Быуат-быуат тарихыбыҙҙа балалар уйындары халыҡ ижадының тәү ынйыларын тәшкил итә. Һәм кескәйҙәр өсөн ваҡыт уҙғарыу йәки күңел асыу рәүеше генә түгел, ә баланы һәр яҡлап үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Етеҙ һәм сос булыу, ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ынтылыш, дуҫлыҡ һәм берҙәмлек кеүек ҡиммәттәрҙе ҡәҙерләү, туған телдә иркен аралашыу кеүек сифаттар тәрбиәләй улар.Баш ҡаланың Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында “Башҡорт балалар фольклор уйындары” төбәк-ара фестиваленең икенсе этабы үтте. Конкурстың беренсе этабында интернет селтәрендә мәктәп уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренән ҡабул ителгән видеояҙмалар һайлап алынды. Республикала беренсе тапҡыр уҙғарылған был сара 2020 йылда беҙҙә үтәсәк Бөтә донъя фольклор байрамына әҙерлек сиктәрендә Мәғариф һәм Мәҙәниәт министрлыҡтары ярҙамы менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан ойошторолдо. Фестивалдең тәүге этабында илле балалар коллективы ҡатнашһа, икенсе турға Өфө, Сибай, Бәләбәй, Күмертау ҡалалары, Хәйбулла, Учалы, Бәләбәй, Баймаҡ, Салауат, Мәсетле, Әлшәй, Ейәнсура райондары балалар баҡсалары, мәктәптәре, гимназиялары вәкилдәре үтте.
Кескәйҙәр бөгөн көндәлек тормоштарынан төшөп ҡалған һирәк осраған “Ситән үреү”, “Бүкән ҡайыш”, “Еҙ бүкән”, “Ҡылыс”, “Һөйәк”, “Туп соҡор”, “Һуҡыр тәкә” кеүек үҙенсәлекле һәм матур халыҡ уйындарын сәхнәгә сығарыр алдынан йәрәбә тартып, һынамыш әйтеште, үҙҙәре менән ижади итеп таныштырҙы. Бөтә был тамаша ысын мәғәнәһендә бәләкәй генә тәрбиә уйын майҙансығын хәтерләтте.
Балаларҙың уйындарын ил инәләре, халыҡ тәрбиәсеһе Мәрйәм Бураҡаева һәм аҡ һүҙле Альбина Исхаҡова, Башҡорт халыҡ ижады үҙәгенең фольклор белгесе Гөлгөнә Баймырҙина, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Гүзәл Вилданова, йырсы-композитор Нурия Абдуллина, телсе ғалимә Ғәҙилә Бүләковалар баһаланы. Байрамда ҡатнашыусылар араһында сослоғо, етеҙлеге, батырлығы менән айырылып торған еңеүселәр билдәләнде, уларға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Киләсәктә был фестиваль йыл һайын үткәрелер, ә үҫеп килгән йәш быуын быуаттар менән һыналған халыҡ тәрбиә алымдары ярҙамында тәрбиәләнер тигән өмөттә ҡалабыҙ.