Һәр нәмәнең үҙ ваҡыты. Ысынлап та, үҙ мәле етмәйенсә хатта ағас та япраҡ ярмай, һыу ҙа туңмай, ҡоштар ҙа йылы яҡтан әйләнеп ҡайтмай. Үҙ ваҡыты етмәһә, тән яраһы ла бөтәшмәй, һүҙ яраһы ла төҙәлмәй.
Ниңә ваҡыт төшөнсәһенән башланым? Аяуһыҙ, ҡырыҫ заманда йәшәйбеҙ, бер-беребеҙгә мәрхәмәтле, татлы телле, иғтибарлы булайыҡ. Әҙәм балалары йә аҡтан, йә ҡаранан ғына әүәләнмәгән, бер-беребеҙҙең хаталарын ғәфү итәйек! Кеше – планеталағы иң көслө, иң бөйөк зат, ул барыһын да эшләй ала. Кәрәкһә, торған еребеҙҙе гөл итә, теләһә, киреһенсә үҙгәртә ала. 2017 йыл Башҡортостанда Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы тип иғлан ителгәйне, һәм был турала матбуғатта бик күп фәһемле мәҡәләләр баҫылды.
Эйе, был донъяла бер нәмә лә буштан барлыҡҡа килмәгән: һәр ағастың, тауҙың, сәскә-гөлдөң, ағас-йылғаның, ҡырағай кейектәрҙең үҙ урыны, үҙ ризығы бар. Ағастар ҙа бер-береһенә оҡшамаған, һәр береһенең үҙенә генә килешле япрағы бар, бер таш та икенсеһен ҡабатламай. Уларҙың барыһы ла күрә, ишетә, һиҙә. Ә беҙ, аҡыллы кешеләр, шул хаҡта уйланабыҙмы? Уларҙы күрә, ишетә, һиҙә, аңлай, йәлләй беләбеҙме? Экология йылы буштан-бушҡа иғлан ителмәне бит, уны сираттағы шау-шыу тип ҡабул итергә ярамай. Беҙгә, тере, белемле, көслө кешеләргә, тәбиғәтте күҙ ҡараһылай һаҡларға һәм киләсәк быуынға ҡалдырырға кәрәк! Әгәр һаҡсыл ҡараш булдырһаҡ, тәбиғәт тә беҙҙе һаҡлар. Тәбиғәт-әсәне рәнйетмәйек, уға мәрхәмәтле булайыҡ!
Чехияла етенсе йыл йәшәйем, ләкин бер ҡасан да үҙемде Тыуған илемдән айырылған төҫлө хис итмәнем. Иң һағынған, иң яратҡан бишегем-сәңгелдәгем, йырым-моңом, минең өсөн иң ҡәҙерле, алтынға алмаштырғыһыҙ тыуған ерем – Башҡортостаным бар. Һәм уға булған мөхәббәтем сикһеҙ. “Башҡортостан” гәзитенең электрон вариантын уҡып, ил-йорт, донъя хәлдәрен белеп торам, үҙем дә яҙышам һәм яҙмаларым баҫылған “Башҡортостан”, “Ватандаш”, “Ағиҙел”, “Шоңҡар” гәзит-журналдарына ихлас рәхмәтемде еткерәм, журналистарға Яңы йылда һаулыҡ, ижади үрҙәр, ҙур бәхеттәр, ғаилә һәм ил-йорт именлеге теләйем! Быныһы – өсөнсө теләгем.
Рәсәйҙә ҡышҡы каникул оҙаҡҡа һуҙылды, ә Европала иһә 1 ғинуарҙа уҡ эшкә сыҡтылар. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә уңған хужабикәләр ғаиләһенә, балаларына төрлө тәм-том бешереп ҡыуандырһын өсөн, үҙем яратҡан чех милли ризыҡтарының береһе – еләк-емеш ҡушып әҙерләнгән кнедлик бешереү өлгөһөн тәҡдим итәм.
Уны әҙерләү өсөн 20 грамм әсетке (дрожжи), дүрт стакан һөт, 150 грамм маргарин йәки аҡ май, 300 грамм он (кеше һанына ҡарап арттыра алаһығыҙ), эслек өсөн бер ҡап эремсек, повидло, слива, төшө алынған сейә тәҡдим ителә.
Башта табала аҡ майҙы иретәбеҙ, һөттө йылытабыҙ, шунан әсеткене бергә ҡушып һәйбәтләп болғатабыҙ, бер балғалаҡ тоҙ, ике аш ҡалағы шәкәр, ике йомортҡа һалып, тағы ла барыһын бергә яҡшылап бутайбыҙ. Артабан он өҫтәйбеҙ, төйөрҙәре бөткәнсе ағас ҡалаҡ менән барыһын да бергә яҡшылап туғыйбыҙ һәм, өҫтөн ҡаплап, йылы урынға ҡабартырға ҡуябыҙ. Ҡамыр ҡаты ла, артыҡ йомшаҡ та булмаһын. Ҡабарған ҡамырҙы өс тапҡыр баҫҡылап алабыҙ.
Ҡамыр әҙер булғас, уны утыҙ-ҡырҡар грамлыҡ бәләкәй киҫәктәргә бүләбеҙ. Һәр береһенең эсенә алдан әҙерләнгән эремсек, слива йәки повидлоны һалабыҙ ҙа түңәрәкләп бөрөп ябабыҙ. Шунан тирә-яғын тигеҙләп, унан инде сама менән онда әүәләгәс, он һибелгән яҫы таҡтаға теҙеп һалабыҙ. Кнедликтар унда ун-ун биш минут самаһы күтәрелергә тейеш.
Кәстрүлгә һыу алдан әҙерләп ҡуйыла, ул һауыттың яртыһынан күберәк булырға тейеш. Кнедликтарҙың бер өлөшөн ҡайнап торған һыуға һалабыҙ һәм ун-ун биш минут самаһы бешерәбеҙ. Был ваҡытта кәстрүл асыҡ була. Биш минут тирәһе бешкәс, ризыҡтың икенсе яғын әйләндереп, тағы ла биш минут тотабыҙ. Ун минуттан һуң береһен алып, эсен асып ҡарайбыҙ. Ҡамыры бешһә, әҙер тигән һүҙ.
Әҙер кнедликтарҙы һыуҙан тиҙ-тиҙ генә һоҫоп алырға кәрәк, улар бер-береһенә йәбешмәһен өсөн өҫтөн еңелсә майлайбыҙ, һауаһы сыҡһын өсөн энә менән тишкеләйбеҙ. Ризыҡ табынға йылы килеш бирелә. Тәрилкәгә һалғас, өҫтөнә эремсек һалабыҙ. Әгәр ҡаты эремсек булһа, һибәбеҙ, ҡәҙимге эремсек булһа, һалабыҙ ҙа, шәкәр онтағы һипкәс, самалап иретелгән аҡ май ҡоябыҙ. Кем теләй, какао онтағы һибеп ашаһын.
Яңы йыл бәхет килтерһен, дуҫтар! Ашығыҙ тәмле, ризығығыҙ киң булһын, милләттәштәр!