Оҙон ғүмер, ҡыҫҡа мәлдәр09.01.2018
Оҙон ғүмер, ҡыҫҡа мәлдәрФани донъялағы боролош-ғәләмәттәрҙе генә түгел, үҙ уйыңдағы, холоҡ-фиғелеңдәге, ғөмүмән, булмышыңдағы үҙгәрештәрҙе ваҡыт үтә килә аңлай алмай башлайһың. Кемлегеңде баһалар өсөн, ситкәрәк тайшанып үҙеңә ҡараш ташлар инең дә, был мөмкин түгел икән. Хәйер, кемделер хәтерләп, иҫтәлек итеп ҡалдырылған яҙмалар, телдән-телгә күсә килгән һүҙ, һәр ғаиләлә тип әйтерлек йыйыла барып, әленән-әле ҡарай торған фотоһүрәттәр — былар һәммәһе лә һине ғүмер ағышының сығанаҡтарына әйләнеп ҡайтарғандай, ҡасандыр дөрләп янып та, хәҙер һүнә башлаған усаҡ өҫтөнән көл шекәрәһен өрөп осорғандай. Үҙ ғүмереңә, тормош юлыңа һис ташламаларһыҙ баһа биреүе, әлбиттә, ҡыйын, әммә бик яҡын күргән дуҫыңдың оҙон юлындағы ҡайһы бер мәлдәренә фотообъектив аша ҡарарға тырышыу миңә ниңәлер үҙенсәлеклерәк тойолдо.


Наил Кәбир улы иртәгә 90 йәшен теүәлләй. Һәр кемдең дә ҡарыуы етмәҫлек оҙон юл был. Юнысов, шөкөрана, хеҙмәтенән әле булһа айырылмай, “Башнефтегеофизика” асыҡ акционерҙар йәмғиә­тенең Көнбайыш Себер төбәгендәге эшмәкәрлеген көйләгән кәңәшсе вазифаһын башҡарыуын дауам итә. Ифрат абруйлы, ҙур хеҙмәттәр күрһәткән әүәл­ге етәкселәрҙе, олоғайғас, ғәҙәттә штатта көсөргәнешһеҙ, маҡтаулы, хатта шартлы урында тотоу күренеше бар. Ләкин, күрә йөрөүемсә, был Наил ағайға ҡағылмай. Йылдар йөгө эйелтә төшһә лә, ул имән һымаҡ ныҡлы, йәштәрсә теремек, һү­рел­мәҫтәй дәртле. Миңә уның өлкәнәйә башлағас та, бик ҙур етәксе булып эшләгән сағында, йәштәр менән кемуҙарҙан йүгерешкәнен күрергә, көйө кил­гәндә башҡорт, татар, рус йырҙарын күкрәк тултырып йырлағанын ишетергә насип булды. Ғүмер баҡый геофизиктар, геологтар, нефтселәр араһын­да эшләгәнгәлер, уңайы сыҡҡанда тоҙло-боросло һүҙҙән дә, йотом “зәм-зәмдән дә” тартынып торманы. Был да тормоштоң бер кәүҙәләнеше. Һәр хәлдә, халыҡ телендәге: “Туҡһан, һиңә ни ҡылдым? Ауыҙҙағы һүҙҙе алдың, илтеп ләхеткә һалдың!” — тигән һүҙ Юнысовҡа һис тә яҡын килмәй.
Наил Кәбир улының ғүмер миҙгелдәренә фотолар аша күҙ һалыу ниәтенән өҫтәлемә уның менән бергәләп төрлө йылдарҙа нәшерләгән “Путь к богатствам недр. История “Башнефтегеофизики” в вос­поминаниях, хронике и фактах” (2002 йыл), “Где наши следы пролегли. Записки геофизика” (2004), “Башҡортостандың алтын исемдәре” серия­һында сығып, “У мира на виду” тип аталған (2013) китаптарҙы, ағайҙың ғаилә архивынан байтаҡ фотоны йыйып һалдым. Юнысов — тәбиғәте менән ифрат итәғәтле, кәрәккән-кәрәкмәгәндә ғәм күҙенә салынып бармаған кеше. Әлеге китаптарға ла уны оҙаҡ өгөтләп, яҙмаларҙың беҙҙән бигерәк йәш-елкенсәк өсөн кәрәклеген иҫбатлай торғас ҡына ризалаштырҙым. Бер мәл ул, йыйылып киткән фото­ларҙы, ғөмүмән, сығарып ташларға ҡырсынғас, туҡтатып ҡала алдым. Бына хәҙер шулар, хәтерҙе яңыртҡандай, байтаҡ йылдар таныш, яҡын күргән кешенең тормош сәхифәләрен ҡабаттан күҙ алдына баҫтырғандай.
Оҙон ғүмер, ҡыҫҡа мәлдәрМәғлүмдер, Башҡортостандың көньяҡ-көнбайы­шында Стәрлебаш тип йөрөтөлгән район бар. Стәр­ле йылғаһының башы ошонда булғанға, төбәкте, күп уйлап тормаҫтан, шулай атағандарҙыр, ләкин эш атамала ла түгел. Стәрлебаш яғының үҙенсәлеге, тарихы, халҡы, биллаһи, республи­каның бер генә төбәгенә лә оҡшамаған. Мине Айҙарәле ауылы эргәһендәге тау йөҙөнән супылдап ҡына урғылып ятҡан йөҙҙән ашыу инеш һәр саҡ хайран итә, тәбиғәттең ошолай ҙа йомартлығының серен аңлағы килә.
Йәки икенсе миҫал. Ҡарағош һәм Табылды ауылдары араһында ҡырҡ биш гектарҙан ашыу майҙанға йәйелгән Табылды сейәлеге Башҡорт­останда иң ҙурылыр.
Ләкин, иң мөһиме, Стәрлебаш төбәгенең борон-борондан мәғрифәтле булыуында. 1720 йылда “Стәрлебаш мәҙрәсәһе” тип йөрөтөлгән юғары уҡыу йорто асылған. Ул, Ырымбур мосолмандар йыйылышы ҡулы аҫтында, шәхси иғәнәләргә таянып эшләгән. Алты-ун йылға һуҙылған уҡыу — бушлай. Шәкерттәр, дини һабаҡтарҙан тыш, ғәрәп, фарсы, ҡаҙаҡ, төрки, рус телдәрен өйрәнгән, география, грамматика, тарих, арифметика, тәбиғәт фәндәрен үткән. Үҙ китапханаһы, ашханаһы, ҡунаҡ йорто, кибете, баҡсаһы, мунсаһы булған был ҙур уҡыу йор­тоноң нигеҙләнеүе һәм эшләүе, һис шикһеҙ, Туҡаевтарҙың исеме менән бәйле. Улар — бик ҙур ырыу. Шуларҙың береһе тураһында ғына айырып әйткәндә, Мөхәмәтшакир Туҡаев инҡилапҡа тиклемге 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Дәүләт Думаһына Өфө губернаһынан һайланған. Әйткән­дәй, ошо Думала депутат булған, Стәрлебаш мәҙ­рә­сәһендә ҡанат нығытҡан Шәрәфетдин Йәлә­летдин улы Мәхмүтов тураһында миңә лә 2016 йылда кескәй генә булһа ла китап сығарырға насип итте.
Әлеге Стәрлебаш мәҙрәсәһенә әйләнеп ҡайт­ҡанда, уның йылъяҙмаһы Мифтахетдин Аҡмулла, Шәмсетдин Зәки, Ғәли Соҡорой, Мирсәлих Биксурин, Мөхәмәтзакир Рәмиев, Зәйнулла Рәсүлев, Ғабдулла Сәиди, Һибәтулла Сәлихов, Мирсәйет Солтанғәлиев, Төхфәт Йәнәби һәм бик күп аҫыл заттарҙың исеме менән бәйләнгән.
Оҙон ғүмер, ҡыҫҡа мәлдәрБулһа була бит шулай һәммә йәһәттән уңды­рышлы ерҙәр!.. Хәйер, һәр ҡала һәм ауыл, һәр ырыу-зат үҙенә лайыҡлы ир-уҙамандар, ил әсәләрен үҫтерә, ләкин беҙгә күҙ алдында йөрөгән кеше­ләрҙең рухи юғарылығын күрә, тыуған төйәгебеҙҙең гүзәллеген баһаларға өйрәнергә кәрәк.
Наил Кәбир улы Юнысов менән ваҡыт үткәнен дә, бил һыҙлауын да онотоп, фотоларға бирелгән­беҙ. Ағай, беҙҙеңсә әйткәндә, “кәртешкәгә” махсус рәүештә төшмәгән. Фотообъектив уны ҡайҙа, ниндәй мәлдә “тотоп” өлгөргән, шуларҙың бер өлөшө ал­ды­быҙҙа мине ҡыҙыҡтырып, Наил Кәбир улын, һи­ҙеп ултырам, бер аҙ йөрәкһетеп, өйөлөп ята. Әйт­кәндәй, күп саҡта тормоштоң төрлө мәлдәрен һүрәтләгән фотоларға иғтибар ҙа итмәйбеҙ, ба­һа­ламайбыҙ. Йыйнаҡ бәғзе кешеләр уларҙың һәр ҡай­һыһына ғаилә альбомында урын табып, ҡәҙер­ләп һаҡлай. Икенселәр был ғәҙәткә өҫтәмә мәшәҡәт тип ҡарай, фотолар, үтмәҫ тауар һымаҡ, унда-һан­да туҙып йөрөй. Наил ағай ҙа бер мәл йыйылып киткән фотоларҙы, әйткәнемсә, ҡайҙалыр олаҡ­ты­рырға уйлай биреп ҡуйғайны ла, минең һүҙҙе йыҡманы. Бына әле “ҡотҡарып ҡалған” рәсемдәрҙе ҡарап, тарихҡа сумғандай ултырабыҙ.
Ысынлап та, тарихты кемдер махсус рәүештә булдыра алмай. Ватан, тыуған төйәк тарихы һәр беребеҙҙең тормошонан, эш-ғәмәлдәренән, холоҡ-фиғеленән һәм хатта йәмһеҙ ҡылыҡтарынан да тора. Тормошта һис ҡасан да яҙмыштар теп-теүәл ҡабатланмай, һәр кем маңлайына яҙылғанды күрә, тәҡдир ҡушҡанды таба.
Шулай, тарихҡа сумып, һәр ҡайһыбыҙ үҙ уйҙа­ры­на бирелеп, шымып ултыра торғас, йөрәкте баҫа башлаған тынлыҡты таратыу ниәтенән, үҙемсә шаяртмаҡ булдым.
— Наил ағай, бер аҡыллы кеше шулай тигән: “Бына кешенең ғүмере: егерме йәштә ул — тауис ҡош, утыҙҙа — арыҫлан, ҡырҡта — дөйә, иллелә — йылан, алтмышта — эт, етмештә — маймыл, һик­һәндә — һис ни ҙә түгел...” Туҡһан йәш тура­һын­да, ниңәлер, ләм-мим.
Юнысов теге аҡыллы баш менән минең әҙәп­һеҙ­леккә яуап биреүҙе кәрәк тип һанаманы, ахыры, йәшенең өлкәнлегенә ишара яһауыма илтифат итмәй, “Был әҙәм, кешеләрҙе шулай классифи­ка­циялағанда, үҙе нисә йәштә булған икән?” тигән һүҙ менән сикләнде.
Мин дә фотоларға әйләнеп ҡайтыуҙы хуп күрҙем. 1955 йылғы һүрәттә оло ғаиләнең бер нисә ағзаһы ғына күренеп ҡала. Ана яулығын мосолман ҡатын­дарына хас тартып ябынған Мәрзиә Ямалетдин ҡыҙы ултыра. “Әсәйем ғәрәп телен һәйбәт белә торғайны, Ҡөрьәнде иркен уҡыу менән генә сик­ләнмәй, уның асылын төшөндөрөү һәләтенә эйә ине”, — тип хәтерләй ул замандарҙы Наил ағай. Ысынлап та, ата-әсәһе Мәрзиә апайҙы мәғ­рифәткә тартылған, дини йолаларҙы теүәл тотҡан, инсафлы, ярҙамсыл итеп тәрбиәләгән. Намаҙ, ураҙа был диндар ҡатын өсөн, әлбиттә, тәбиғи ғәҙәттәр булған. Күмәк балалы әсә ауылдаштарына ярҙам итергә лә өлгөргән.
Фотола Наил ағайҙың атаһы Кәбир Ғиниәт улы алда, уртала ултыра. Донъя мәшәҡәттәренә күмел­гән кешенең ошолай яҡындары араһында бер нисә минутҡа ғына тынып ҡалыуы һирәк күренеш булғандыр. Шулай ҙа ул әле лә, ваҡыттың бушҡа үтеүенә ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, сытырайған кә­йеф­тә. “Атай ғәжәп егәрле кеше ине. Йоҡонан иртәнге сәғәт алтынан да һуңламай торор булған ул, — Наил ағай атаһы тураһында сиселеберәк һөйлә­гәндәй. — Колхоз эшенә киткәнгә тиклем мал­ға аҙыҡ таратып та, аҫтын таҙартып та өлгөрә, утын ярып, өйгә индерә. Ҡыҫҡаһы, ауылда мотлаҡ башҡарылырға тейеш эштең береһен дә онотмай”. Ҡыштарын Кәбир Ғиниәт улы сана эшләү менән шөғөлләнгән. Ә ул ауылда һәр хужалыҡта кәрәк. Шулай ҙа Кәбир ағай саналарҙы Ырымбур яҡтарына алып барып һатыр булған. Һәр санаға — бот-бот ярым он йәки иген. Ҡайһы саҡ аҡса менән дә иҫәп­ләш­кәндәр. Һәр хәлдә, оҫтаның булдыҡлылығы ике балалы ғаилә бюджетына етди ярҙам булған.
Иҫке фотоға йәнә әйләнеп ҡайтҡанға тиклем, әүәлгерәк замандарға күҙ ташлайыҡ әле. Наил ағайҙың хәтерендә Ғиниәт олатаһы онотолмаҫлыҡ эҙ ҡалдырған Дәү буй-һынлы, баһадир көскә эйә был ир 82 йәшендә донъя ҡуйған. Ә уның атаһы, батша әрмеһендә егерме биш йыл хеҙмәт итеп, аҙмы-күпме аҡса туплап, ауылға ҡайтҡас бер нисә ат алып ебәргән, йорт-ҡураны яңыртып, кәләш әйттергән. Наил ағайҙың олатаһы Ғиниәт бабай ана шул Абдулла ҡарттың берҙән-бер улы була инде.
1955 йылғы фотола Наил Кәбир улының ҡә­рендәше, бөгөн бик олоғайған Фәрзәнә апай ҙа, Наил ағайҙың хәләл ефете Зифа апай ҙа — йәштәр, йөҙҙәрендә йылмайыу балҡый. Уртаға баҫҡан Ноғамир ағай ҙа, фронт юлдарын үтеүенә ҡарамаҫ­тан, оялсан, ихлас ғәҙәтле булып ҡалған. Ноғамир Әхмәтшиндың улы Илдар менән байтаҡ йылдар танышбыҙ. Унда ла һис ҡасан һытыҡ йөҙ күрмәнем. Әйткәндәй, Илдар Ноғамир улына хәҙер 57 йәш, ул да Тәтер-Арыҫланда тыуып быуын нығытҡан, Свердловск (хәҙер Екатеринбург) тау институтын “Геофизика” белгеслеге буйынса тамамлаған. Ул “Башнефтегеофизика” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директорының беренсе урынбаҫары — баш инженер булып бик күп йылдар эшләне, хәҙер геология буйынса урынбаҫар, Рәсәй Яғыулыҡ-энергетика министрлығының “Почетлы нефтсе”һе исемен йөрөтә. Әйткәндәй, Наил Кәбир улы ла, “Баш­нефтегеофизика”ның идарасыһы, генераль директоры итеп тәғәйенләнгәнгә тиклем, баш инженер булып ун бер йыл эшләгән.
Ноғамир ағайҙың уң яғындағы һылыу ханым — Зифа Исмәғил ҡыҙы, Наил ағайҙың тормош иптәше. Уларҙың танышыуы һәм ҡауышыуы — үҙе бер тарих. Дөрөҫөрәге, романтик ҡисса, шуға күрә был юҫыҡта һүҙҙе Юнысовтың үҙенә биреү уңайыраҡ булыр.
“1961 йылда мин, ниһайәт, ғаилә ҡорорға ҡарар иттем. Ни тиһәң дә, 32 йәштәмен. Мин күҙ төшөп йөрөгән сибәрҙәр көтөп тормаған, һәр береһе үҙ бәхетен тапҡан. Бер мәл күптәнге танышым, ул саҡ Мәсәғүттә эшләгән Рәйхана Бакирова шундай хәбәр һалды: “Һиңә кәләш табылды! Бик һылыу ҡыҙ. Урал аръяғынан килгән, Мәсәғүт педагогия училищеһынан һуң Бөрйән районында, Аҫҡар ауылында математиканан уҡыта. Әйҙә, разведкаға барып киләбеҙ”.
Ул саҡ миңә, Көньяҡ Башҡортостан экспедиция­һы начальнигы булараҡ, “ГАЗ-69” машинаһы беркетелгәйне. Оҙаҡҡа һуҙмай, дуҫым Рәмил Нур­ғәлиев һәм Рәйхана менән Бөрйәнгә сыҡтыҡ та киттек. Йәнәһе, Ҡолғонанан ҡырҡ километр сама­һына һунарға барабыҙ. Аҫҡарҙы табыу ауыр булманы. Ифрат матур ауыл икән. Кисләтеп кенә мәк­тәп­кә килеп туҡтаныҡ. Уға күрше генә бер өйҙә уҡытыусы өс ҡыҙ йәшәп ята. Шуларҙың береһе, минең буласаҡ кәләш — Зифа Исмәғил ҡыҙы Әхтә­мова. Ҡоҙалау ниәтенән йөрөүебеҙҙе шунда уҡ әйтмәнек, әлбиттә. Ҡыҙҙар беҙҙе һәйбәт ҡаршы­ланы. Бәләкәй генә табын ҡороп алдыҡ. Буласаҡ хәләл ефетем миңә бер ҡарауҙа оҡшаны, ләкин йәш араһы ҙур шул. Әммә ошо уҡ кистә аңлашырға булдым. Әхирәттәре лә беҙҙең арала ниндәйҙер етди эш ҡуйырасағын аңғарҙы шикелле. Иртәгәһенә Зифаға рәсми рәүештә тәҡдим яһаным. Ҡапыл ризалыҡ бирмәһә лә, һүҙемде кире лә ҡаҡманы”.
Шулай, Стәрлебаш районы егете менән Силәбе өлкәһе ҡыҙы бер-береһен алыҫ Бөрйәндә таба. Өйләнешкәс, Юнысовтар Күмертау ҡалаһында йәшәй. Наил Кәбир улы — әйткәнебеҙсә, экспедиция начальнигы, Зифа Исмәғил ҡыҙы — сейсмик партияла хисаплаусы-техник. Ағай Өфөгә, “Башнефтегеофизика” тресының үҙәк аппаратына әйләнеп ҡайтҡас, Зифа апай Башҡорт дәүләт университетының физика-математика факультетына уҡырға инә. Уҡыу йортон тамамлағас, трестың хисаплау бүлегенә программалаусы булып урынлаша. Пенсияға киткәнгә тиклем “Башнефтегеофизика”ла эшләй. Уның вазифаһы — геолог-геоморфолог. Был ябай ғына эш түгел. Геоморфология — ҡоро ерҙең, океан-диңгеҙҙәрҙең рельефы тура­һындағы фән. Ул рельефтың тышҡы күрене­шен, килеп сығыуын, йәшен, үҫеш тарихын, бөгөнгө дина­микаһын һәм таралыу закондарын өйрәнә. Геоморфологияның мәғлүмәттәре файҙалы ҡаҙыл­ма ятҡылыҡтарын эҙләүҙә, юлдар һәм ҡоролмалар проектлауҙа файҙаланыла. Бына ошондай ҡапылда ғына айышына төшөнмәҫтәй эш менән шөғөлләнгән әле лә һөйкөмлөлөгөн юғалтмаған Зифа апайым.
“Бер ойошмала эшләү ҡамасауламаны, Зифа минең производстволағы эштәремә һис ҡасан да ҡыҫылманы. Тормошобоҙ ифрат тыныс үтте. Ошо йәһәттән апайығыҙға ҙур рәхмәт, сөнки ҡайһы бер ҡатындар етәксе ирҙәренең хеҙмәттәге эштәренә тығыла, шул арҡала коллективта уңайһыҙ хәлдәр килеп сыға”, — тип хәтерләй хәҙер Наил Кәбир улы.
Декабрь, халыҡса әйткәндә, аҡъюлай. Ҡайһы тарафҡа ғына күҙ ташлама, ап-аҡ донъя. Зифа апай менән Наил ағайҙың йортондағы иркен кухняла минең өсөн ят булған ниндәйҙер ҡуйы ҡәһүәне тәмләйбеҙ. Өлкәндәр ғинуарҙа ағай-энене йыйып үткәреләсәк юбилей, февраль баштарында Женеваға, ҡыҙҙары Айгөл менән ейәнсәрҙәре София янына юлға сығасаҡтары тураһында һөйләй. Швейцарияға йылына бер нисә тапҡыр барып ура­һалар ҙа, ата-әсә йөрәге барыбер һәр саҡ түҙем­һеҙләнәлер инде. Айгөл — апай менән ағайҙың берҙән-бер балаһы, ул тыуғанда Наил Кәбир улына 50 йәш тулған. Хәйер, Айгөл тураһында аҙағыраҡ бер-ике кәлимә айырып әйтермен әле.
Эй, ғүмер тигәнең!.. Тәҡдир уны һәр кемгә лә бер тигеҙ бирмәй. Берәүҙәрҙең ҡанаты ата-әсә йортонан осоп сығыу менән үк янып йә һынып ҡуя. Икенселәр бүтәндәр өлгө алырлыҡ, хатта көн­лә­шерлек яҙмышҡа юлыға. Әлбиттә, тормошоңдоң ни рәүешле булыуы күп осраҡта үҙеңә бәйле.
Алдымдағы фотоһүрәттәрҙе бер хронология ебенә теҙеп, уларҙы Юнысовтың күп төрлө хеҙмәте, кинофильмдарҙа ғына күренә торған мауыҡтырғыс, мажаралы тормошо менән бәйләү мөмкин түгелдер. 1950 йыл. Ул – Мәскәү нефть институты студенты (хәҙер И.М. Губкин исемендәге нефть һәм газ академияһы). Үткер ҡарашлы, сибәр егет. Кейгән формаһы ла үҙенә килешеп тора. “Хәҙер ундай форма юҡ, йәл”, — тип һүҙ ҡата ағай. Республика нефть сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән геология-минералогия фәндәре докторы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор, Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылы егете Сәғди Әхмәҙи улы Солтанов та ошонда уҡыған. Был ҙур ғалим тураһында айырым әйтеүемдең сәбәбе шунда: ул — нефть ятҡылыҡтарын файҙаланыуға әҙерләү барышын күҙәтеү аҫтында тотоу өсөн ядро геофизикаһы алымдарын булдырыу һәм сәнәғәткә индереүҙе ойоштороусыларҙың береһе. Ошо ғалим тураһында дуҫым Миңләхмәт Моталов йыш һөйләй торғайны, Наил ағайҙан да байтаҡ ишеттем.
Күмәкләшеп төшкән фотола кемдәр һүрәтлән­гәнен теүәлләй башлаһаҡ, һүҙ оҙаҡҡа китер, әммә бер институтта ғына Башҡортостандан нисәмә егет һәм ҡыҙҙың белем алыуы хәҙер ҙә һоҡландыра. Улар араһында Наил ағай гел генә һөйләй торған Иҙелбай Таһиров, Автор Галявич, Миҙхәт Сәйфул­лин, Фәрит Байымбәтовтарҙы күрәм. Башҡортостан нефть һәм газ сәнәғәтен үҫтереүгә тос өлөш индер­гән шәхестәр улар. Бөгөн күпселегенең йәне йән­нәттәлер, ләкин беҙҙең донъяла йәшәгәндә улар ҡайһылай ҙа йәш, матур булған.
Күмәкләп төшкән йәнә бер фотоның ҡыҫҡаса тарихы. Баҡтиһәң, үҫеп килгән геофизиктар нефт­селәр, мәҙәниәт, сәнғәт менән дә ихлас дуҫлашып йәшәгән. Киноларға йөрөү генә иҫәпкә инмәй, йәштәрҙе Ҙур театр ҙа ҡыҙыҡһындыра. Наил Кәбир улы бөйөк йырсылар Сергей Яковлевич Лемешев­ты, Иван Семенович Козловскийҙы тыңлай, Галина Уланова, ул саҡта әле йәш кенә Майя Плисец­кая­ның бейеүен күрә алыуын яҙмыш мәрхәмәте тип иҫәпләй, “Мәскәү халҡы әлеге бөйөк йырсыларҙы үҙ-ара “бүлешә” алмай хитлана торғайны. Берәүҙәр Лемешевҡа ғашиҡ, икенселәр Козловскийға мөкиб­бән. Бәхәстәр хатта спектакль ваҡытында ла ҡуба. Ә инде һуғыштан һуңғы ҙур сәнғәт әһелдәренең студенттар менән бик теләп осрашыуына әле булһа ғәжәпкә ҡалам”, — тип хәтерләй Наил ағай.
Фотолар донъяһына сәфәрҙе артабан дауам итер алдынан сәнғәт илендә аҙға ғына туҡталайыҡ әле.
Мәскәүҙәге тормошҡа, ғәҙәттә, яҡташтар берлеге йылылыҡ бирә. Мин уҡыған йылдарҙа ла шулай ине. Юнысовтар заманында Нефть институты студенттары консерватория, химия, юридик институттар студенттары менән ҡатнашып, байрамдарҙы бергәләп үткәргән. Консерватория студенты, ғәжәп сибәр Йәмилә Халиҡованы, Хөсәйен Мәжитовтарҙы оноторлоҡмо һуң? Әйткәндәй, Йәмилә апай беҙ йәш саҡта Башҡортостан радиоһы хорында йыр башлаусы ине әле. “Беҙҙең колхоз ҡыҙҙарының иң матуры — Миләүшә”, — тип сағыу, күтәренке тауыш менән Йәмилә Халиҡова башлап ебәреүгә, хор: “Күҙе ҡара, ҡашы ҡара, көлә-көлә һөйләшә”, — тип гөрләп күтәреп ала.
Студент кисәләрендә Совет Армияһының йыр һәм бейеү ансамбле солисы, оҫта бейеүсе Закир Исмәғилев әүҙем ҡатнашҡан. Ошонда йәштәр менән осрашыуға атаҡлы йырсылар Ғабдрахман Хәбибуллин, Хәбир Ғәлимов, Татарстан композиторы Сара Садиҡова, ул саҡта әле йәш кенә шағир Рәми Ғарипов һәм бүтәндәр килеп йөрөгән.
Шул ваҡытта ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та бер хәл булған икән. Закир Исмәғилев, студенттар менән аралашһа ла, йәш-елкенсәккә тиҫтер түгел, элекке фронтовик. “Кисәләрҙең береһенә Закир Сәйет улы атаһы, Башҡортостандың халыҡ сәсәне Сәйет Исмәғилевтән ҡалған скрипканы алып килгәйне, — тип хәтерләй Наил ағай. — Йәштәр бит инде, ҡаңғы­рыш, буталыш. Ошо мәлдә кемдер, аңғар­маҫ­тан, скрипкаға баҫып ватып ҡуйҙы. Закир Исмә­ғилев беҙҙең менән бер үк ваҡытта тиерлек Өфөгә ҡайтты. Ҡоралды йүнәтә алдылармы-юҡмы — унан һорашырға уңайһыҙландым”.
Наил Кәбир улына ҡушылып, шуны ғына үҙемдән өҫтәй алам: Закир Сәйет улы, Өфөгә ҡайтҡас, Баш­ҡортостан халыҡ бейеүҙәре ансамблендә солист һәм педагог-репетитор булып ун йыл эшләне. Миңә ошо легендар кеше менән республика теле­радиокомпанияһында танышырға, уның телевиде­ние режиссеры хеҙмәтен күрә йөрөргә насип итте.
Һүҙ оҙаҡҡараҡ китте, шунлыҡтан, фотоларға әйләнеп ҡайтып, Юнысовтың тәржемәи хәленә ҡағылышлы ҡайһы бер мәлдәр тураһында бер-ике һүҙ менән генә булһа ла әйтеп өлгөрәйемсе.
Йәш геофизик, белгес булараҡ, “Башнефтегеофизика” тресында үҙен бик тиҙ күрһәтеп өлгөрә, вазифа баҫҡыстарынан йылдам күтәрелә. 1950 йылдар аҙағында Мәскәү бер төркөм совет геофизиктарын Һиндостанға, дуҫ дәүләткә нефть эҙләүҙә ярҙамлашырға ебәрә. Наил Кәбир улы — ошо илдәге Совет — Һиндостан сейсмик партияһын­да өлкән инженер-интерпретатор. Ябайыраҡ тел менән әйткәндә, интерпретаторҙың бурысы механик ысул менән алынған һәр төрлө мәғлүмәттәргә геологик ҡараштан сығып баһа биреүҙән ғибәрәт.
Беҙҙең белгестәр һинд хеҙмәттәштәре менән күрше генә йәшәгән. Бергәләшеп ялан шарттарында эшләү Һиндостан геофизиктары өсөн һәйбәт тәж­рибә мәктәбе булған, әлбиттә. Ләкин, эшкә ҡа­ғы­лыш­лы мәсьәләләр ни ҡәҙәре генә мөһим булма­һын, Наил Юнысовтың хәтерендә илдең шул саҡтағы премьер-министры Джавахарлал Неру, Һиндостанға рәсми визит менән барған СССР-ҙың оборона министры маршал Георгий Жуков менән осрашыу, ә аҙағыраҡ беҙҙең илселектәге Яңы йыл кисәһендә Константин Симонов, Мирзо Турсун-заде, Анатолий Софроновты тап итеү, әкиәти Таж-Махал һарайын күреү онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырған.
Һиндостанға юлы төшкән уҡыусыларыбыҙ был ғәжәйеп бинаны хәтерләйҙер. Шулай ҙа, бер-ике кәлимә менән булһа ла, уның тарихын хәтерегеҙҙә яңыртайым әле.
Һарай, әйтерһең дә, ергә ҡағылмай, һауала йөҙ­гән һымаҡ. Эске яҡтан аҫылташтар менән биҙәлгән, аҡ мәрмәр менән йөҙләнгән. Мавзолей Бөйөк Могол империяһы солтаны Йыһан-Шахтың әмере буйынса төҙөлгән. Уның йәш кенә ҡатыны Мумтаз-Махал бик иртә донъя ҡуйған. Солтан хәләлен ныҡ һағынған һәм ҡатыны иҫтә­легенә ошо мавзолейҙы булдырған. (Һүҙ ыңға­йын­да. Ҡушма Штаттарҙың Атлантик-сити ҡала­һындағы Таж-Махалдың күсермәһен мин дә күрҙем, ул кәйеф-сафа комплексы итеп файҙаланыла). Мавзолей төҙөлгәс, Йыһан-Шах вазифаһын ҡалдырып, эштән ситләшкән, ғүмерен ахырға тиклем мавзолейҙа үткәргән һәм шунда ерләнгән. Хистәрҙе уятырлыҡ бына ошондай тарих.
1970 йыл. Наил Кәбир улы Ҡаһирәлә, Мысыр Ғәрәп Республикаһының милли нефть компанияһы етәкселәре менән. 1969 йылда “Главнефтегеофизика” начальнигы Алексей Иванович Богданов Юнысовҡа Мысырҙа эшләйәсәк эҙләнеү-разведкалау экспедицияһында сейсмик хеҙмәт етәксеһе рәүешендә юлға сығырға тәҡдим итә. Бындай хәлдә ризалашмау мөмкин түгел. Мәсьәлә киле­шеүҙең матди яғы менән генә сикләнмәй. Ҡатыны Зифа Исмәғил ҡыҙы менән ғәрәп илендә өс йыл нефть эҙләгән осорҙа Юнысов Америка һәм Францияның күршелә эшләгән алдынғы геофизик предприятиеларында хеҙмәтте нисек ойоштороу, техник-технологик йыһазландырыу кимәле менән танышыу мөмкинлеген ала. Үҙ илеңдә генә бик­ләнеп ятып, бүтәндәрҙең эшен нисек күрәһең? Сит дәүләттәргә сығып эшләүҙең төп мәғәнәһе лә, бәлки, шунда булғандыр?
Мысырҙа оҙайлы ваҡыт эшләү осорон хәтергә алып һөйләшеп ултырғанда, ғөмүмән, сит илдәр белгестәре, эшҡыуарҙары менән осраша йөрөүҙәре тураһында һүҙ сыҡҡанда, Наил ағай беҙҙең Америка, Франция, Канаданан техник-технологик артта­лыҡты, ошо етешһеҙлектең һаман булһа кәмемәүен үкенеп билдәләй. “Беҙ Америка, Францияла эшлән­гән технологик ҡорамалдарҙы һуғыштан һуң уҡ һатып ала башланыҡ. Улар һис һүҙһеҙ шәп. Бынан тыш, әлеге американдар, мәҫәлән, геофизиктарҙың эшен бөтөнләй икенсе төрлө ойоштора. Унда ялан шарттарында эшләгән кеше үҙен, мин бында ваҡытлыса ғына, тип тоймай. Американ, француз геофизигын һәр йәһәттән уңайлыҡтар уратып ала, ул ҡайҙа ла цивилизациялы кеше йәшәргә тейешле тәбиғи мөхиттән айырылмай”.
“Яҙмыш юлдан яҙҙырмай” тигән һүҙ бар. Наил Кәбир улы Юнысов та, донъяның ҡайһы тарафына барып сыҡһа ла, илен, халҡын йөрәгенән сығарма­ған. Бына ул әле хеҙмәттәштәре ҡоронда. Сәнәғәт менән фәндең синтезы булған геофизиктар, интел­лектуаль элита һаналған кешеләр нимә тураһында кәңәш-төңәш итә икән? Икенсе ҡарауға коллегалары менән Сахалинда йөрөй. Гималай тауҙары буйынса халыҡ-ара семинарҙа. Америка Ҡушма Штаттарында хеҙмәттәше Том Расселдең ранчоһында тәж­ри­бә уртаҡлаша. Үҙенә генә тәғәйенләп ебәрел­гән самолетта Хьюстондан Далласҡа китеп бара. Йәки Канада, Калгари. Дуҫы Георгий Кузнецов менән Швейцарияла. Будапешт ҡалаһында бөйөк Гете һәйкәле янында. Һәм, әлбиттә, Париж. Бының да үҙ сере бар, сөнки илебеҙҙең геофизика тармағы, техника һәм технология юҡлыҡтан, француздарҙың “Серсель”, “Шамбержэ” фирмалары хеҙмәтлән­де­реүендә булған. Ошо хәл әле булһа дауам итә һәм хәҙерге иҡтисади санкциялар осоронда Ватаныбыҙ геофизика, геология, нефть, газ сығарыу сәнәғәтенә ифрат ауыр йоғонто яһай.
Йә, ярай, зарланыуҙан файҙа юҡ, үҙебеҙгә ты­ры­шырға кәрәк. Наил Кәбир улы менән хәләле Зифа Исмәғил ҡыҙы февраль баштарында уҡ, әйт­кәнемсә, Швейцарияға, ҡыҙҙары Айгөл йәшәгән Женева ҡалаһына юлға сығырға йыйына. Йыйына тип, Юнысовтар был юлға күптән инде саң ҡун­дырмай. Айгөл, етеш тормошло ғаиләлә тыуып үҫһә лә, иркә бала булманы. Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультеты, Мәскәү халыҡ-ара мөнәсәбәттәр университеты (МГИМО), АҠШ-тағы Гарвард университетындағы курс һәм, ниһайәт, Францияла финанс мәктәбе. Хәҙер ул Женевала “Лукойл” нефть компанияһының департаментын етәкләй.
Һүҙемде уратып-уратып йөрөтә торғас, Наил Кәбир улына әйләнеп ҡайтып тамамлайым инде. Етештереү сәнәғәтендә эшләһә лә, Юнысов — нә­шер­ләнгән иллегә яҡын ғилми хеҙмәт авторы. Геофизика һәм геология буйынса бихисап халыҡ-ара симпозиумдар, семинарҙар, конференциялар һәм күргәҙмәләр эшендә ҡатнашҡан. 1987 йылдан алып Европа геофизиктар йәмғиәтенең даими ағзаһы, геология-минералогия фәндәре кандидаты. Форсаты булғанда Өфө дәүләт нефть техник университетында дәрестәр алып барҙы.
Ленин, Октябрь революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, эҙләү һәм разведкалауҙың гео­физик алымдарын үҫтереүҙәге бик ҙур хеҙмәт­тәре өсөн В.В. Федынский миҙалы менән бүләклән­гән. “РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы”, “Почетлы нефтсе”, “Газ сәнәғәтенең почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәрҙе йөрөтә. Иң мөһиме — дуҫы Мостай ағайҙың һүҙҙәрен үҙгәртеберәк әйткәндә, еңеүҙәре, уңыштары булған, бүләк алған, хөрмәт татыған, менмәһә лә, һыйпағаны булған алтын ялын шөһрәт атының. Һәм ошоларҙан аҙаҡ та Наил Кәбир улы кеселекле, асыҡ йөҙлө, ифрат ябай кеше булып ҡалған. Ҡайһы берәүҙәрҙән айырмалы рәүештә, ҙур йөрәкле шәхестәрҙе вазифалар, дан-дәрәжәләр боҙмай, бәлки, күтәрә генә икән.
Гәзит уҡыусылар ҡарамағына Юнысов ағайҙың оҙайлы ғүмерендәге иң ҡәҙерле мәлдәрен теркәгән ике-өс фотоны тәҡдим итәм. Уларҙа — бөгөнгө һүҙҙең сәбәпсеһе үҙе, Айгөл, ейәнсәре София һәм Зифа Исмәғил ҡыҙы менән икәүһе.



Вернуться назад