Бала саҡ әкиәттәге һымаҡ булһын05.01.2018
Бала саҡ әкиәттәге һымаҡ булһын“Ҡулынан да килә, теленән дә”, тиҙәр уның кеүек һоҡланғыс кешеләр тураһында. Салауат районының Малаяҙ ауылында йәшәгән Айгөл Ғәйнелйәнова ла тап шундайҙарҙан.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Айгөл йәштәштәре кеүек киләсәккә яҡты уй-хыялдар менән яна. Оҙаҡ уйлап тормай, Силәбе өлкәһенең К. Ивановский индустриаль техникумына уҡырға инә. Унда ул үҙенең буласаҡ тормош иптәшен осрата. Техникумды тамамлағас, һомғол буйлы Ҡариҙел егете менән сәстәрен-сәскә бәйләйҙәр. Йәштәр Малаяҙҙа төпләнә.
Эшһөйәр, тырыш Айгөл ситтән тороп Бөрө педагогия институтының “Мәктәпкәсә педагогика һәм психология” факультетына уҡырға инә. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлай. “Мөмкинлек” тип исемләнгән үҫмерҙәр клубында бейеү түңәрәген дә алып бара.
Балалар баҡсаһы ябылғас, Айгөл Ишбирҙе ҡыҙы хеҙмәт юлын район хакимиәтенә ҡараған опека һәм попечителлек бүлегендә дауам итә. Ошо йылдарҙағы һәр көнөн ул бөгөнгөләй хәтерләй. Күпме тырышлыҡ, сабырлыҡ талап иткән йылдар…
– Яуапһыҙ атай-әсәйҙәрҙән балаларын алырға килгәндә, һәр саҡ эсем бошто. Уйланырҙар, насар ҡылыҡтарын ташлап, балаларын үҙҙәренә кире алырҙар, тип өмөт иттем. Ни булһа ла, баланың ғаиләлә тәрбиәләнеүе яҡшы. Ундай осраҡтар ҙа булды. Шулай уҡ 10-15 йыл балалары булмаған ғаиләләр менән бергә эшләнек. Ата-әсәһе ташлап киткән балаларҙы алырға ошондай ғаиләләр сиратта тора.
Бер күренеш һаман күҙ алдымда. Оҙаҡ бәпестәре булмаған ғаиләгә ҡыҙ бала алып килдек. Сабыйҙы күргәс тә, буласаҡ әсәй ҡулына алып, тиҙ генә сисендереп, яңы кейем кейҙерҙе. Мунса яғып ебәрҙеләр. Күрәһең, оҙаҡ көткәндәр... Һуңынан был ғаиләлә үҙҙәренең ике сабыйы тыуҙы. Ғөмүмән, ошондай шатлыҡлы минуттарҙы күп кисерергә насип итте. Ғаиләгә тәрбиәгә алынған һәр баланың артабанғы тормошо менән ҡыҙыҡһынып торҙом, уларҙың һәр береһенең исемен иҫләйем.
Уңыштарға өлгәшеп, тыныс ҡына донъя көтөп ятҡанда, яҙмыш Айгөл Ғәйнелйә­новаға оло һынау ебәрә. Әсәһе 46 йәшендә донъя ҡуя. Айгөлдөң ике һеңлеһе тороп ҡала. Ул саҡта өлкән һеңлеһе Гөлнара Ульяновск ҡалаһының педагогия колледжында уҡып йөрөй, ә кесеһе Гөлназға ни бары ун йәш кенә була. Айгөл уны үҙенә йәшәргә ала. Был ваҡытта ғаиләлә үҫеп килгән ике йәшлек Венераға Гөлназ оло иптәш һәм ярҙамсы була.
Тормош һынауҙарына бирешмәй, Ғәйнелйәновтар тырышып донъя көтөүен дауам итә. Артабан тормоштарын матурлап малайҙары донъяға килә.
Ғүмеренең ун ике йылын опека һәм попечителлек бүлегенә бағышлай Айгөл. Бөгөн ул балалар баҡсаһында тәрбиәсе. “Эшемдән ҡәнәғәтмен. Балаларҙы ныҡ яратам, шуға бында килдем. Оҙаҡ күрмәй торһам, кескәйҙәрҙе һағынам”, – ти ул эше тураһында.
Айгөл Ишбирҙе ҡыҙы аш-һыуға ла оҫта, ҡул эштәренә лә маһир, ике балаһына өлгөлө әсәй, тормош иптәшенә яҡшы ҡатын. Ауылдаштары, туғандары уны итәғәтле, ярҙамсыл, хәстәрлекле, саф күңелле тип белә. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Венера, үҙ ғаиләһен ҡороп, Санкт-Петербург ҡалаһында төпләнгән, ә Арсен улдары әлегә үҙҙәре менән йәшәй, армия хеҙмәтенә йыйына.
– Һәр ғаиләлә бала бәхетле булһын тип теләйем. Күп кеше сабый һөйөү бәхетенән мәхрүм. Уларҙы һөйөп, яратып йәшәгеҙ, мөғжизәле бала саҡ бүләк итегеҙ, – ти Айгөл Ишбирҙе ҡыҙы.



Вернуться назад