Спортҡа һөйөү балалар күңеленә бәләкәйҙән һалына. Күптән түгел Өфө районының Булгаков ауылында үҙенсәлекле спорт ярыштары үтте. Ә инде унда кескәйҙәр менән бергә әсәйҙәрҙең ҡатнашыуы байрамға йәм өҫтәне. Сараның маҡсаты – үҫеп килгән быуында спортҡа һөйөү уятыу, балаларҙы физик яҡтан сыныҡтырыу. Байрамса биҙәлгән спорт-физкультура майҙанында кескәйҙәр командаларға бүленде. Балалар ҡулға-ҡул тотоношоп, парадта үтте, командалар бер-береһен сәләмләне. Аҙаҡ сәмле ярыш башланды. Был көндә улар ҡурсаҡ ултыртылған колясканы йөрөтөп, үҙҙәрен ағай-апай кеүек хис итте, тупты алыҫҡа ырғытып көс һынашты, һүҙҙәр төҙөп зирәклеген күрһәтте. Кескәй спортсыларҙың һәр береһенең беренсе булғыһы килде. Көйәрмән ата-әсәләр балаларҙы дәртләндереп торҙо. Ярыш араһында балаларҙың музыкаль сығыштары байрамға йәм өҫтәне. Гимнастик күнекмәләр һәм заманса дәртле бейеүҙәр күңелдәргә бигерәк тә хуш килде.
Эстафетала ярыш көсөргәнешле барһа ла, майҙанда дуҫлыҡ, байрам кәйефе һиҙелде. Әсәйҙәр тик кенә ултырманы, кескәйҙәр менән бергә йүгерҙе, һикерҙе, йырланы, бейене. Ярышта дуҫлыҡ еңде!
Балалар баҡсаһы мөдире Юлия Монастырева әйтеүенсә, ярышҡа балалар ентекле әҙерләнгән. Әйткәндәй, бында, спорттың тормошта әһәмиәте ҙур булыуын күҙ уңында тотоп, бәләкәстәрҙе спортҡа, физкультураға әүҙем йәлеп итәләр.
Ярыш күмәк йыр менән тамамланды. Бәйгелә ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырылды.