Тупаҫ етәкселәр ишәйҙе түгелме?20.04.2012
Зөһрә Ҡотлогилдина “Үткәндәрҙең ҡәҙерен белһәк ине” тигән мәҡәләһендә (“Башҡортостан”, 2012 йыл, 44-се һан) Өфөләге бер мәктәп директорының тупаҫ ҡылыҡтарын миҫал итеп күрһәтә. Бындай хәл ауыл мәктәптәрендә лә йыш осрай. Һуңғы осорҙа үҙ белдеге менән генә эш иткән, коллегаларын һәм ата-әсәләрҙе хөрмәт итмәгән, эш алымдары ҡурҡытыуға, ялағайлыҡҡа ҡоролған мәктәп директорҙары йыш осрай түгелме? Бындай баш-баштаҡлыҡты ике-өс йыл элек Ырымбур өлкәһенең Аллабирҙе урта мәктәбендә күрергә яҙғайны.
Директор ханым (Башҡортостандың атҡаҙаған уҡытыусыһы!) мәктәп стенаһына академик Зиннур Ғәзиз улы Ураҡсинға иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыуға ҡаршы ниҙәр генә ҡылманы! Район йәмәғәтселегенә, Ырымбур башҡорттары ҡоролтайына, ауыл халҡына ҡаршы ике йыл самаһы көрәште ул. Таҡтаташ асыу сараһына күршеләге Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ейәнсура райондарынан, Өфөнән абруйлы делегациялар килде. Шундай ҡырағай хәлде күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы: ошо ваҡытта уҡыусы балалар мәктәп эсендә бикле ултырҙы! Башҡа миҫалдар килтереп тороуҙың кәрәге юҡ, сөнки ҡайһы бер мәктәп директорҙарының баш-баштаҡлығы менән һәр ҡайһыбыҙ осрашып тора.
Яңыраҡ Башҡортостан Президенты блогы активистары тарафынан ойошторолған “Йәмәғәт электрон гәзите”нә мәктәп реформаһы хаҡында бер-бер артлы ике материал яҙғайным. Уҡытыусылар үҙ фекерен әйтер тигән өмөт бар ине, әлбиттә. Бер нисә уҡытыусынан башҡа кеше табылманы. Күбеһенә ата-әсә яуап бирҙе. Көйөргәҙе районының Абдул ауылы уҡытыусыһы Наил Рафиҡов әйтеүенсә, күтәрелгән мәсьәләләр уларҙы ла ныҡ борсой, тик хеҙмәттәштәре үҙ фекерен әйтергә баҙнат итмәй, имеш.
Ә кемдән ҡурҡа һуң улар? Әлбиттә, директорҙан. Үрҙә күрһәтелгән миҫалдар быны асыҡ дәлилләй. Кемдең эшһеҙ ҡалғыһы килһен, уларҙы ла аңларға була. Әгәр беҙ хоҡуҡи дәүләт төҙөйбөҙ икән, үҙебеҙҙең хоҡуҡтарҙы ла яҡларға өйрәнергә тейешбеҙ. Бында уҡытыусылар, ата-әсә һәм бигерәк тә балалар хоҡуғы күҙ уңында тотола. Мәғарифтағы уйланылмаған үҙгәрештәр, реформалар былай ҙа барыбыҙҙы ла йөҙәтте, тормошто ҡатмарландырҙы, һаулыҡты ҡаҡшатты бит.
Дауыт АМАНГИЛДИН.
Ырымбур өлкәһе.


Вернуться назад