Һаҡ булығыҙ!20.04.2012
Өфө районының Подымалово ауылы эргәһендә ялан яна. Ел ыңғайына ут тиҙ тарала һәм һаман ҙурыраҡ майҙанды биләй.
Бер нисә көн эсендә генә Өфө гарнизонының янғын һүндереүселәре ике тиҫтәгә яҡын янғынды һүндерергә барған. Ер – ҡоро, көндәр эҫе тора, шуға күрә һүндерелмәгән тәмәке төпсөгө лә ҙур бәләгә килтереүе ихтимал. Янғын һүндереү хеҙмәте республикала 1 апрелдән 15 майға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелгәнен хәтерегеҙгә төшөрә һәм яланда, баҡсала усаҡ яғыуҙан тыйылып торорға, яҡҡанда ла утты контролдә тоторға кәңәш итә.