Биләүҙә ятҡан сабыйҙай,
Тәбиғәт йоҡлай ҡышын.
Тынлыҡтың саф тыны бында,
Һиллек бөркә һулышын.Донъя шундай йомшаҡ ҡына,
Донъя шундай аҡ ҡына!
И-и-и, бер үбеп алғы килә
Шул сабыйҙы һаҡ ҡына!
Собханалла! Күҙ теймәһен,
Аҡҡа таптар йоҡмаһын!
Зинһар өсөн, шауламағыҙ,
Рәхәтләнеп йоҡлаһын!