Халыҡ хәтерендә йәшәй09.01.2018
Ул үҙен Сибайҙа ғына түгел, Башҡортостанда ла, күрше өлкәләрҙә лә ғәжәйеп талантлы шәхес итеп танытҡан. Заманында Йомабай Иҫәнбаев, Ишмулла Дилмөхәмәтов иҫтәлегенә арналған ҡурайсылар, сәсәндәр бәйгеһендә төрлө музыка ҡоралдарында уйнап мәртәбәле исемгә лайыҡ булған. Француздарға, немецтарға Сибай ҡалаһында шундай үҙенсәлекле “маэстро” барлығын, милләтебеҙҙең уникаль халыҡ икәнен күрһәтеп ҡайтыусы ла ул. Заманабыҙҙың арҙаҡлы уҙаманы тураһында республика матбуғатында билдәле яҙыусылар, журналистар ҙа байтаҡ очерк-мәҡәлә, хәтирәләр яҙған. “Сибайҙың 100 шәхесе” проектында ла уның исеме урын алыр, тип уйлайым. Һүҙем – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсән, бейеүсе, скрипкасы Абрар Арғынбаев тураһында.
Яңыраҡ Сибай институтының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова оло шәхестең хәтер кисәһен ойошторҙо. Уны башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Сәмерханова менән йәнле итеп алып та барҙылар. Абрар Солтангәрәй улының ҡатыны, 80 йәшлек Хәҙисә инәй ҙә кисә ойоштороуға ҙур өлөш индергән.
Сараға Абрар Арғынбаевтың туғандары, класташтары, дуҫтары килде. Тәүҙә институт директоры урынбаҫары Семен Чернов ҡунаҡтарға экскурсия ойошторҙо. Уҡыу йорто музейында шәхескә бағышланған, музыка ҡоралдарын, уның эшмәкәрлеге, ғаиләһе тураһындағы мәғлүмәттәрҙе ҡомартҡы итеп һаҡлаған махсус мөйөш бар.
Семен Николаевич Абрар Арғынбаев тураһында йылы һүҙҙәр әйтте. Сибай башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ирек Бикмәтов, Хәҙисә Исмәғил ҡыҙын 80 йәше менән тәбрикләп, бүләк тапшырҙы. Кисәне алып барған журналист Рәүилә Сәфәрғәли ҡыҙы Сибай телестудияһында төшөрөлгән Абрар Арғынбаев тураһындағы тапшырыуҙар циклынан өҙөк күрһәтте. Институттың “Сармат”, “Ете ырыу” ансамблдәренең дәртле бейеүҙәре, Йәштәр үҙәгенең “Йәнгүҙәй” фольклор ансамбленән дәртле инәй-олатайҙарҙың сығышы күңелдәрҙе елкендереп ебәрҙе.
Башҡорт дәүләт университетында уҡыған сағымда профессор Ишбулатов, минең Баймаҡ районының Байыш ауылынан икәнлегемде белгәс, һин бит үҙенсәлекле төйәктән, һеҙҙең ерлек Йыһан менән бәйле, тигәйне. Ә мин йәшлегем менән артыҡ әһәмиәт бирмәнем. Йылдар үтеү менән был һүҙҙәр кинәт иҫкә төштө. Беҙҙең ерлектә тыуып үҫкән таланттарҙы барлайым да, профессорыбыҙ дөрөҫ әйткән, тип ҡуям.
Ысынлап та, үҙенсәлекле, талантлы шәхестәр сыҡҡан тыуған еремдән. Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән төбәктең һауаһын һулап, һыуын эсеп, әүлиә йөрөгән һуҡмаҡтарҙан үтеп, тауҙар ҡыҙырып үҫтек. Бының менән ғорурланабыҙ. Уникаль моңло тауышлы халыҡ йырсыһы Рамаҙан Йәнбәков, оҫта ҡурайсы Ташбулат Дәүләтшин, үткер һүҙле яҙыусы Буранбай Исҡужин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, бейеүсе Фәйзулла Ғөбәйҙуллин – ошо исемлектә. Һуңғы йылдарҙа республика матбуғаты биттәрендә Дәүләкән ерендә төпләнгән ауылдашыбыҙ Миңзәлә Хәлилова-Байышева үҙенең моңло шиғриәте менән таң ҡалдыра, мәктәп, ауылдың бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәренә ҡарамай, китаптар сығара. Ауылыбыҙҙың утын һүндермәй уға ҡот-йәм биреп йәшәгән егәрле, дәртле, ихлас ауылдаштарым һуң?!
Ошо бәрәкәтле ергә Абрар олатайҙың ата-бабаһы Килмәк Шырмайҙан (Ғәҙелбай) Урғаҙа йылғаһы буйына йәйләүгә күсеп ултырған. Байыш менән Манһыр араһында килмәктәрҙең тирмә ҡороп ултырған урыны бар, ул Килмәк мороно тип атала. Килмәктең Арғынбай, Дауытбай исемле улдары тыуған.
Абрар Солтангәрәй улы Байыш ауылында 1929 йылдың 15 июлендә донъяға килгән. Атаһы Солтангәрәй Хәнйән улы (1888 йылғы) үҙ тырышлығы менән Орск ҡалаһында белем алып, тыуған яҡтарына ҡайтҡан. Тәүҙә Юлыҡ ауылында балалар уҡытҡан. Күп тә үтмәй, Байыш ауылында мәктәп асҡан. Ә әсәһе Хәлимә моңло, көслө тауышлы йырсы булған. Абрарҙың ағалары Икрам — скрипкала, Ғилметдин — тальянда, Ғилметдин дә төрлө музыка ҡоралдарында уйнай белгән.
Бәләкәй сағымда Абрар олатайҙы ауылыбыҙҙа күргәнем булды. Һеңлеһе Гөлшат инәйҙәргә килер ине. Кейәүе Солтанәхмәткә оҡшағас, уның туғанылыр тип уйлай инем. Бына аныҡ ҡына хәтерләмәйем, тәүге тапҡыр 1982 йылда ауылыбыҙҙа уҙғарылған “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамында сәхнәлә сығышын күрҙем шикелле. Дәртле генә, ҡупшы кейенгән, шаян, асыҡ йөҙлө олатай булып иҫтә ҡалған ул.
Абрар Солтангәрәй улы — техник белемле белгес, майор дәрәжәһенә эйә булған хәрби ҙә. Оҙаҡ йылдар Сибай баҡыр-көкөрт комбинатында мастер, конструктор, механик булып эшләй. Төрлө проекттар, яңы ҡулланмалар уйлап таба, эштәре Мәскәүҙә ВДНХ-лағы конкурстарҙа ҡатнаша. Ул “Иң яҡшы уйлап табыусы” исеменә лайыҡ була.
Комбинаттың ҡатмарлы, мең мәшәҡәтле эше менән йәнәшә ҡаланың сәнғәт, мәҙәниәт тормошонда ҡайнап йәшәй ул. Ҡаланың 5-се мәктәбенең шул ваҡыттағы директоры С.Н. Черновтың һорауы буйынса ун йыл музыка түңәрәге алып бара. Ҡурайҙа, мандолинала уйнарға өйрәтә, халыҡ көйҙәре серҙәренә төшөндөрә. Шул осорҙа Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы булған Зиннур Йәрмөхәмәтовты иҫкә алып үтеү ҙә фарыз. Халҡы өсөн янған етәксе һәр башланғыстың уртаһында ҡайнай, ҡалала уҙғарылған һәр сарала әүҙем ҡатнаша, ҡаланың бер төркөм сәнғәт оҫталары өсөн күрше өлкәләргә сәфәр ойоштороп, милли ҡоралдарҙа уйнау буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткәреүгә булышлыҡ итә.
Абрар Арғынбаевтың тормошонда һәм мәҙәниәт эшмәкәрлегендә һәр ваҡыт ҡатыны Хәҙисә терәк, моңдаш, фекерҙәш булып йәшәй. Сибайҙа үткәрелгән һәр төрлө байрамдарҙа үҙ тирмәһен ҡороп, һәр байрамға йәм бирәләр: ҡул эштәре, ҡаралты-маҙарҙары, аш-һыуҙары менән йәнләндерәләр. Йәш быуынға шундай өлгө күрһәтеп, һәр эште матур итеп ойоштороп, иңгә-иң терәшеп күркәм ғүмер итәләр.
Әлеге хәтер кисәһендә: “Абрар менән бәхетле ғүмер юлы үттем. Балаларға яҡшы терәк, ярҙамсыл атай булды. Уның оло йөрәкле, ихлас кеше булыуы һәр эшендә сағылды”, – тине ҡатыны Хәҙисә инәй.
Хәтер кисәһендә Абрар олатайҙың яҡындарына Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, мәғариф отличнигы Әлнисә Алдырханованың сәсән Абрар Арғынбаев тураһында “Маһирлыҡта юҡтыр тиңдәре” тигән китабы бүләккә таратылды.
Был йыйынтыҡҡа билдәле әҙиптәребеҙ Ҡәҙим Аралбай, Рәшит Шәкүр, Аҫылғужа Баһуманов, Буранбай Исҡужин һәм башҡа күренекле ҡәләм оҫталарының, журналистарҙың, сәнғәт эшмәкәрҙәренең төрлө йылдарҙа матбуғат биттәрендә баҫылып сыҡҡан очерк-мәҡәләләре индерелгән. Шулай уҡ ҡала етәкселегенең фекере лә урын алған. Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеген оҙаҡ йылдар етәкләгән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлназ Аҡназарованың хәтирәһенән юлдар килтерәм: “Абрар Арғынбаев илем, халҡым тип йәшәгән ил ағаларының береһе булды. Башҡорт халыҡ музыкаһын, йырҙарын, йолаларын, уҡыусыларға, йәштәргә өйрәтеп ҡалдырыу өсөн бик күп эш башҡарҙы. Абрар ағайҙың думбыра, ҡурай, мандолина моңдары – сал Уралдың алтын-көмөштәренән дә ҡиммәтерәк һәм ғүмер-ғүмергә һоҡланып туя алмаҫлыҡ ғәжәйеп бер ҡомартҡы ул”.
Миңә ҡалһа, барлыҡ ауылдаштарым, Абрар олатайҙың туғандары исеменән ошо хәтер кисәһен ойоштороп, һоҡланғыс яҡташыбыҙҙы онотмай, уның исемен рухи мираҫ итеп йәш быуындарға еткергән Сибай институты етәкселегенә, уҡытыусыларына оло рәхмәтемде еткерәм.
Сибай ҡалаһы.