Яңы йылға шәп бүләк!26.12.2017
Яңы йылға шәп бүләк!Шулай тип өндәшәләр Учалы районы Ураҙ ауылының “Ураҡсы ҡыҙ” фольклор төркөмө ағзалары, төп башҡорт баҫмаһына яҙылырға өндәп. Ысынлап та ижади төркөмдөң һәр береһенә йыл башынан “Башҡортостан” гәзите киләсәк.


“Ураҡсы ҡыҙ” төркөмө 1986 йылда ул ваҡытта клуб мөдире булып эшләгән Риф Шәрипов һәм балаларға музыка серҙәрен өйрәтеүсе Гүзәл Зиннурова тарафынан ойошторола. Ауылдаштары алдында беренсе сығыш яһаған ваҡыттарында коллектив “Ураҡсы ҡыҙ” тигән йырҙы башҡара. Ошо сығыш төркөмгә исем ҡушыуҙа этәргес була ла инде.
Төркөм башлыса хаҡлы ялда булған ҡатын-ҡыҙҙарҙан тора, шулай ҙа араларында йәшерәктәре лә бар. Боронғо йолаларҙы, башҡорт уйындарын тергеҙеп, йәштәргә, халыҡҡа еткереү, балаларҙа милләтебеҙ тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу – төркөм ағзаларының төп маҡсаты. Ойошторолғандарынан алып “Аулаҡ өй”, “Кис ултырыу”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Һыу башлатыу”, “Фронтҡа оҙатыу”, “Кәкүк сәйе”, “Ҡарға бутҡаһы” һәм әллә күпме башҡа йола байрамдарын сәхнәләштереп, тамашасы хөкөмөнә сығарған “Ураҡсы ҡыҙ”ҙар. Ғөмүмән, Ураҙҙа бер генә мәҙәни сара ла уларһыҙ уҙмай. Репертуарҙы бергәләп һайлап, сценарийҙарҙы ла уртаҡ көс менән төҙөйҙәр. Бынан тыш, аҙна һайын ҡул эштәре түңәрәгенә йыйылалар. Милли костюмдарҙы ла үҙҙәре тегеп, биҙәүестәрҙе үҙ ҡулдары менән эшләп алғандар алтын ҡуллы ҡатындар. Бер-береһе менән тәжрибә уртаҡлашып, уҡыған китаптар, гәзит-журналдарҙа сыҡҡан мәҡәләләр буйынса фекер алышып, тормош ағышынан артта ҡалмай, бына шулай күңелле йәшәйҙәр улар. Әйткәндәй, йыш ҡына бәйләм эштәренән, теккән әйберҙәрҙән торған күргәҙмәләр ҙә ойошторалар. Ә йәй етһә, үҙ ихаталарын ғына түгел, мәҙәниәт йорто алдын да гөл-баҡсаға күмәләр төркөм ағзалары.
– “Башҡортостан” гәзитенең һәр һанын көтөп алам, үҙем өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙе лә тап ошо баҫмала табам. Ҡайһы берҙәрен әхирәттәр менән дә уртаҡлашам. Гәзиттә ауыл кешеһенә, уны борсоған проблемаларға, ауылдарыбыҙ яҙмышына күп иғтибар бирелеүе маҡтауға лайыҡ. Бер йыйылғаныбыҙҙа республикабыҙҙың төп гәзитенә күмәкләп яҙылырға булдыҡ, – ти ғүмере буйы балаларға башҡорт теленән белем биргән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, төркөмдөң иң актив ағзаларының береһе Фәриҙә Ситдиҡова.
...Ҡатын-ҡыҙҙы донъя тотҡаһы тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Шөкөр, республикабыҙҙың һәр ауыл-ҡасабаһында тыуған төйәктәре өсөн янып-көйөп йәшәгән, изге башланғыстарҙы дауам иткән, йәш быуынға өлгө булырҙай, милләтебеҙҙең йөҙөк ҡашы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап.
Учалы районы Ураҙ ауылының “Ураҡсы ҡыҙ” төркөмө башлап ебәргән “Бөтә коллектив менән “Башҡортостан”ға” акцияһын республикабыҙҙың башҡа урындарында ла күтәреп алырҙар тигән өмөттә ҡалабыҙ.


Вернуться назад