Бәхеттәре бар икән...20.04.2012
Дыуан районында йәш ғаилә һигеҙ айлыҡ балаһы менән ВАЗ-2115 автомобилендә Һикәяҙ йылғаһын кисеп сыҡмаҡсы булған, әммә яҙғы һыуҙың ҡеүәтен дөрөҫ баһаламаған шул...
Йылға автомобилде ағыҙып алып киткән. Ярай әле юлында ҡаршылыҡ осрап, "тимер ат" һыу упҡынының тап уртаһында туҡтап ҡалған. Мең бәлә менән йәштәр автомобиль өҫтөнә менеп ултырған. Юлдан бихисап кеше үтһә лә, берәү ҙә ярҙамға ашыҡмаған. Бәхеттәренә, "Нива" автомобилендә автоинспектор Сергей Куклин үтеп барған. Ул ағаһы менән бәләгә тарығандарҙы ҡотҡарған. Өс бала атаһы, оло йөрәкле инспектор, был эште намыҫ ҡушыуы буйынса башҡарҙым, ти.


Вернуться назад