Ҡотлайбыҙ!26.12.2017
Ҡотлайбыҙ!Ейәнсура районының Үрген ауылында йәшәгән коллегабыҙ Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы ФӘХ­РЕТДИНОВты ысын күңелдән 85 йәше менән ихлас ҡотлайбыҙ!
Ул оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры, мәғариф бүлеге етәксеһе, комсомол һәм партия органдарының яуаплы хеҙмәткәре вазифаларында уңышлы эшләп, район халҡы араһында ҙур абруй ҡаҙанды.
Хөрмәт Хөснөлхаҡ улы төрлө яҡлы талант эйәһе, киң ҡоласлы шәхес. Шахмат буйынса күп тапҡыр район һәм республика чемпионы бөгөн дә турнирҙарҙа уңышлы ҡатнаша, әле булһа йыр һәм нәфис һүҙ менән сәхнәләрҙә сығыш яһай, гәзит биттәрендә төплө мәҡәләләре донъя күрә.
Һәр ваҡыт заман менән бергә атлаған дуҫыбыҙға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Ҡотлау менән Рәшит Иҙрисов, Марат Түләбаев, Ғәлийән Ҡаһарманов, Юлай Солтанбаев.


Вернуться назад