Чех яҙыусыһы Владимир ГОДБОДЬ – гәзитебеҙҙең күптәнге әүҙем авторы Миләүшә Ҡолмөхәмәтованың хәләл ефете. Юридик фәндәр докторы, адвокат, оҙаҡ йылдар Томаш Гарри Масарик исемендәге Брно университетында хоҡуҡ фәненән студенттарға белем биргән, хәҙер хаҡлы ялда. Уның менән интернет аша аралашҡанда Владимир Владимирович һорауҙарға ихлас яуап бирҙе. Әлбиттә, чех теленән башҡортсаға “ауҙарғанда” Миләүшә ханымдың ярҙамы ҙур булды. Әйткәндәй, ҡунағыбыҙ быға тиклем дә беҙҙә бер нисә тапҡыр сығыш яһағайны инде.– Ғәҙәттә, йыл тамамланыу ниндәйҙер кимәлдә йомғаҡ яһау осоро ла. Владимир әфәнде, Чехияла телгә алып һөйләрлек сағыу ваҡиғалар теркәлдеме? Бәлки, үҙегеҙ ҙә уңыш-ҡаҙаныштарға өлгәшкәнһегеҙҙер?..
– Йыл тамамланғанда ниндәйҙер һығымталар яһау ише ғәҙәт Чехияла ла бар. Мәҫәлән, кем күпме аҡса эшләгән, йыйған, ниндәй дәрәжәләргә өлгәшкән һәм башҡалар. Һәр береһе үҙенең ҡаҙаныштарын ишеттерергә тырыша. Әлбиттә, мин дә үҙемсә ниндәйҙер һығымталар яһаным. Беләһегеҙме ниндәй? Иҫән-һаумын! Шунан да ҙурыраҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң? Ижад итәм иркенләп, ул да – сикһеҙ шатлыҡ.
Ил кимәлендә һүҙ алып барғанда, шуны белдерер инем: ысынлап та, уҙып барған йыл ваҡиғаларға бик бай булды. Шуларҙың береһе – яҙғы һайлау. Ә хәҙер иһә киләһе йылдың ғинуар урталарында уҙасаҡ президент һайлауына ҡыҙыу әҙерлек бара. Гәзит-журналдарҙа, телевидениела, радиола сығыш яһаған сәйәсмәндәр барыһы ла халыҡҡа мул тормош вәғәҙә итә. Европала ла, һеҙҙә лә барыһы ла байлыҡта һәм муллыҡта йәшәргә ынтыла, сөнки күптән капитализмда ғүмер итәбеҙ. Әлбиттә, сәйәсмәндәр Рәсәйгә булған ҡарашын йәшермәй һәм, үкенескә ҡаршы, барыһы ла бер төрлө уйламай шул. Үҙегеҙ аңлайһығыҙ, һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара хәл үтә ҡатмарлашты. Чехтарға килһәк, улар дуҫлыҡ, туғанлыҡ яҡлы. Беҙҙәге президент креслоһына дәғүә иткән ҡайһы бер сәйәсмәндәр иҡтисади санкцияларға ҡаршы сыҡһа ла, Евросоюзда ҡалыу яҡлы, шулай ҙа күптәренең Рәсәйгә һәм уның президенты Владимир Путинға хөрмәте ҙур. Уларҙы тағы ла бер нәмә берләштерә: дәғүәселәрҙең һәммәһе лә халыҡтың тормош кимәлен яҡшыртыу, эшһеҙлекте булдырмау кеүек еңел булмаған проблемаларҙы хәл итергә вәғәҙәләй.
Әле туғыҙ кеше дәғүә итә, тик минең ҡарашҡа уларҙың тик икәүһе генә халыҡҡа яҡын: тәүгеһе – элекке премьер-министрыбыҙ Мирек Тополанек һәм хәҙерге президентыбыҙ Милош Земан. Әйткәндәй, күптән түгел Милош Земан Рәсәйҙә булып, Владимир Путин менән осрашып ҡайтты. Милош Земан санкцияларға ҡаршы, Рәсәй менән дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек яҡлы – шуныһы ҡыуандыра, уның Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына миҙалдар тапшырыуы ла шатлыҡлы күренеш.
– “Ғаиләм – ҡәлғәм”, тиҙәр. Ысынында, Яңы йылды ғаиләң, туғандарың менән ҡаршылау – борондан килгән йола. Һеҙ ошо фекер менән килешәһегеҙме?
– Чехияла ла социализм тарҡалғанға тиклем Яңы йылды ғаилә менән өйҙә йәки ресторанда ҡаршылай торғайнылар. Хәҙер иһә күркәм йола юғалды тиерлек, йәштәр бөгөн был байрамды дуҫтары, һөйгәндәре менән урамда, ҡала майҙанында уҙғарырға күнекте. Хәйер, был – республикабыҙҙа ғына түгел, ә тотош Көнбайыш Европала киң таралған күренеш. Заман башҡа – заң башҡа, тибеҙ. Ғөмүмән, Яңы йылды беҙ ҡатыным һәм уның ҡыҙының ғаиләһендә ейәндәребеҙ менән ҡаршылайбыҙ. Үҙемә ҡалһа, өр-яңы йыл тыуыу менән бер нәмә лә үҙгәрмәй, барыһы ла шул көйөнсә ҡала, тормош та үҙ ағышы менән дауам итә. Тик йылдар уҙыу менән бер аҙ олоғаябыҙ ғына. Бәлки, шуғалыр ҙа артыҡ әһәмиәт бирмәйем, шәхсән минең өсөн был мәл йылдар алмашыныуы ғына.
– Рәсәйҙе күптәр оҙайлы һыуыҡтар һәм ап-аҡ ҡарҙар иле тип күҙ алдына баҫтыра. Яңы йылды беҙҙәге ҡышта ҡаршыларға ниәтегеҙ бармы?
– Барыһы ла Рәсәйҙә урамдарҙа асыҡтан-асыҡ айыуҙар алпан-толпан йөрөй тип уйламайҙыр тим, сөнки араларында минең кеүектәр ҙә бар. Ни өсөн ошондай фекерҙәмен? 1988 йылда Мәскәүҙә Рәсәй Фәндәр академияһында аспирантурала уҡығанда Яңы йылды ҡаршыларға тура килгәйне. Һаман да иҫемдә, ғәләмәт ҡаты һыуыҡ ине! Хатта метронан метроға күсеп йөрөгәндә лә ҡасып ҡотолоп булманы, ҡурҡып өйҙә ултырғанымды хәтерләү хәҙер көлкө генә.
Шулай ҙа үтеп барған йылдағы матур хәтирәләрҙең береһе – Байкал күленә барыуыбыҙ. Унда ҡайҙа ғына туҡталһаҡ та, халыҡ яҡшы мөнәсәбәттә булды. Әммә 21 мең километр юл үтеп, күп ҡыҙыҡлы нәмәләр күрһәк тә, мәрәкә өсөн генә булһа ла айыуҙар осраманы. Шаяртып әйткәндә, хатта бер серәкәй ҙә тешләмәне!
Әлбиттә, Яңы йылды берәй ваҡыт Өфөлә ҡаршыларға насип булһа, айырыуса шатланыр инем. Башҡорттар шикелле төлкө тиреһенән тегелгән кәпәс кейеп йөрөргә сәбәп булыр ине, бәлки. Асылда Башҡортостанға йәйге миҙгелдә юлланырға яратам, башҡорттарҙы, уларҙың ихласлығын ихтирам итәм. Байтаҡ илдәр күреп, күп кеше менән аралашып, әлегәсә шул тиклем дә сабый холоҡло, ихлас күңелле, эшсән һәм ҡунаҡсыл милләтте осратҡаным булманы. Йырҙарығыҙға, моңдарығыҙға ғашиҡмын, фольклорығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ. Тик минең ҡарашҡа бөгөн башҡорттар капитализмға яраҡлаша алмайҙыр, тип уйлайым. Ә шулай ҙа ыңғай яҡҡа үҙгәрештәр ныҡ һиҙелә.
– Календарь буйынса Эт йылына аяҡ баҫабыҙ. Ниҙәр көтәһегеҙ?
– Эт йылының Көнсығыш календары буйынса нисек тасуирланғанын белмәйем, сөнки ҡыҙыҡһынғаным булманы, ләкин Яңы йылдан үҙем өсөн артыҡ әллә ниҙәр көтмәйем дә. Барыһы ла үҙ яйы менән барһын, донъялар имен булһын, сәләмәтлек насип итһен.
– Һеҙ мөғжизәгә ышанаһығыҙмы?
– Элек был хаҡта уйланмай торғайным, хәҙер олоғайғас ышанам. Сәләмәт булыу үҙе бер мөғжизә түгелме ни?!
– Башҡортса – Ҡыш бабай, ә чехтарҙа ул нисек атала?
– Беҙҙә, чехтарҙа, һеҙҙәге кеүек Ҡыш бабай юҡ. Уны беҙ рус халыҡ әкиәте “Мразик” (чехса атамаһы шулай, ә руссаһы – “Морозко”) буйынса ғына беләбеҙ. Уны ололар ҙа, балалар ҙа көтөп ала, айырыуса Марфушаны. Уның хәл-торошон күреп, рәхәтләнеп көләбеҙ.
Европала католиктар йәшәй, шуға күрә балаларға күстәнәстәрҙе Ежишек алып килә. 24 декабрҙә тыуған Иисус Христосты (һеҙҙеңсә – Ғайса пәйғәмбәр) Ежишек тип атайҙар беҙҙә, ләкин уның Ҡыш бабай кеүек образы юҡ. Уның ҡарауы, халыҡ, бигерәк тә балалар уны мәрхәмәтле, кескәйҙәрҙе яратҡан, һиҙҙермәй генә ишек төбөндә бүләк ҡалдырып китә торған изге зат тип ҡабул итә. Унан һуң Европала ҡар юҡ тиерлек, дөрөҫөрәге, яуһа ла, тиҙ арала иреп бөтә, оҙаҡ ятмай. Быйыл иһә кешеләрҙе аптыратып декабрҙә ҡар күп яуҙы, хатта ҡулға көрәк тоторға тура килде.
– Гәзит уҡыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, был теләктәргә кәләшем дә ихлас ҡушыла һәм үҙенең ҡайнар сәләмдәрен еткерә. Һәммәгеҙ ҙә күңелегеҙ нисек теләй, шулай йәшәгеҙ, хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырығыҙ, тәүәккәл булығыҙ! Шул уҡ ваҡытта әҙәм һүҙенә төшмәгеҙ, ситтәрҙең кәңәше, кеше әйткәне менән йәшәмәгеҙ, үҙегеҙсә нисек булдыра алаһығыҙ, шулай эшләгеҙ. Ҡыҫҡаһы, үҙ фекерегеҙ булһын! Уны яҡлай белегеҙ.
Ә бына башҡорт егеттәренә еткерер һүҙем түбәндәгеләр: тик башҡорт ҡыҙҙарын ғына һайлағыҙ, ғаиләгеҙҙән уңырһығыҙ, бәхетле булырһығыҙ! Үҙемдән сығып шуны әйтәм: башҡорт ҡыҙын кәләшлеккә алып уңдым. Әгәр Миләүшәгә өйләнмәһәм, Башҡортостан тигән гүзәл илде, күркәм Өфөнө һәм башҡорт халҡының барлығын белмәгән, үҙ сиратында, тормошта күпте юғалтҡан булыр инем.
Илдар АҠЪЮЛОВ әңгәмәләште.