Маҡар ауылының Йылға урамы халҡы, һыуға яҡын ғына йәшәүгә ҡарамаҫтан, күп йылдар үҙәкләштерелгән һыу селтәрен ҡулланыуҙан мәхрүм булып ҡалды. Берәүҙәр скважина быраулатып, был хәлдән сыҡһа, икенселәр һыуҙы йылғанан ташырға мәжбүр булды. Дөйөм йыйылышта ауылдаштар “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, ошо урам өсөн көнүҙәк проблеманы хәл итеү өсөн тауыш биргәс, “йылғаныҡыларҙың” шатлығы, әлбиттә, ҙур була. Проект хуплана, аҡса бүленә.– Был эште тормошҡа ашырыу өсөн бер миллион ярым һум самаһы аҡса талап ителде, – тине Маҡар ауылы хакимиәте башлығы Әлфир Әлмөхәмәтов. – Республика бюджетынан бер миллион һум бүленде, 220 мең һумын район ҡаҙнаһы ҡапланы, ауылдаштар һәм бағыусылар ярҙамында эште еренә еткерҙек.
– Бигерәк тә беҙҙең кеүек оло йәштәгеләр өсөн өйгә һыу үткәреү мөмкинлеге ниндәй шатлыҡ икәнен аңлап тораһығыҙҙыр, – ти хаҡлы ялдағы Нәфисә менән Камил Яҡуповтар. – Йортобоҙҙо 1985 йылда һалып сыҡҡайныҡ, шунан бирле һыу үткәреү хаҡында хыялланып йәшәнек. Йәйен нисек тә хәлдән сығып була, ауыл буйлап аҡҡан йылғаның таҙалығына шикләнһәк тә, шунан эсәбеҙ. Ҡыш ҡатмарлыраҡ. Халыҡты борсоған проблемаларҙы хәл итергә ярҙам иткән ошондай программаның эшләүе бик яҡшы. Дәүләт ярҙамынан башҡа бындай ғәмәлдәрҙе йырып сығып булмай.
Ишембай районы.