“Спортсы”26.12.2017
Тағы бер ваҡиға. “Башҡортостан” (ул саҡта “Совет Башҡортостаны”) гәзите редакцияһында сибек кенә, кәүҙәгә бәләкәй генә бер ир эшләй ине. Ҡатыны уны һанға һуҡмай ташлап сығып киткән. Ә ир кеше – А. ағай йәшәүҙән тамам төңөлгән.


Машинистка ҡатындар бик шаян да, кешегә иғтибарлы ла, хәстәрлекле лә була торғайны. Орҡоя Хәйбуллина, Фәниә Гәрә­ева апайҙар менән һөйләш­тек тә: “Был ағайҙы маҡтап, күңелен күтәреп, ирәйтеп ебәрәйек әле, юҡҡа сығып ҡуймаһын, йәш бит әле, бәлки, өйләнер ҙә, һәйбәт кеше”, – тигән һығымтаға килдек. Мин тәржемәсе булып эшләйем. Ул саҡтарҙа тәрже­мәне ҡулдан яҙып эшләмәй, туранан-тура машинисткаларға әйтә инек. Шуға гел генә машбюрола була торғайным. Байтаҡ ҡына тәжрибә туплаған, донъя күргән өлкән апайҙар менән көндәр буйы бергә булыу, һөйләшеү, кәңәшләшеү минең үҙемә лә фәһемле була ине. Әле инде күҙ алдында шиңә, юҡҡа сыға барған ир кешене ҡурсалап ҡалыу хаҡында кәңәш ҡорабыҙ.
Ошондай һығымтаға килдек. Был ир кешенең башҡаларға оҡшамаған өҫтөнлөгөн табып, ошо өҫтөнлөктө фәҡәт уның ғына ҡаҙанышы булараҡ маҡтарға кәрәк. Шул саҡта ул үҙенә икенсе күҙ менән ҡарай башлар. Бер көн шулай кәңәш-төңәш итешеп һөйләшеп кенә ултыра инек — бәләкәй генә булып, күҙлеген рәтләй-рәтләй, башын бик ныҡ эйеп, теге ағай килеп инде.
— Ағай, беҙ тап һеҙҙең турала бәхәс алып барабыҙ. Беҙҙең редакцияла зәп-зәңгәр күҙле кеше Әниф Бикҡолов ҡына, тиҙәр. Ә мин, һеҙҙең дә күҙҙә­регеҙ зәп-зәңгәр, болотһоҙ күк йөҙө һымаҡ, тим. Ышанмайҙар. Күҙлегегеҙҙе сисеп, күҙ ҡыҫып ебәрегеҙ әле йәшерәк машинистка ҡыҙҙарға, ағай. Минең еңелеп ҡалғы килмәй, — тинем.
Ағай күҙлеген сисеп, йылмая-йылмая тирә-яҡҡа ҡарап алды. Ҡулъяу­лығын сығарып, бик оҙаҡ итеп күҙлеген һөртөп ултырҙы. Үҙе шул арала алмаш-тилмәш машинистка­ларға ҡарай ине һәм бер аҙҙан хатта Эстонияла армияла хеҙмәт иткән саҡта күҙҙәренең тап-таҙа зәңгәрлеге арҡа­һында уны эстон егете тип уйлап, эс­тонса белмәгәне өсөн тетеп әрләгән­дәрен дә һөйләп ебәрҙе. Унан һуң, мәҡәләһен баҫтырып алды ла, кәүҙәһен башҡа ваҡыттағыға ҡарағанда ҡупшы­раҡ тотоп, яурындарын яҙып, текә баҫып, эре-эре аҙымлап атлап сығып китте.
— Һин күҙлек аша уның күҙҙәрен ҡайҙан абайлап ҡалдың? Күҙең үткер ҙә инде. Ысынлап та, зәп-зәңгәр шул, — тине Фәниә апай.
Был ваҡиғанан һуң уның галстугын маҡтап ебәреү, яңы күлдәгенең килешеүен, ғөмү­мән, уның зауыҡ менән кейенә белеүен маҡтауҙар йыш ҡына ҡабатланып торҙо. Ағайыбыҙ күҙгә күренеп үҙгәреп китте. Шаянлығы кире ҡайтты. Көләмәстәр һөйләй, шаян һүҙҙәр әйтә башланы. Машинистка апайҙарҙың береһе уның тапҡырлығын, отҡор­лоғон, бер ваҡытта ла юғалып ҡалмауын, ниндәй хәлдәрҙән дә сығыу юлын таба алыуын телгә алды. “Үҙең шулай булғанға мәҡәләләрең дә уҡымлы һинең”, — тип тә дәртләндереп ебәрҙек. Ағай үҙе менән булған бер ҡыҙыҡ хәлде лә һөйләп алды.
“...Яңы өйләнешкән саҡ. Ағиҙел буйына һыу инергә барҙыҡ. Кәләш һыуға төшмәй ҙә ҡуя. Мин үҙем генә һыу инә башлағайным, бер төркөм ҡыҙҙар һыу һибергә тотондо. Мин дә ҡаршы һибәм теге­ләргә. Бер аҙҙан ҡараһам, кәләш юҡ. Сыҡһам, кейемемде тотош алған да, ҡайтҡан да киткән. Ни эшләргә? Элекке за­мандағы оҙон трусик, тубыҡҡа етеп тора. Хәҙерге кеүек плавки түгел. Йылға ярына барып ныҡ ҡына итеп һығып кейҙем дә, йүгерә-атлай, ҡулдарҙы тигеҙ генә һелтәй-һелтәй ҡайтып киттем, йәнәһе, спортсымын инде...”
Шулай итеп, башын баҫып ҡайғыға бирешеп йөрөгән ағайыбыҙ элекке булмышына ҡайтты ла ҡуйҙы. Бер аҙҙан ул яңынан ғаилә ҡороп ебәрҙе. Һүҙҙең тәьҫир итеү көсө иҫ китмәле.

Рубриканы Мәрйәм БУРАҠАЕВА алып бара.


Вернуться назад