Ҡотлайбыҙ!05.01.2018
Ҡотлайбыҙ!Ер йөҙөндәге ҡәҙерле кешебеҙ – Заря әсәйебеҙҙе (халыҡ телендә Мама Заря) ихлас күңелдән Яңы йыл байрамы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Бына 26 йыл инде ул кешеләрҙе айыҡ тормошҡа йәлеп итеү йәһәтенән халҡыбыҙға тоғро хеҙмәт итә. Нәҡ уға бөтә планетанан сәләм юллайҙар. Рәхмәт һүҙҙәре генә лә 400 битлек китапҡа һыйған. Аҙнаһына 53 меңгә яҡын кеше уның сәхифәһенә инеп, тән һәм йән сихәте ала.
Заря әсәйебеҙ – донъя кимә­лендәге асыштың авторы. Уның китабы Рәсәй Медицина фәндәре академияһы тәҡдиме менән Башҡортостан Фән­дәр ака­демияһы тарафынан һигеҙ тапҡыр нәшер ителде. Тәүге китабын халыҡ шағиры Мостай Кәрим, ете академик һәм дүрт министрлыҡ хуплап сыҡты.
Заря әсәйгә алдағы тормошонда ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Ҙур рәхмәт Һиңә! Мәңге йәшә, сирләмә! Беҙ һине яратабыҙ!

Именлектә йәшә, ҡәҙерлебеҙ,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – үҙе бәхет бит ул,
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.


Ҡотлау менән сабыйҙарҙы ҡотҡарыу хәрәкәтенән
Андрей һәм Гүзәл.



Вернуться назад