“Уйнап түгел, уйлап эш итәм”27.12.2017
“Уйнап түгел, уйлап эш итәм” Венера ХӘКИМОВА, “Республика Башкортостан” нәш­риәт йор­тоноң генераль директоры.


– Венера Миҙ­хәт ҡыҙы, астрологик жур­нал­дар Этте шулай тип тасуирлай: “Ул алыш­ҡа уйлап та тормай ташлана, ха­ким­лығының тәү­ге көндәре­нән үк планетала тәртип урын­лаш­тырырға тотона, төрлө социаль струк­тураларҙа ла үҙен ышаныслы тоя һәм идеяларын тор­мошҡа ашыра, теләһә ниндәй хыя­нат­ҡа түҙеп торғоһоҙ...” Ошо яҙылғандарҙың ҡай­һы­һы Һеҙҙең холоҡҡа тура килә, ҡайһылары ысын­барлыҡтан алыҫ тип иҫәпләйһегеҙ?

– Үҙем тураһында уйлап та тормай алышҡа ташланған кеше тип әйтә алмайым. Миңә ваҡиға­лар үҫешенең төр­лө варианттарында ниндәй эҙемтәләр буласа­ғын алдан күҙаллау хас. Ләкин, ҡарар ҡабул ителгәс, уның үтәле­ше­нә табан ныҡышмалы барам. Хатта тактиканы әленән-әле үҙгәртергә кәрәк булһа ла. Бөтә нәмәлә тәртип яратам: башымда ла, өҫтәлдә лә, эштә лә, ә дөрөҫ бул­ма­ған ҡарарҙарҙы яратмайым. Тормош шуға өйрәтте: әгәр ҙә нимәне булһа ла билдәләнгән тәртипкә ҡаршы килеп эшләһәң, ул иртәме-һуңмы хаҡын ҡайта­расаҡ. Эткә ҡағылышлы холоҡтоң башҡа һыҙаттары миңә тап киләлер, моғайын.
– Шул уҡ баҫмалар яҙыуын­са, 2018 йылда йәм­ғиәттең социаль-иҡтисади өлкәләренә финанс үҫеше хас буласаҡ. Был йәһәттән Һеҙ үҙегеҙ етәк­лә­гән коллектив өсөн ниндәй ыңғай үҙгәрештәр көтәһегеҙ?
– Киләһе йылды мин ҙур өмөт менән көтәм. Эшлек­ле­лектең әүҙемләшеүе күҙәтелә. Беҙҙең мәғлүмәти продукцияны һатыу яҡшырыр, тимәк, предприятие ла эшмә­кәрлеген үҫтереүҙә күберәк­кә өлгәшә алыр тип уйлайым. Етештереү технологиялары ҡу­лай­лаштырыуға табан үҙгәрәсәк, ә был инде хеҙмәт күләмен кәметеүгә, белгестәр өсөн социаль программаларҙы яҡшыртыу мөмкинлеген арттырыуға алып киләсәк.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН яҙып алды.


Вернуться назад