Хуш бул, Әтәс!27.12.2017
Йәнә нисә осрашырбыҙ икән,
Мине өнәмәгән
Эй, Әтәс?!
Ҡуҡырыҡлыҡты яратмаған өсөн
Суҡып кинәндеңме?
Был – йәтәс.

Тормош менән ике арабыҙҙа
Бара торған отош уйыны.
Әнейемде, мырҙамды ла алдың...
Мин һыҡрандым...
Күңелең булдымы?

Хәләл булыр кәрәк, Әтәс,
Ғәҙел.
Мөсәл үтеп йәнә күрешһәк,
Мин ҡаҙанға һалмам,
Һин ымһынма
Яҙмышыма яҙған өлөшкә.

Йә, ярар, хуш!
Ана тупһабыҙҙа
Һаҡсы Аҡбай,
Тоғро Эт өрә.
...Әллә ниҙән манма ғүмерем ҡошо
(Бирешмәҫкә уға үҙем ҡуштым!)
Көн битендә ҡанат киптерә.

Тамара ҒӘНИЕВА.

Өс көсөк


Тәҙ(е)рәнән ҡарап тора
Моңһоу ғына, һаҡ ҡына
Бөҙрә генә бер көсөк,
Әллә иркә саҡ ҡына?

Ояһынан сығып килә
Өрә-өрә, һаҡсылай,
Бәйҙә торған бер көсөк –
Уҫал икән ҡайһылай!

Тышта иректә тәгәрләп
Уйнап йөрөй шуҡ ҡына
Ала ғына бер көсөк, –
Унан матур юҡ бына!

Өс төрлө шул өс көсөк:
Өйҙәгеһе – өйҙәсә,
Иректәге – иректәсә,
Бәйҙәгеһе – бәйҙәсә.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Эттәр –
халыҡ ижадында


Элек йылдарҙы мөсәл буйынса ҡылыҡһырлаһалар, хәҙер бар һынамыштар селпәрәмә килде тиерлек. Шулай ҙа боронғолар ни әйткәнен иҫкә төшөрөп алайыҡ әле.

Эт йылы буран булыр.
Эт йылында мал үҫер, барыҫ йылы бары үҫер.
Тимәк, буранлы ҡышты көтәһе лә күберәк мал үрсетәһе!
Халҡыбыҙҙа мөсәл йылдарын кеше яҙмышына, холҡона бәйләмәгәндәр, улар тик тәбиғәт күренештәрен, йыл нисек килерен юраған.
Ә бына “эт” һүҙен кеше сифаты итеп йә халәте итеп ҡулланыу булған: эт кеше (яман кеше), этләшеү (яуызлыҡ, яманлыҡ ҡылыу), этләнеү (яфа сигеү), этләндереү (интектереү). Шуныһы ҡыҙыҡ – “Вәт эт кеше” тип аптырап һоҡланыу ҙа булған.
Эт тоғролоғо ла бар.
Эт һүҙе менән беҙҙә теләгән бер хәлде һүрәтләп була шикелле ул. Бүлмәгә килеп индең – эт тә юҡ (бер кем юҡ).
Ауыҙынан сыҡҡанды эт ашамаҫ.
Бәйҙән ысҡынған эт кеүек.
Этем тип тә белмәй (һанға һуҡмай).
Майлап ташлаһаң эт тә ашамаҫ.
Энә йотҡан эт кеүек (эсе эскә йәбешкән ябыҡ).
Эт алғыһыҙ (ылбыраған, иҫке кейемгә ҡарата).
Эт аяғы ҡортлаған ер (халыҡ ҡайнап торған ер).
Эт ҡолағы ҡортлаған ваҡыт (эҫе, селлә).
Эт булыу (арманһыҙ булыу).
Эт бәйләһәң дә торғоһоҙ (һыуыҡ өй).
Эт бәләһе менән ( яфаланып).
Эт бәхетле (бик бәхетле, юлы уңып торған кеше).
Эт итеп әрләү, туҡмау ( аяуһыҙ, уҫал).
Эт көпшәһе (шыма, йылғыр кеше).
Эт йәнле (түҙемле, сабыр).
Эт күрмәгәнде күреү (күп ауырлыҡтар күреү).
Эт ҡайышы (бик түҙем, йәки әрһеҙ кеше).
Эт өйөрө булып йөрөү (йыйнаулашып, тәртипһеҙләнеп йөрөү).
Эт тиреһен башына ҡаплау (яман һүҙҙәр менән әрләү).
Эт тиҙәге тибеп йөрөү (эшлекһеҙ, ялҡау кеше тураһында).
Эт тубығынан (күп, һанһыҙ).
Эт туйы (шау-шыулы, тәртипһеҙ мәжлес).
Эттән тыуған (мәсхәрәләп әйтеү).
Эт һуғарыу (эшһеҙ йөрөү, ялҡаула­ныу).
Эт эткә, эт ҡойроҡҡа (үҙенә ҡушҡанды башҡаға ауҙарыу).
Эт ҡойҡаһы (мыҫҡыл һүҙе).
Эт типкеһе (йәберһетеү).
Эт яшығы (әрләү һүҙе).
Эт менән бесәй кеүек (талашып йәшәү).
Эт талағыры (ҡарғыш һүҙе).
Эт һүҙе менән бәйле үҫемлектәр ҙә, хайуандар ҙа бар:
Эт алабуға (диалект) – йыланбалыҡ.
Эт балығы – сүмесбаш.
Эт бауыры – тауҙа үҫкән ҡыҙыл емешле ҡыуаҡ.
Эт еләге (эт сейәһе).
Эт ҡаҡыһы.
Эт муйылы.
Эт үләне.
Миңә Белореттан Инйәргә тар колеялы тимер юлдан төндә килеп төшөп, утыҙ саҡ­рымлап араны тау юлдарынан яңғыҙ йәйәү үтеп йөрөргә тура килә торғайны. Өләсәйем менән инәйҙәрем яңғыҙ ебәргеһе килмәй, эт-ҡош осрауы бар бит, тип хафаланып тороп ҡала торғайны. Ҡайтҡы килә бит, беҙҙең яҡҡа кеше лә һирәк йөрөй торғайны етмәһә. Нисек ҡайтып килеүгә өс көн генә бирелгән көйө көтөп ятаһың! Әлдә эт-ҡош осраманы.
Гүзәл СИТДИҠОВА.


Вернуться назад