“Алло, миңә юрист кәңәше кәрәк, дөрөҫ эләктемме?” — хәҙер редакцияла шулай башланған шылтыратыуҙы көн һайын тиерлек ишетәбеҙ. “Башҡортостан” гәзитенең юрист йәлеп итеп, халыҡҡа хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса түләүһеҙ кәңәш бирә башлауына оҙаҡламай бер йыл була. Ә телефондар тынмай, хат аша һәм ижтимағи-сәйәси бүлеккә килеп һорау биреүселәр ҙә кәмемәй. Хоҡуҡ белгесе, “Лига-М” юридик компанияһының директор урынбаҫары Таһир Мансуровтың исеме бөгөн күп уҡыусыларыбыҙға мәғлүмдер.
Хаттарҙың, шылтыратыуҙарҙың күплеген иҫәпкә алып, март аҙағында уҡ уҡыусыларыбыҙ өсөн “тура бәйләнеш” ойошторорға тигән ҡарарға килгәйнек. Шуныһын әйтеп үтергә кәрәк: һорау менән күмделәр генә беҙҙе! Байтаҡ хат килде, телефон аша мөрәжәғәттәр иһә бер туҡтауһыҙ яуҙы.
Иң йылғырҙары Мәләүез районынан булып сыҡты.
— Һаумыһығыҙ! Миңә Таһир Мансуров кәрәк ине, — тип башланы үҙе менән таныштырмаған ханым. — Ер участкаһы алдым, уның өсөн йүгереп йөрөп документ йыйҙым, тейешле аҡсаһын түләнем. Инде кадастр планына тиклем эшләп бөткәс, райондың муниципаль милеккә идара итеү комитетынан хат килеп төштө. Имеш, әлеге ер участкаһы аукцион аша һатыуға ҡуйылған. Тимәк, кем аҡсаны күберәк түләһә, ер шуға эләгәсәк...
— Эйе, улар дөрөҫ әйтә. 2001 йылда Рәсәйҙең Ер кодексы ҡабул ителде. Һәр участка бүленгәс һәм иҫәпкә ҡуйылғас, планы эшләнеп бөткәс, урындағы хакимиәт тарафынан аукционға ҡуйылырға тейеш. Быларҙың барыһы ла Ер кодексына ярашлы эшләнә, ә законды урап үтеп булмай. Был осраҡта һеҙгә һорау: ниңә кадастр паспорты һәм план эшләнегеҙ, ниңә иҫәпкә торҙоғоҙ?
— Бер кем дә бер ни әйтмәне, аңлатманы. Эште бөтөргәс кенә шундай яҙыу килеп төштө. Был хәл ғинуарға тиклем булды, “гәзиттә аукцион тураһында мәғлүмәт баҫылғас, килерһегеҙ”, тинеләр. Башланғыс хаҡын да белмәйем хатта. Әле сауҙалашыуҙа ҡатнашыу өсөн бер ҡала егете ғариза тапшырған, тиҙәр...
— Аукционда мотлаҡ ҡатнашығыҙ. Хаҡы тураһында һәм башҡа мәғлүмәт гәзиттә баҫылырға тейеш. Нисек кенә булмаһын, закон буйынса бөтә процедураларҙы ла үтергә кәрәк. Кәңәшем шул: аукционда ҡатнашыуға ғариза яҙығыҙ. Әгәр уны ваҡытында биреп өлгөрмәһәгеҙ, дәғүәләшеүҙән бөтөнләй төшөп ҡаласаҡһығыҙ. Хакимиәттә ғаризаны нисек яҙырға икәнен өйрәтергә, формаһын бирергә тейештәр. Башҡа дәғүәселәр менән яҡшылап һөйләшеп ҡарағыҙ, бәлки, улар аукционда ҡатнашыуҙан баш тартыр.
Шулай ҙа, әгәр аукционда еңелеп, ерегеҙҙе икенсе кеше ала ҡалһа, суд аша ергә сығымдарығыҙҙы ҡаплата алаһығыҙ. Документтарығыҙҙы туплағыҙ, ҡайҙа күпме аҡса түләгәнегеҙҙе раҫлаусы квитанцияларығыҙ булырға тейеш. Шулар менән судҡа барһағыҙ, сығымдарығыҙҙы кире ҡайтарып буласаҡ. Һеҙгә уңыштар теләйем!
— Һаумыһығыҙ! Күгәрсен районынан Фәйрүзә булам. Ун йыл Салауат ҡалаһында төҙөлөш ойошмаһында эшләнем, аҙаҡ, ҡыҫҡартыуға эләгеп, эштән киттем. Шул сәбәпле ятаҡтағы ун йыл буйы йәшәгән бүлмәмдән ҡолаҡ ҡаҡтым. Хәҙер ауылда әсәйемдә теркәлгәнмен, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ район хакимиәтендә сиратҡа торҙом. Бер йыл үтте. Сиратта 500-ҙән ашыу кеше тора, тиҙәр. Районда яңы йорттар төҙөлгәне тойолмай. Салауаттағы бүлмәне һатҡандар, ти. Хәҙер уйлайым да бит: бүлмәне ҡалдырмаҫҡа кәрәк булған. Уны ҡайтара алмаҫмындыр инде... Хакимиәттең торлаҡ тәҡдим итеүен көтөүҙән дә фәтүә юҡтыр. Аптырап шылтыратам инде: ни эшләргә хәҙер?
— Бүлмәгеҙҙе юғалтҡас, нимәнең һәйбәтерәк булыр икәнен әйтеүе ауыр. Әгәр уны һаҡлап ҡалһағыҙ, социаль яллау шарттарында йәшәп, аҙаҡ хосусилаштыра алыр инегеҙ. Әммә эш үткән, хәҙер башҡа юл юҡ. Хакимиәттәге сираттан төшмәгеҙ. Һәр райондың социаль торлаҡ төҙөү буйынса үҙ программаһы булырға тейеш. Унда йылына программаның ниндәй шарттарҙа тормошҡа ашырылыуы, күпме аҡса бүленеүе, нисә йорт төҙөләсәге — барыһы ла яҙыла. Һеҙҙе уның менән таныштырһындар. Әгәр баш тартһалар, яҙма рәүештә мөрәжәғәт итегеҙ. Бер ай эсендә мотлаҡ яуап килергә тейеш. Үкенесле, әммә көтөүҙән башҡа сара юҡ.
— Һаумыһығыҙ, Таһир Нуриәхмәт улы! Баймаҡтан Хәсәновтар ғаиләһе беҙ. Ирем йәш сағында ике йыл Афғанстанда хеҙмәт иткән, яугир-интернационалист статусына эйә. Әле шахтер булараҡ 50 йәштән пенсияға сыҡты. “Ҡыҙыу нөктә”лә хеҙмәт итеүе дөйөм стажға инәме икән? Ишетеүемсә, уларҙың яуҙа үткән бер йылы өс йыл тип иҫәпләнергә тейеш. Дөйөм стажға Афғанстанда булған ваҡыты ике йыл ғына булып инде, был дөрөҫмө? Рәхмәт.
— Ҡануниәттә Афғанстанда хеҙмәт иткән яугир-интернационалистарҙың пенсияға сығыуға бәйле стажын иҫәпләгәндә һуғышта үткән бер йылды өс йылға тиңләштереү ҡаралмаған. Ике йыл, һис шикһеҙ, дөйөм стажға инә, тик нисек бар — шул килеш.
Ә пенсияһы буйынса нимәлер аңлашылмаһа, Пенсия фонды бүлексәһенә хат яҙа алаһығыҙ. Улар һеҙгә түләү күләмен нисек иҫәпләүҙәрен аңлатырға бурыслы. Яҙма рәүештә мөрәжәғәт итеү уңайлыраҡ, сөнки, ҡануниәткә ярашлы, бер ай эсендә яуап бирелергә тейеш. Күҙгә-күҙ һөйләшеүҙән фәтүә аҙыраҡ.
Артабан шылтыратҡан ханым исемен һәм районын атамауыбыҙҙы үтенде. Уның һорауы түбәндәгесә:
— Ханты-Манси автономиялы округының бер ҡалаһынан уллыҡҡа бала алғайныҡ. Ул инвалид ине, хәҙер был статусын алдылар. Йыйылған барлыҡ аҡсаһын һаҡлыҡ банкындағы иҫәпкә күсергәндәр. Беҙ уны алырға хоҡуҡлымы икән? Баланың исем-шәрифен үҙгәрткәйнек.
— Баланың исемен үҙгәрткәс, ЗАГС һеҙгә был хаҡта танытма бирергә тейеш ине. Уны уллыҡҡа алыу тураһындағы документтар ҙа барҙыр. Шул ҡағыҙҙарығыҙҙың барыһын да туплағыҙ. Аҡсаһын һеҙгә бирә алалар.
— Проблема шунда: банктың райондағы бүлексәһендә “беҙ был мәсьәләне хәл итмәйбеҙ, Ханты-Мансиға барып, үҙегеҙ юллағыҙ”, тиҙәр.
— Һаҡлыҡ банкы — бөтөн ил буйынса эшләүсе бер ойошма, тимәк, һеҙҙең мәсьәләне урындағы бүлексә кимәлендә хәл итеүе ауыр түгелдер, моғайын. Үҙҙәре почта аша документтарығыҙҙы ебәрһендәр. Һеҙгә унда барыу мотлаҡ түгел. Талабығыҙҙы белдереп, ғариза яҙығыҙ һәм уны теркәтегеҙ. Ғаризағыҙҙы алмаһалар, почта аша заказлы хат ебәрегеҙ. Был мәсьәләне хәл итеү — уларҙың эше.
— Рәхмәт. Ә ул аҡсаны, 18 йәш тулғас, бала үҙе аламы, әллә беҙгә, йәғни яңы ата-әсәһенә, бирәләрме?
— Яңы ата-әсә булараҡ, һеҙ ала алаһығыҙ. Тик бының өсөн опека һәм попечителлек органдарынан махсус рөхсәт кәрәк. Ниндәй районда пропискала тора, шунда ғариза яҙығыҙ һәм ризалыҡ һорағыҙ.
Уллыҡҡа алынған балаға ҡағылышлы тағы ла бер шылтыратыу булды. Был юлы ла гәзиттә исем-шәрифте атамауҙы үтенделәр.
— Уллыҡҡа алған балабыҙ ВИЧ-инфекция менән ауырый. Белеүебеҙсә, илдә был сир буйынса инвалидлыҡ бирелмәй. Уны ҡарау буйынса берәй пособие юҡмы икән?
— ВИЧ менән ауырыусы баланың хоҡуғы иммунодефицит вирусы сәбәпле барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙың Рәсәйҙә таралыуын иҫкәртеү тураһындағы федераль ҡануниәткә ярашлы көйләнә. Әлеге закондың 19-сы статьяһына ярашлы, ВИЧ менән ауырыусы бәлиғ булмағандарға 18 йәшкә тиклемге инвалид балалар өсөн тәғәйенләнгән социаль пенсия, пособие түләнә һәм социаль ярҙам күрһәтелә. Бәлиғ булмаған бындай сирле баланы ҡараусыға шулай уҡ ҡануниәт буйынса пособие ҡаралған. Бынан тыш, иммунодефицит вирусы сәбәпле барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙың Башҡортостанда таралыуын иҫкәртеү тураһында закон бар. Уға ярашлы, ауырыу баланың ата-әсәһе йәки законлы вәкиле балаға 15 йәш тулғанға тиклем уның менән дауалау учреждениеһында бергә булырға хоҡуҡлы. Был осраҡта атай йәки әсәй кеше баланы ҡарау өсөн эштән китһә лә, уның хеҙмәт стажы өҙлөкһөҙ дауам итә. Төп шарт: балаға 18 йәш тулғас, кире эшкә сығырға тейеш.
Инвалидтар өсөн льготалар бихисап, улар Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың норматив акттары менән ҡаралған. Нигеҙ булып торорҙайы — Рәсәй Федерацияһында Инвалидтарҙы социаль яҡлау тураһында федераль закон. Атап әйткәндә, һеҙ торлаҡ (дәүләт йәки муниципаль милектәге торлаҡ) һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләгәндә 50 процент ташламаға хоҡуҡлы. Шулай уҡ, республика законына ярашлы, һеҙ, инвалид бала ҡараусы ғаилә булараҡ, шәхси йорт төҙөүгә түләүһеҙ ер юллай алаһығыҙ. Был мәсьәлә буйынса район хакимиәтенә мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисерһәгеҙ, иҫәпкә баҫығыҙ һәм федераль бюджет иҫәбенә торлаҡлы булыуға өмөт итә алаһығыҙ. Тулыраҡ мәғлүмәт алыу өсөн йәшәгән урынығыҙ буйынса халыҡты социаль яҡлау бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.
— Ҙур рәхмәт, барыһы ла аңлашылды!
Юрист телефонды һалып та өлгөрмәне, Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылында йәшәүсе Гүзәл Азаматова үҙенең проблемаһын һөйләй ҙә башланы.
— Балалар йортонан опекаға өс йәшлек ҡыҙҙы алғайныҡ. Уны һигеҙ йыл үҫтерҙек һәм хәҙер ҡыҙ итеп алырға ҡарар иттек. Әммә бының өсөн йәшәгән өйөбөҙҙә майҙан етмәй тип рөхсәт бирмәнеләр. Башта сырхау ғына ҡыҙыҡай ине, беҙ уны тәрбиәләп, һауыҡтырып алдыҡ, мәктәптә һәйбәт кенә уҡып йөрөй. Унан тыш, ғаиләбеҙҙә опекаға алынған тағы өс бала бар. Яҡшы эш башҡарам тип, береһен генә булһа ла ҡыҙ итеп алырға ине иҫәбебеҙ. Баш тартҡастар, шул тиклем ауыр булды. Ҡыҙ ҙа өмөтләнеп көтә бит. Күп итеп мал аҫрайбыҙ, техникабыҙ бар, етеш торабыҙ. Әле өй һалабыҙ, квадрат метрҙар артасаҡ. Тормош көтәбеҙ, тырышабыҙ...
— Әлбиттә, яҡшы ниәт менән йөрөйһөгөҙ. Тик, эш үткәс, беҙ һеҙгә ярҙам итә алырбыҙмы икән һуң?
— Уныһын аңлайбыҙ ҙа ул. Бәлки, гәзит аша берәй ярҙам булыр? Баҫма абруйлы, йоғонтоло бит. Аптыраған көндән шылтыратам инде. Беҙ республиканың Юғары судына ғариза ла ебәргәйнек, һаман яуап юҡ. Суд 15 мартта уҡ булған.
— Тимәк, ниндәйҙер ҡарар сығарылған. Юғары судтың мәғлүмәттәрен белер өсөн уларҙың сайтына инергә мөмкин. Унда “Ҡарарҙар банкы” тигән бүлек бар. Суд булған көн, фамилиялар, судьяның исем-шәрифе һәм башҡалар буйынса эҙләп, ниндәй ҡарар сығарғандарын ҡарағыҙ. Республиканың Юғары суды ла һеҙҙе ҡәнәғәтләндерерлек ҡарар ҡабул итмәһә, Рәсәйҙең Юғары судына мөрәжәғәт итергә генә ҡала.
Өфөнән Ринат исемле егет шылтыратты. Уның һорауы ҡыҫҡа ғына булды:
— Ун йыл Өфөлә йәшәйем, ошонда эшләйем. Торлағым юҡ, пропискала районда торам. Баш ҡалала фатирға мохтаж булараҡ сиратҡа баҫа аламмы?
— Юҡ, был мөмкин түгел. Прописка мотлаҡ кәрәк. Ваҡытлыса булһа ла теркәлергә тырышығыҙ.
— Һаумыһығыҙ! Ҡалтасы районынан Резида Әсәҙуллина булам. Районда йәшәүсе татарҙарҙың йәмәғәт ойошмаһында рәйес булып торам. Яңыраҡ беҙгә хат килеп төштө — апрель урталарында Өфөлә татарҙарҙың съезы үтә икән, унда делегаттар һайларға кәрәк, тиелгән. Хакимиәткә шылтыратып белешкәйнем, улар ысынлап та шундай хат барлығын әйтте. Тик ниндәйҙер инициатива төркөмө төҙөлгән, унан делегаттар һайланған, беҙҙең ойошманы һанға ла һуҡмай, яңы йәмәғәт ойошмаһы булдырғандар. Уларҙың бындай хоҡуғы бармы?
— Һеҙ рәсми теркәлгән ойошмамы, юҡмы?
— Юҡ шул. Беҙҙең районда дүрт-биш милләттең юридик нигеҙҙә теркәлмәгән мәҙәни ойошмалары бар.
— Юстиция министрлығында иҫәпкә тормағас, бер ниндәй ҙә хоҡуҡи статусығыҙ юҡ. Урындағы властар башҡа ойошма вәкилдәрен дә делегатлыҡҡа тәҡдим итә ала. Әгәр юридик теркәлгән ойошма булһағыҙ, башҡарма комитет составына ла инер инегеҙ, моғайын. Был осраҡта һеҙҙән тыш бер нәмә лә эшләп булмаҫ ине. Хәҙер хакимиәттең әлеге ҡарарын кире ҡағырға тырышыу өсөн хоҡуҡи нигеҙегеҙ юҡ. Был мәсьәлә буйынса Өфөләге татарҙар ойошмаһының башҡарма комитетына мөрәжәғәт итеп ҡарағыҙ. Мин, әлбиттә, ундағы уставта нимә яҙылғанын белмәйем. Шулай ҙа, үҙегеҙҙе үҙегеҙ тәҡдим итеп, делегат сифатында бара алаһығыҙҙыр, тип уйлайым.
Киләһе һорауҙы тура бәйләнештән алдараҡ шылтыратып ҡалдырғайнылар. Әбйәлил районынан Зифа исемле ханымдың әйтеүенсә, ике йыл элек ире вафат булған. Ете йәшлек малайы ҡараусыһын юғалтыусы булараҡ пособие ала, ә уның үҙенә юҡ, сөнки уларҙың рәсми никахы булмаған.
— Мәсьәләне берәй нисек хәл итеп булмаймы икән, аҡса етмәй бит юғиһә, — тине ханым.
— Ҡараусыһын юғалтҡан өсөн хеҙмәт пенсияһы “Рәсәй Федерацияһында хеҙмәт пенсиялары тураһында”ғы Федераль закон менән көйләнә. Уға ярашлы, ҡараусы вафат булған осраҡта бығаса уның ҡарамағында булған ғаилә ағзалары ошо пенсияға өмөт итә ала. Балаларынан, ағай-апайҙарынан, ейәндәренән тыш, бындай пенсияға дәғүә итеүселәр иҫәбенә ҡатыны (йәки ире), атаһы йәки әсәһе, олатаһы, өләсәһе һәм башҡалар инә.
Законға ярашлы, үлгән ҡараусының хеҙмәткә яраҡһыҙ ата-әсәһе һәм тормош иптәше, уның ҡарамағында булмаған осраҡта ла, вафатынан һуң күпме ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, аҡса сығанағын юғалтыуға бәйле хеҙмәт пенсияһына дәғүә итә ала. Хеҙмәткә яраҡһыҙ тип был осраҡта пенсия йәшенә етеү (ир-атҡа — 60, ҡатын-ҡыҙға 55 йәш тулғанда) йәки инвалид тип танылыу һанала. Әлеге нигеҙҙә пенсия юллау өсөн хеҙмәткә яраҡһыҙ булыуығыҙҙы һәм аҡса сығанағын юғалтыуығыҙҙы дәлилләгән документтар йыйырға кәрәк.
Һеҙҙең осраҡта, никахығыҙ ЗАГС-та теркәлмәгәс, суд аша үлгән ирегеҙҙең ҡарамағында йәшәгәнегеҙҙе һәм икегеҙҙең арала ир менән ҡатын мөнәсәбәте булғанлығын дәлилләргә кәрәк. Суд ошо факттарҙы танығандан һуң, Пенсия фонды бүлексәһенә ғариза биреп, ҡараусыһын юғалтҡан кеше булараҡ хеҙмәт пенсияһы түләүҙе талап итә алаһығыҙ.
— Һаумыһығыҙ, юрисҡа шундай һорауым бар ине. Мин — Мәләүез районынан Роза апайығыҙ. Беҙҙә сабыйын балалар баҡсаһына урынлаштыра алмаған һәм матди хәле шәптән булмаған ғаиләләргә урындағы хакимиәт ай һайын 500 һум түләй. Минең улымдың балаһы ла баҡсаға йөрөмәй, сөнки урын юҡ. Тик йәш ғаилә, айлыҡ килеме етерлек тип һаналыу сәбәпле, аҙ тәьмин ителгән тип иҫәпләнмәй һәм әлеге аҡсаны ала алмай. Ә бит улар ипотекаға фатир алды һәм барлыҡ тапҡан-таянғаны тиерлек шуны түләүгә китеп тора. Улым 500 һумлыҡ ярҙамға өмөт итә алмаймы икән?
— Аңлауымса, был — район хакимиәтенең башланғысы, йәштәргә ярҙам итеү буйынса үҙ программаһы. Бик хуп. Тик ипотека кредиты түләгән өсөн генә улығыҙ аҙ тәьмин ителгән булып һанала алмай.
— Мәләүез районынан шылтыратам. Район хакимиәтендә бер нисә йыл торлаҡҡа мохтаж булараҡ сиратта торҙоҡ, былтыр ипотека буйынса фатир алдыҡ. Хәҙер беҙҙе сираттан төшөрөп ҡалдырҙылар. Тәүҙә әйтеүҙәре буйынса, икенсе балабыҙ тыуһа, фатир хаҡының 200 мең һумы субсидияланырға тейеш ине. Фатирҙы үҙебеҙ алғас, был хоҡуҡты юғалтабыҙмы?
— Беҙҙең республикала бындай мәсьәләләр “Башҡортостан Республикаһында йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы тураһында” Законға ярашлы көйләнә. Ҡануниәттә йәш ғаиләләргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙа дәүләт ярҙамы күрһәтеү ысулдары билдәләнгән. Шул иҫәптән йәш ғаиләгә балалары тыуған (сабыйҙы уллыҡҡа йәки ҡыҙ итеп алған) осраҡта төҙөлгән йәки һатып алынған торлаҡ өсөн кредит өлөшөн түләүгә торлаҡ субсидияһы бирелә. Дәүләт ярҙамы өсөн аҡса республика бюджетынан бүленә. Шулай уҡ ипотека кредитын әсә капиталы иҫәбенә ҡаплай алаһығыҙ.
Әгәр фатир торлаҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса программаға ярашлы алынһа, әлеге программаның барлыҡ льготаларын да файҙаланырға мөмкин. Ә инде фатирҙы үҙ аллы һатып алһағыҙ, дәүләт ярҙамынан мәхрүм ҡалаһығыҙ. Сөнки дәүләт программалары проблемаһын үҙе хәл итә алмағандар өсөн генә ҡаралған.
— Мин Өфөнән шылтыратам, Урал Кәбиров булам. Фатирҙы һатырға ине, тик унда бәлиғ булмаған баланың 12 квадрат метрлыҡ өлөшө бар. Район хакимиәте шул сәбәпле һатыуға рөхсәт бирмәй, улымдың торлаҡҡа хоҡуғы боҙолоуынан ҡурҡалар. Хәҙер кәңәшләштек тә бала өсөн алмашҡа икенсе фатирҙан майҙан бирмәксе булдыҡ. Тик ул бәләкәйерәк: ун квадрат метр. Бала хоҡуҡтарын яҡлаусы органдар: “Ниңә балаға өлөш әҙ тейә?” — тип бәйләнеп тормаҫмы икән?
— Иң мөһиме: баланың хоҡуғы боҙолмаһын һәм торлаҡ шарттары һиҙелерлек хөртәймәһен. Мәҫәлән, ятаҡтағы 15 квадрат метр менән заманса фатирҙағы 12 метрҙы сағыштырып булмай бит. Шулай уҡ, әгәр алмашҡа бирелгән бүлмә ҡала үҙәгендә булһа, уның янында ғына балалар баҡсаһы йәки мәктәп урынлашһа, был йәшәү шарттарының яҡшырыуы тип иҫәпләнә ала. Эш “квадрат”тарҙа түгел, шарттарҙың насараймауы ғына шарт.
— Ишембай районынан шылтыратам. Күршеләремдең яҙмышы борсой. Уларҙа 30 йәшлек етем туғандары йәшәй. Үҙенең торлағы ла, даими эш урыны ла юҡ. Әлбиттә, ваҡытында етем булараҡ фатир юллау өсөн бер ниндәй ҙә сиратҡа баҫмаған. Бәлки, әле лә һуң түгелдер? Уның торлаҡҡа бәйле хәлен яҡшыртыу өсөн берәй программа юҡмы?
— Бәлиғ булғас, йәғни 18 йәше тулыу менән, ул етем бала тип һаналыуҙан туҡтай һәм үҙен үҙе тәьмин итә алырлыҡ кеше булараҡ иҫәпләнә. Республикала етем балаға бәлиғ булғас торлаҡ биреүҙе күҙ уңында тотҡан программалар бар, тик уның, әйтеүегеҙсә, ваҡыты үткән. Шулай ҙа 35-кә еткәнсе кеше йәш булып иҫәпләнә. Ошо статусынан файҙаланып, фатирға мохтаждар сиратына инһен. Уға бүтәнсә ярҙам итерлек сара юҡ.
— Өфөнән Зөһрә борсой һеҙҙе. Сәйер генә хәлгә тарыныҡ. Ҡыҙым Өфө районынан, республика торлаҡ программаларының береһенә ярашлы, мохтаж булараҡ ер алды һәм унда йорт һалдырҙы. Уға тиклем баш ҡала хакимиәтендә торлаҡҡа сиратта торғайнылар. Ике йыл элек алынған белешмәгә ҡарағанда, беҙ йәшәгән фатирҙа дүрт кеше теркәлгән, шуға ла торлаҡ майҙаны һәр ҡайһыһына 12 квадрат метрҙан тура килмәй. Ниһайәт, йорт һалынды, тик ерҙе рәсмиләштереүҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙы: торлаҡҡа мохтаждар исемлегендә тороуыбыҙ хаҡында яңынан белешмә алырға ҡуштылар. Хәҙер шуныһы бәкәлгә һуға: ике йыл эсендә ҡыҙым ире менән айырылышты һәм кейәү күсеп сығып китте. Ул булмағас, минең фатирҙағы майҙан өсөбөҙгә етә кеүек. Хакимиәт ҡыҙыбыҙҙы “мохтаж” тип таныуҙан баш тарта. Йорт төҙөлөп бөттө, уға әллә күпме аҡса һәм көс һалынды, ә беҙгә, юҡ сәбәпте бар итеп, ерҙе теркәтергә бирмәйҙәр. Ни хәл итәйек?
— Йорт өсөн түләгәнһегеҙ, шуға ул — һеҙҙеке. Ике йыл элек торлаҡҡа мохтажлыҡ тураһында бирелгән белешмә ғәмәлдә ҡалырға тейеш. Ғаилә хәленең үҙгәреүе — башҡа мәсьәлә. Ошо ваҡыт эсендә күп үҙгәреш булыуы ихтимал ине бит. Мохтаж булараҡ алған хоҡуғығыҙҙы бер тапҡыр файҙаланғанһығыҙ, программаға ингәнһегеҙ, ерегеҙҙе кире талап итә алмайҙар. Ихтыяжды киренән дәлилләү кәрәкмәй.
— Ерҙе үҙ исемегеҙгә теркәтмәһәгеҙ, аукцион аша һатыуға сығарабыҙ, тип ҡурҡыталар бит әле. Ни эшләргә һуң хәҙер?
— Хәҙерҙән үк судҡа мөрәжәғәт итә алмайһығыҙ, шуға күрә башта район хакимиәтенә объектты файҙаланыуға индереүҙе һорап ғариза яҙығыҙ. Әгәр яуап ҡәнәғәтләндермәй, хоҡуғығыҙҙың боҙолоуына юл ҡуя икән, шул ҡағыҙҙарҙың барыһын да йыйып, судҡа мөрәжәғәт итегеҙ. Хоҡуҡ яҡлау органы аша йортҡа һәм ергә хоҡуғығыҙҙы раҫлауға өлгәшә алаһығыҙ. Минеңсә, был йәһәттән етди ауырлыҡ булмаҫҡа тейеш.
— Бөрйән районынан Рафаэль ағай һорауын электрон йәшниккә ебәргәйне. Бына ул: “1994 йылда үҙебеҙгә бирелгән ваучерҙарҙы “Инвест-фонд” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә һалғайныҡ. Уның вәкиле акцияларҙың сертификатын бирҙе. Тик аҡсаның артабанғы яҙмышы билдәле түгел. Ул фонд ҡайҙа булды икән, беҙҙең ваучерҙар елгә осто буламы?”
— Был фонд башта “Инвест-Фонд” махсуслаштырылған инвестиция фонды” асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип аталған, аҙаҡ “РусИнвест” асыҡ акционерҙар йәмғиәте булараҡ үҙгәртелгән. Үкенескә ҡаршы, 2002 йылдың мартында Башҡортостандың Арбитраж суды ҡабул иткән ҡарарға ярашлы, банкрот тип табылған һәм 2005 йылдың октябрендә юридик шәхестәрҙең берҙәм дәүләт реестрынан сығарылған. “РусИнвест” йәмғиәтенең клиенттарына бурысты ҡайтарыу мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән, шулай ҙа берәй мәл ошо фондтан зыян күргәндәргә компенсация түләү башланһа, был хаҡта республиканың киң мәғлүмәт сараларында мәғлүмәт биреләсәк.
— Һаумыһығыҙ! Мин һеҙгә Бөрйән районынан шылтыратам. Ҡатмарлы ғына хәлгә тарыным бит әле. Ирем менән айырылыштыҡ, бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул вафат булды. Үҙем һәм улым ҡараусыбыҙҙы юғалтыу сәбәпле пенсия алабыҙ. Ул үлгәндән һуң икенсе улым тыуҙы. Рәсми рәүештә айырылышмаһаҡ та, уға үҙемдең ҡыҙ фамилиямды бирҙем. Әле әсәлек капиталын юллап йөрөйөм. Һорауым шундай ине: хәҙер минең документтарҙа ошондай ҡытыршылыҡ барлығын белеп ҡалып, әсәлек капиталын алғандан һуң пенсия түләүҙе туҡтатмаҫтармы икән? Икенсе улым да пенсияға дәғүә итә аламы?
— Ике балағыҙ ҙа ҡараусыһын юғалтыу буйынса пенсияға хоҡуҡлы. Һеҙҙең мәсьәләлә иң мөһиме баланың кемдеке икәнен асыҡлау тора. Был факт сабыйҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығында сағылыш табырға тейеш. Ғәҙәттә, баланың исеме менән фамилияһын атаһы һәм әсәһе бергә билдәләй. Шуға күрә уның фамилияһы йә атаһыныҡы, йә әсәһенеке булырға мөмкин. Тимәк, фамилия менән бер ауырлыҡ та юҡ. Әгәр улығыҙҙың тыуыу тураһындағы таныҡлығында атаһы булараҡ һеҙҙең ирегеҙ яҙылһа, пенсия тәғәйенләү менән бер проблема ла булмаясаҡ.
Ә әсәлек капиталы буйынса бөтөнләй ҡайғырмаһағыҙ ҙа була. Ул икенсе бала тапҡан осраҡта бер тапҡыр бирелә торған өҫтәлмә дәүләт ярҙамы сараһы булып һанала. Уны алған саҡта башҡа төр дәүләт ярҙамынан ҡолаҡ ҡаҡмайһығыҙ. Шуға күрә оҙаҡҡа һуҙмай ғына ҡыйыу рәүештә капиталығыҙҙы юллағыҙ. Пенсия өсөгөҙгә лә артабан да түләнәсәк.
Редакциянан. Хөрмәтле гәзит уҡыусылар, әгәр үҙегеҙ ебәргән һорауҙарға яуап тапмаһағыҙ, борсолмағыҙ. Баҫмабыҙҙың киләһе һандарында “Юрист кәңәштәре” рубрикаһында улар мотлаҡ донъя күрәсәк.
Әлфиә ӘЙҮПОВА яҙып алды.