“Бабай”ға өмөтләнәбеҙ09.01.2018
“Бабай”ға өмөтләнәбеҙҠала өҫтөнә ҡуйы ҡараңғылыҡ ҡосағын йәйеп тә өлгөрмәй, бәҫ ҡунған ағастарға сырмалған гирлянда үремдәре буйлап электр ағымы йүгерә. Мәктәптәр, балалар баҡсалары, дауаханалар, магазиндар тәҙрәләрендә, витриналарҙа — шундай уҡ үремдәрҙән яһалған шыршы, йондоҙ һүрәттәре, ҡағыҙҙан ҡырҡылған төрлө һындар... Ҡар бөртөктәре... “Сың-сың” иткән ҡыңғырауҙар...


Автобустан төшөп ҡалған, магазиндан килеп сыҡҡан шат йөҙлө кешеләрҙән ылыҫ, мандарин, шоколад еҫтәре тарала. Төрлө нурҙар, төрлө төҫтәр менән тулған ҡала урамдарына түшәлгән мамыҡ юрған өҫтөнә бер-бер артлы ҡар күбәләктәре ҡуна... Барлыҡ халыҡ — кесеһе лә, олоһо ла — Яңы йылға өмөтләнеп, мөғжизә көтә. Өр-яңы йыл беҙҙең тормошҡа аяҡ баҫыу менән, бына-бына берәйһе — Ҡыш бабаймы, Юғары Көсмө, әллә бик мөһим вазифа биләгән етәксеме — беҙҙең хыялдарҙы тормошҡа ашырыр... Кем ҡайһы “бабай”ға өмөтләнә инде... Халыҡ көтә, халыҡ ышана...


Вернуться назад