Ауыл халҡының үҙ амбулаторияһы бар05.01.2018
Ауыл халҡының үҙ амбулаторияһы барТабипҡа даими күренеү мөһим икәнен бер кемгә лә аңлатып тороу кәрәкмәйҙер. Һаулыҡ беҙҙең ғүмер билдәһе булһа, табиптар – халыҡ һаулығы һағында тороусы, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусы. Был йәһәттән ауыл табибы йәки фельдшеры иңендә тағы ла мөһимерәк бурыстар ята. Ниндәй генә ауыр хәлгә тарымаһын, ауыл халҡы тәү сиратта аҡ халатлыларға күҙ төбәп бара. Бәлә ағас башында түгел, аяҡ аҫтында, тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Кемгәлер ашығыс ярҙам, кемгәлер кәңәш, йә йылы һүҙ кәрәк, ә район үҙәгенән йыраҡ урынлашҡан ауылдарҙа, бигерәк тә юл булмаған һәм уйламаған осраҡта фельдшерға тыуған сабыйҙарға кендек инәһе булырға тура килә.

Ә бит һәр килеүсене ҡабул итеү өсөн, күп осраҡта көтөлмәгән бәхетһеҙ хәлдәрҙә кеше ғүмере өсөн көрәшеү, йөҙәр километр алыҫлыҡта урынлашҡан район дауаха­наһына алып барып еткергәнсе ошо үҙ эштәрен оло яуаплылыҡ һәм түҙемлек менән башҡарған изге йөрәклеләрҙән ҙур тырышлыҡ талап итә. Шуға бәйле бөгөн урындарҙа ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын камиллаштырыуға дәүләт кимәлендә ҙур иғтибар бүленә. Рәсәй Президенты Владимир Путин да, үҙенең сығыштарында йыш ҡына ошо мәсьәләгә туҡталып: “Беҙҙең алдыбыҙҙа заманса медицина тармағын булдырыу бурысы тора, һәм был ыңғай үҙгәрештәр федераль клиникаларҙан алып ауыл амбулаторияларына тиклем, йәғни бөтә кимәлдәге медицина учреждениеларына ла ҡағылырға тейеш”, – тине. Медицина хеҙмәтенең һәр кешегә күрһәтелеүе, ауырыуҙар һанын кәметеүе, ғүмер оҙонлоғон арттырыу – йәшәү кимәлебеҙҙе яҡшыртыуҙа хәл иткес роль уйнаусы фактор. Был йәһәттән беренсел медицина ярҙамын камиллаштырыуға төп баҫым ауылда табип амбулаторияларын асыуға, уларҙың матди-техник базаһын яңыртыуға йүнәлтелә.
Беҙҙең районда ла тармаҡтың милли базаһын үҫтереү буйынса ғәйәт ҙур эш башҡарыла. 2017 йыл районыбыҙҙың иң төпкөл биләмәләренең береһе һаналған Кананикольск ауылы халҡы хәтерендә ҡыуаныслы бер ваҡиға менән иҫтә ҡала. Бында тантаналы шарттарҙа табип амбулаторияһы асылды. Ауыл халҡының күптәнге хыялы урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһында ҡатнашыу арҡа­һында тормошҡа ашты. Йәғни амбулатория бинаһын ремонтлауға тотонолған сығымдарҙың төп өлөшө республика ҡаҙнаһынан ҡаплана, ҡалған сумма биләмә халҡынан туплана. Һөҙөмтәлә бинаның ҡыйығы яңыртылған, скважиналар ҡаҙылып, һыу үткәрелгән, һыу йылытыу өсөн газ ҡаҙанлығы, яңы пластик тәҙрәләр, ишектәр ҡуйылған. Бинаның эсендә лә ремонт башҡарылған. Подрядсы Ю. Айыт­ҡоловтың хеҙмәтенән бында бик ҡәнәғәт ҡалғандар.
Кананикольск ауылы халҡының шат­лығын уртаҡлашыу өсөн, йәғни табип амбулаторияһын асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы И. Фәтҡуллин, Йылайыр үҙәк дауаханаһы поликлиникаһы мөдире И. Хәмитов, район дауаханаһынан бер төркөм табиптар килде. Ошо оло байрамды тәбрикләп, Кананикольск ауыл биләмәһе башлығы Н. Корнеева телмәр тотто:
– Беҙҙең районда ауыл халҡының тормошон яҡшыртыу өсөн маҡсатлы эш алып барыла, – тине Надежда Ивановна. – Балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең асылыуы, мәҙәниәт усаҡтарының сафҡа инеүе, юлдар, күперҙәр ремонтланыуы, шәхси төҙөлөш секторының йылдам үҫешеүе – мөһим социаль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһе ул. Быларҙың күбеһенә районда дүрт йыл рәттән тормошҡа ашы­рылған “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһы ярҙамында өлгәшелде. Кананикольск табип амбулаторияһының асылыуы ла – дөйөм, тырыш хеҙмәтебеҙҙең емеше. Форсаттан файҙаланып, инициатива төркөмөнөң эшен билдәләп үтергә теләйем. Проектты һайлауҙан башлап кәрәкле документтарҙы конкурс комис­сияһына тапшырғанға тиклем, унан инде ремонт эштәренең башынан аҙағынаса ярҙам күрһәттегеҙ, һеҙ – беҙҙең ышаныслы таянысыбыҙ. Барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт һеҙгә!
Биләмәнең иң әүҙем граждандары – Т. Баскаков, А. Лукьянов, С. Шаранов, Т. Ки­риков, Ю. Леонов Кананикольск ауылы биләмәһенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде.
– Район хакимиәте башлығының биләмә халҡы менән бер осрашыуында Илгиз Лирман улынан ауылда дауахана асыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйнеләр. Ауыл халҡының үтенесен иғтибар менән тыңлап, район хакимиәте башлығы был һорауҙың мотлаҡ ыңғай хәл ителәсәге тураһында белдерҙе һәм үҙ һүҙендә торҙо. Был ваҡиғанан һуң бер аҙ ваҡыт үтеүгә, дауаханалы ла булдыҡ. Беҙҙең турала һәр ваҡыт хәстәрлек күргән Илгиз Лирман улына ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Ошонда уҡ И.Л. Фәтҡуллинға Кананикольск ауыл биләмәһенең Рәхмәт хаты тапшырылды.
– Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышына мөрәжәғәтна­мә­һендә: “Хөкүмәт органдары һәм уның бар­лыҡ тармаҡтары өсөн иң мөһиме – халыҡ менән бергә булыу, кешеләр мәнфәғәтендә эшләү”, – тине. Республикабыҙ, тыуған районыбыҙ киләсәге өсөн иңебеҙҙә оло яуаплылыҡ ята, – тип билдәләне Илгиз Лирман улы. Һаулыҡ һаҡлау системаһы граждандарҙың көнкүреш кимәлен күтәреүгә һәм иҡтисадыбыҙҙың ҡеүәтен арттырыуға туранан-тура тәьҫир итә, шуның өсөн дә уны үҫтереү мәсьәләләренә беҙҙең республикала бик ҙур иғтибар бүленә. Кананикольск ауылында амбулатория асыу – ҙур күләмле эштәрҙең башы ғына әле. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу эше артабан да дауам итәсәк, модулле ФАП-тар ҡайтарылыу ҙа планлаштырылған.
Тантаналы сараға Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Р. Нағаев та саҡырылғайны. Матур йола буйынса, ал таҫманы ҡырҡып, сараға йыйылғандар амбулаторияға үтте. Яңы бинала физиотерапия, стоматология, ЭКГ кабинеттары, клиник-диагностик лабо­ратория асылған. Яңы учреждениела һигеҙ хеҙмәткәр эшләйәсәк, ятып дауаланыу өсөн биш кешегә иҫәпләнгән урындар ҙа бар. Медицина учреждениеһына табип-терапевт Неля Фәтхетдинова етәк­селек итә. Йәш белгес ауылға “Ауыл табибы” программаһы буйынса эшкә килгән.



Вернуться назад