Бөтәһе лә иҫән-һау20.04.2012
"Өфө" аэропортында "Люфтганза" авиакомпанияһының Шанхайҙан Франкфуртҡа осоусы Boeng-747 самолеты техник сәбәптәр менән Башҡортостан ерендә туҡтарға мәжбүр булды.
Ике палубалы (ике ҡатлы) самолет донъялағы иң ҙур, иң ауыр, күп кеше һыйҙырышлы транспорт сараларының береһе һәм алыҫ араға оса. Әлеге осраҡҡа килгәндә, самолет һауала саҡта двигателдән төтөн сыға башлаған, шуға ла борттағы 311 пассажирҙың яҙмышы өсөн яуаплы экипаж Башҡортостан аэропортына ултырырға рөхсәт һораған. Сит ил граждандары аэропорт терминалында урынлаштырылды, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителде. Уларҙы кисә авиакомпанияның ике самолеты килеп алды, ә проблемалы "тимер ҡош", тикшереү үткәрелгәндән һуң, Германияға пассажирҙарһыҙ осасаҡ.