уларҙы социаль яҡлау, медицина хеҙмәтләндереүе йәһәтенән дә сетерекле һорауҙар тыуҙыра. Быйыл ил Президенты Владимир Путин ошо юҫыҡта стратегик план әҙерләүҙе йөкмәткәйне.
Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһы проректоры Александр Сафоновтың һүҙҙәренә ҡарағанда, өлкән йәштәгеләр иҡтисади йәһәттән дә дәүләткә ҙур файҙа килтерә. Ул шулай уҡ Англияның өлкәндәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау йәмғиәтенең тикшеренеү һөҙөмтәләрен өйрәнгән. Бында дәүләт хаҡлы ялдағыларҙы социаль яҡлауға сығымды улар килтергән файҙаға ҡарағанда аҙыраҡ бүлә. Айырма – 44 миллиард фунт стерлинг. Һүҙ 65 йәштән өлкәндәр хаҡында бара. Ә 44 миллиард – уларҙың ҡулланыу ихтыяжынан кергән килем, түләгән һалым... “Күҙаллауҙар буйынса, 2030 йылға өлкән йәштәге инглиздәр һаны күбәйәсәк, улар менән бергә 70 миллиард фунт стерлинг самаһына профицит артасаҡ”, – тип һүҙен дауам итә эксперт.
Ә Рәсәйҙә нисек? Бөгөн беҙҙә 43,2 миллион тирәһе өлкән кеше йәшәй. Әммә уларҙың 12 миллионы эшләүен дауам итә. Хатта СССР-ҙа бындай уҡ күрһәткес булмаған.
Улар ниндәй һөҙөмтә күрһәтәме? Яҡынса 12 триллион һум ҡулланыу ихтыяжы. Һәм был 10 миллион тирәһе эш урыны менән тәьмин итә. Әйткәндәй, ҡарттар башлыса үҙебеҙҙә етештерелгән продукцияға өҫтөнлөк бирә.
Рәсәйҙәге хеҙмәт баҙарына килгәндә, бында бөтәһе лә һәйбәт түгел. Биш йыл элек Хеҙмәт кодексына йәшкә ҡарап сикләүгә төҙәтмә индерелһә лә, ул документта ғына йәшәй.
“Эре агентлыҡтар документтары отчеттарынан күренеүенсә, 45 йәште үткәндәр эшкә урынлашҡанда кире ҡараш менән осраша. Эш тәҡдим итеүселәрҙең 81 проценты үҙҙәренә өлкәндәрҙе алыуға ҡырҡа ҡаршы булыуын йәшермәй. Ә “Суперджоб.ру”, “Хедхантер.ру” кеүек ҙур платформалар аша 45 йәштән үткәндәрҙең ни бары өс проценты ғына эшкә урынлаша алған”, – ти Александр Сафонов.
Белгестәр, был юҫыҡта етәкселәргә өлкәндәрҙең дә предприятиеларҙа ҙур файҙа килтерә алыуын аңлатыу юҫығында эш алып барырға кәрәк, ти. Беренсенән, уларҙың йылдар буйына тупланған тәжрибәһе бар, хаталарға юл ҡуймайҙар. Тикшереүҙәр 29 йәшкә тиклемгеләрҙең хеҙмәткә һәләтлелеге 55 – 60 йәштәгеләрҙекенән түбәнерәк булыуын асыҡлаған.