Ҡатайҙарҙың ҡотло ерендә26.12.2017
Ҡатайҙарҙың ҡотло ерендәУрал аръяғы райондары кешеләре араһында Инйәр ауылын белмәгәндәр һирәктер. Өфөгә барғанда күптәр унда туҡтап ял итә, кафеларына кереп тамаҡ ялғай.
Шәхсән мине был ауылдың хозур тәбиғәте һәм ямғырҙан һуң ҡалҡҡан бәшмәктәй йыл һайын күбәйгән яңы йорттары һоҡландыра ине. Шыңғырҙап торған, эре төҙ бүрәнәләрҙән һалынған көлөп ултырған өйҙәрҙә тырыш, эшһөйәр кешеләр йәшәгәнлегенә икеләнмәнем дә. Һәм бына миңә Инйәр ауылы, уның халҡы менән яҡынданыраҡ танышыу форсаты тейҙе.


Тарих XVIII быуатҡа барып тоташа

Инйәр ере – Ҡатай ырыуының тарихи тыуған төйәге. Һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ менән шөғөлләнеп, мал аҫрап көн күргән улар. Тарихи мәғлүмәттәргә ҡарағанда, XVIII быуат аҙағында Инйәр урынында Хәсән тип аталған башҡорт ауылы булған. 1795 йылғы халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, унда 30 йорт иҫәпләнгән.
Инйәр ауылы 1859 йылда барлыҡҡа килгән. Ваҡыт 19-сы быуаттың икенсе яртыһын ваҡлағанда, бында урман сәнә­ғәтселәре пәйҙә була, уларҙың артынан таусылар килеп төпләнә. Күп тә үтмәй ауылда суйын иретеүсе завод төҙөлә. Ҡуйы урмандар яғыулыҡ һәм төҙөлөш материалдары сығанағына әйләнә. Завод эшмәкәрлеге оҙаҡ йылдарға инйәрҙәрҙең социаль статусын билдәләй, әммә халыҡ ер эшенән дә айырылмай. Һуңғараҡ Инйәр леспромхозы асылып, байтаҡ эш урындары булдырыла. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, тиҫтә йылдар ауылдың социаль инфраструк­тураһы үҫешенә ҙур йоғонто яһаған предприятиеның хәле 2000 йылдар башында һүнеп ҡала.
Ҡатайҙарҙың ҡотло ерендәБөгөнгө көндә Инйәр – Белорет райо­нының иң ҙур һәм үҙәктән иң алыҫ урын­лашҡан биләмәләренең береһе. Ауыл Советы составына 21 ултыраҡ ҡарай, төрлө милек формаһындағы илленән ашыу предприятие эшләй.
Биләмәгә үҙ эшенә яуаплы ҡараған, талапсан, райондың иң тәжрибәле ауыл Советы хакимиәте башлыҡтарының береһе Ғайса Мөфтәхетдинов етәкселек итә. Ғайса Ғәбделхаҡ улы оҙатыуында беҙ Инйәр биләмәһе, уның халҡының йәшәйеше менән ентекләберәк таныштыҡ.
Демографияла ыңғай динамиканың күҙәтелеүе – бөгөнгө көндә ултыраҡта йәшәү кимәленең юғары икәнлеген билдәләүсе төп күрһәткестәрҙең береһе. Биләмәлә 2511 йортта барлығы ете мең­дән ашыу кеше йәшәй, шуларҙың 855-е – уҡыусылар, 357-һе – мәктәпкә тиклемге йәштәге балалар. Күп балалы 115 ғаилә иҫәпләнә. Халыҡтың байтағы шәхси хужалығында мал, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡсасылыҡ менән шөғөлләнеп көн күрә.
Хеҙмәт йәшендәгеләрҙең күбеһе тимер юл станцияһында, ауыл Советы терри­торияһында урынлашҡан Көньяҡ Урал дәүләт ҡурсаулығында һәм башҡа предприятие-учреждениеларҙа хеҙмәт итә, шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү­селәр ҙә байтаҡ, һуңғы биш йыл эсендә генә туғыҙ крәҫтиән (фермер) хужалығы теркәлгән. Никахҡа инеүселәр һәм яңы тыуған сабыйҙар һаны йылдан-йыл үҫә. Быйыл ғына 55 сабый донъяға ауаз һалған. Ултыраҡта өс балалар баҡсаһы иҫәпләнһә лә, сират ҙур. 140 урынлыҡ балалар баҡсаһы өсөн урын бүленеп, проект эшләнгән, ата-әсәләр объекттың төҙөлә башлауын түҙемһеҙлек менән көтә.
— Йәштәр күпләп ауылда төпләнергә тырыша, урын алып, йорт төҙөргә теләүселәр байтаҡ. Тәү сиратта ер участкаларын йәш һәм күп балалы ғаиләләргә бүлергә тырышабыҙ. Йыл һайын утыҙлап ғаилә өй туйлай, — тине Ғайса Ғәбделхаҡ улы.

Белем усағына – сирек быуат

Инйәрҙең үҙендә ике-өс урта мәктәп, бер тулы булмаған белем биреү усағы эшләй. Беҙ иһә күптән түгел үҙенең сирек быуат юбилейын билдәләгән башҡорт мәктәбе менән яҡынданыраҡ таныштыҡ.
90-сы йылдарҙа республикала башҡорт теленә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, мәҙәниәтте үҫтереүгә иғтибар арта. Төбәктәрҙә милли аңды тергеҙеү маҡсатында ойошмалар төҙөлә башлай. Инйәрҙә “Елмерҙәк” башҡорт халыҡ клубы ойошторола. Уның сираттағы бер ултырышында башҡорт мәктәбен асыу тураһында һүҙ ҡуҙғатыла.
Ҡатайҙарҙың ҡотло ерендәКүмәкләгән – яу ҡайтарған, 1992 йылдың авгусында ошо турала ҡарар ҡабул ителә, әммә бина табыу пробле­маһы килеп тыуа. Ошо йылдарҙа балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәр һаны ҡырҡа кәмеү сәбәпле, берәүһе ябылып, уның бинаһы башҡорт мәктәбенә бирелә. Учреждениеның директоры итеп Насир Әлибаев тәғәйенләнә. Асылған йылда белем усағына 162 бала уҡырға килә. Уҡытыусылар балаларға тырышып белем бирә башлай. Ваҡыт үтеү менән башҡорт мәктәбе бинаһы иҫкерә һәм коллектив яңы мәктәп төҙөтөүҙе юллай башлай. Ниһайәт, 2007 йылда өс ҡатлы яңы бина ҡалҡып сыға.
Бөгөн мәктәптә 191 балаға 37 уҡытыусы төплө белем бирә. Тирә-яҡтағы 14 ауыл­дың балалары йөрөп уҡый. Мәктәп эргәһендә интернат та бар, унда бөгөн ситтән килгән 44 уҡыусы йәшәй. Директор Рәфил Иҙрисов мәктәпте заманса йыһаз­ландырыуға, уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн бар уңайлыҡтар булдырыуға ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәй.
Интерактив таҡталар, проекторҙар, Интернет селтәренә тоташтырылған компью­терҙар дәрестәрҙе юғары кимәлдә ойош­тороуға булышлыҡ итә. Тәрбиәләнеүселәр төрлө кимәлдәге олимпиада-конкурстарҙа призлы урындар яулап, сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеп, белем усағының данын арттыра.

Күңелле лә, файҙалы ла

Инйәрҙең үҙәк майҙанына килеп етеү менән иң тәүҙә өс ҡатлы мөһабәт бина иғтибарҙы йәлеп итте. “Мәҙәниәт йорто” тип ҙур хәрефтәр менән яҙылып ҡуйылған уға. Бындай ҙур бина ҡайһы бер район үҙәктәрендә юҡтыр әле, тип уйлап ҡуйҙым. Уның икенсе ҡатында китапхана һәм балалар музыка мәктәбе урынлашҡан. Район мәҙәниәт йортона 42 филиал инә, һәм ул район кимәлендә иң ҙур мәҙәни-ял урыны һанала.
Бөгөнгө учреждениела балалар, йәш­тәр һәм ололар өсөн тәғәйенләнгән төрлө йүнәлештәге 19 түңәрәк эшләй. “Елмерҙәк” театры, “Тау шишмәһе”, “Россияночка” вокаль ансамблдәре һәм “Өләсәйем һандығы” ижад түңәрәге “халыҡ” исемен йөрөтә, ә “Ҡолонсаҡ” балалар театры коллективы өлгөлө тип танылған.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәр коллективтар район, хатта республика кимәлендә уҙғарылған фестиваль-конкурстарҙа сығыш яһап, призлы урындар яулай, биләмәлә һәр байрамды, датаны ауылдаштарына күңелле һәм файҙалы булырлыҡ итеп уҙғарырға тырышалар. Беҙ барғанда улар Яңы йыл байрамына әҙерләнә ине. Әйткәндәй, майҙан уртаһында байрам хужаһы — 20 метрлыҡ бейеклектәге йәшел шыршы урын алып та өлгөргәйне.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексы ла үҙәк майҙанда урынлашҡан. Бында мини-футбол, хоккей, баскетбол, бокс, еңел атлетика буйынса ярыштар уҙғарыла. Бигерәк тә хоккейҙы яҡын күрә инйәрҙәр, йыл һайын спорттың был төрөн үҫтереүгә ҙур көс һалып, яҡты хәтирәләр ҡалдырған ауылдаштары С. Овчинников һәм В. Смердов иҫтәлегенә уҙғарылған турнирҙарҙа олоһо ла, кесеһе лә әүҙем ҡатнаша.
Йәнә бер ял урыны иғтибарҙы йәлеп итте – “Елкин шишмәһе” тип атала ул. Декабрҙең ҡаты һыуығына ҡарамай, беҙ барғанда ла шишмәнән урғылып һыу аға ине. Былтыр “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” программаһы нигеҙендә һыу сығанағының тирә-яғы төҙөкләнде­релгән, ошо маҡсатта республика бюджетынан — 204 мең һум, урындағы ҡаҙна­нан 10 мең һумға яҡын аҡса бүленгән.
— “Елкин шишмәһе” — инйәрҙәрҙең иң яратҡан ял урыны, уның һыуы шифалы һанала, керәшен байрамында христиан ауылдаштарыбыҙ бында һыу инә, йәштәр туй тантанаһында иҫтәлеккә фотоға төшә, ғөмүмән, һәр ҡунаҡты инйәрҙәр ошо шишмәгә алып килергә күнеккән, — тине хакимиәт башлығы.
Ауылдың тағы ла бер иҫтәлекле урыны – Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусыларға ҡуйылған обелиск та әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып тора. Ҡалҡыу ерҙә урынлашҡан иҫтәлекле урын матур итеп кәртәләнеп алынған, Ассы ташынан плитәләр түшәлгән, яугирҙәрҙең исем-шәрифе ташҡа уйып яҙылған. Инйәрҙәрҙең беҙгә тыныслыҡ яулап, башын һалған ата-бабаларыбыҙға хөрмәте, иғтибары, шанлы тарихыбыҙҙы онотмауҙарына дәлил был. Быйыл “Реаль эштәр” программаһы буйынса республиканан бүленгән 248 мең һум аҡсаны бергәләп кәңәшләшкәндән һуң башҡа нәмәгә түгел, ә тап обелискты төҙөкләндереүгә йүнәлтеүҙәре лә күп нәмә тураһында һөйләй бит.

Кәңәшле эш – тарҡалмаҫ

Эйе, бөтә мәсьәләләрҙе, борсоған проблемаларҙы халыҡ менән бергә хәл итергә тырышалар Инйәрҙә. Бында старосталар институты һөҙөмтәле эшләй. Хатта иң бәләкәй, төпкөл ауылдарҙа ла халыҡ араһында ихтирам яулаған, абруйлы кешеләр староста итеп һайлап ҡуйылған. Депутаттар менән бергә, эш хаҡы өсөн түгел, йөрәк ҡушыуы буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә һанап бөткөһөҙ ҙур эш башҡара улар. Әйткәндәй, инйәрҙәрҙең бындай тәжрибәһе менән уртаҡлашыу маҡсатында күптән түгел район кимәлендә семинар ҙа үткәрелгән.
Ҡатайҙарҙың ҡотло ерендәБеҙ хакимиәттә ауылдаштары хәстәре менән йөрөгән Арышпар старостаһы Эльвира Таржиминаны тап иттек. Эльвира Ишмырҙа ҡыҙы сығышы менән Хөсәйен ауылынан, 1994 йылда Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумын тамамлағас, клуб мөдире итеп Арышпар ауылына эшкә йүнәлтелә. Ул йылдарҙа ауылда мәктәп, клуб, медицина пункты, магазин, ғөмүмән, халыҡҡа кәрәкле бөтә социаль объекттар ҙа була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн уларҙың береһе лә юҡ, 90-сы йылдар аҙағында Арышпарға ла “перспективаһыҙ” мөһөрө һуғыла. Ауылдың үҙәктән 23 километр алыҫлыҡта урынлашыуы ла йәштәрҙең бында ҡалмауына сәбәп булғандыр.
Бөгөн ауылда 15-ләп йорт иҫәпләнә, һәм уларҙа башлыса ололар көн күрә. Эльвира Ишмырҙа ҡыҙы тормош иптәше Фәрит менән яңы йорт һалып, ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп етеш тормошта йәшәйҙәр, өс бала тәрбиәләйҙәр, икәүһе — мәктәп йәшендә.
Арышпарҙарҙың төп проблемаһы — Өшөрә йылғаһы аша һалынған күперҙең авария хәлендә булыуы. Ошо сәбәпле йөк машиналарына һәм автобустарға йөрөү тыйылғас, ауылдың өс уҡыусыһын һәм күрше Айыс ауылынан бер баланы уның атаһы Вәрис Әғзәмов менән сиратлап шәхси автомобилендә Инйәр мәктәбенә уҡырға йөрөтөргә тура килә “тимер ат”ты күптән йүгәнләгән тырыш ҡатынға.
Ауылда оло кешеләр күп булғас, билдәле, сирләп тә китәләр, Арышпарҙа телефон бәйләнеше лә насар. Ауырыу­ҙарға ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү Эльвира Таржиминаға йөкмәтелгән.
– Күпер юл хужалығы идаралығы балансында, яңыһының проекты эшләнеп, экспертиза үткән, тиҙәр, киләһе йыл проб­леманың хәл ителеренә ышанабыҙ, – тип өмөтөн белдерҙе Ғайса Мөфтәхетдинов.
Үҙидаралыҡтың ыңғай тәжрибәһе итеп тағы бер миҫалды килтерергә була. Инйәр ауылында күп фатирлы 30 йорт иҫәпләнә, уларҙа 476 кеше йәшәй. Һәр береһендә йорт комитеты һәм уның рәйесе һайлап ҡуйылған. Шуға ла күп фатирлы йорттарҙа таҙалыҡ һәм тәртип күҙәтелә.
— Һәр ерҙәге кеүек, беҙҙә лә бөтәһе лә шыма ғына бармай, бигерәк тә заман ауырыуы – эскелек, йәштәр араһында тәртип боҙоуҙар, имен булмаған ғаиләләр борсоуға һала, был афәткә ҡаршы көрәшкәндә ауыл старосталарының, йорт комитеттары рәйестәренең, ағинәйҙәр ойошмалары кәңәшенә, ярҙамына таяна­быҙ. Ысынлап та, уларҙың һүҙе үтемле, абруйлы. Бергәләп көрәшкәс, һөҙөмтәләр ҙә күҙгә күренә, — тине хакимиәт башлығы.

Манышты тырыштары

Биләмәнең Инйәрҙән ҡала иң ҙур ултырағы – Манышты ауылы менән яҡынданыраҡ танышыу теләге тыуҙы. Ауылға етмәҫ борон уҡ аллы-гөллө төҫтәргә буялған балалар майҙансығы күҙгә салынды.
– Бына был – Манышты ауылы халҡының берҙәм, тырыш булыуҙарына бер миҫал, – тип ғорурлығын йәшермәне Ғайса Ғабделхаҡ улы. – Быйыл урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһында әүҙемлек күрһәтеп, маныштылар кескәйҙәргә ошо майҙансыҡты бүләк итте.
366 мең һумлыҡ проекттың 60 мең һумын ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йыйып бирә улар, ҡалған аҡса республика, район, урындағы ҡаҙнанан бүленә. Бағыусылар ҙа ситтә ҡалмай. Манышты ауылы элек-электән балта оҫталары менән дан тота, майҙансыҡты матур итеп кәртәләп тә ҡуя улар, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа буяу эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Бөгөн ул балаларҙың ғына түгел, ололарҙың да иң яратҡан ял итеү, күңел асыу урынына әйләнгән. Ауылдың старостаһы Ғаян Абдрахма­новтың тырышлығын айырыуса билдә­ләргә кәрәк, ауылдаштарының хөрмәтен яулаған ир-уҙаман – һәр башланғыста маныштыларҙы ойоштороп, дәртләндереп йөрөүселәрҙең береһе.
– Урындағы инициативаларҙы яҡлау программаһын бик кәрәкле тип һанайым. Күктән көтөп ятмай, үҙ өлөшөңдө индереп ниҙер булдырыу, төҙөү, уртаҡ тырыш­лыҡтың һөҙөмтәһен күреү халыҡты берләштерә, яңы эштәргә дәртләндерә. Тәрбиәүи әһәмиәте лә ҙур – үҙ ҡулың менән тыуҙырған әйбергә нисек һаҡсыл ҡарамайһың инде? Артабан да был программала мотлаҡ ҡатнашасаҡбыҙ, киләһе йыл Инйәрҙә лә ошондай балалар май­ҙансығы төҙөмәксебеҙ, – тип фекерҙәре һәм пландары менән уртаҡлашты хаки­миәт башлығы.
Ауылда йорттарҙың төҙөклөгө, семәр­ләп биҙәлгәндәренең күплеге һоҡлан­дырҙы. Әллә ҡайҙан йәм биреп ултырған ике ҡатлы бинаға йүнәләбеҙ. Уны “Ма­ныштының йөрәге” тип атаһаҡ та хата булмаҫ. Был бина 2005 йылда файҙа­ланыуға тапшырылған, унда мәктәп, клуб, фельдшер-акушерлыҡ пункты, балалар баҡсаһы, китапхана урынлашҡан.
Манышты төп дөйөм белем биреү мәктәбенең бер быуатлыҡ тарихы бар. Бөгөн бында 60 балаға 13 уҡытыусы төплө белем бирә. Тиҫтә йылдан ашыу мәктәп директоры булып эшләгән Мансур Байрамғәлин беҙгә мәктәп буйлап экскурсия ойошторҙо.
Уҡыусыларға тырышып уҡыу өсөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған: иркен, таҙа, заманса йыһазландырылған класс бүлмәләре, Интернет селтәренә тоташтырылған кабинеттар, спорт залы, ашхана – бер ҙә ҡала мәктәптәренән ҡалышмайҙар, тигән уй тыуҙы башта. Уҡыусылар ҙа һынатмай — район кимәлендә уҙғарылған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү һәм сәхнәләштереү бәйгеһендә, төрлө фәндәр буйынса олимпиадаларҙа даими призлы урындар яулайҙар. Әйткәндәй, шиғыр яҙыусы балалар ҙа бар ауылда, былтыр йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең ижады тупланмаһынан торған “Белорет шишмәләре” китабында дүрт уҡыусының шиғырҙары донъя күргән.
Йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләүгә, халҡыбыҙҙың данлы һәм шанлы тарихы аша тыуған ергә, туған телгә ҡарата һөйөү уятыуға айырым иғтибар бирелә Маныштыла. Мәктәп музейы тупһаһы аша атлап ингән һәр кем быға инаныр.
Мәктәптең спорт залы уҡыуҙан һуң тамаша майҙаны итеп файҙаланыла. Маныштылар йыр-моңға һәләтле. Йыл һайын уҙғарылған “Инйәр хазиналары” конкурсында призлы урындарға лайыҡ булалар, бынан тыш, район кимәлендәге мәҙәни сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар.
Әйткәндәй, клуб мөдире Айһылыу Хәсәнова быйыл “Кәйеф оҫтаһы” район конкурсында 3-сө урынды яулаған. Ауыл һәүәҫкәрҙәре йыл һайын берәй спектакль әҙерләп тә ауылдаштарын ҡыуандыра.
Ауыл китапханаһына инеү менән ундағы йыйнаҡлыҡ, кәштәләрҙә китаптарҙың айырым бер тәртиптә урынлаштырылыуы, үҙенсәлекле стендтар күҙгә ташланды. Маныштыларҙың бында юлдарын һыуытмауҙары күренеп тора.
— Китапханаға алты йәштән алып 75-кәсә 422 кеше йөрөй, 11 меңдән ашыу китап иҫәпләнә. Мөмкинлектәре булмағандарҙың өйҙәренә барып уҡ хеҙмәтләндерергә тырышабыҙ, — тине китапханасы Гөлфиә Шайхетдинова.
Фельдшер-акушерлыҡ пункты ла ошо бинала урынлашҡан, уға бинаның икенсе яғынан инеү урыны эшләнгән.
— Кәрәкле дарыуҙар, тәү ярҙам күрһәтеү саралары менән тейешле кимәлдә тәьмин ителгәнбеҙ. Ауылда бер йәше тулмаған алты сабый иҫәпләнә, бәпес көткән йәш ғаиләләр ҙә бар — уларға айырым иғтибар бирәбеҙ, — тине йәш белгес Эльвира Фазылова.
...Тышта шат ауаздар ишетелде, Маныштының киләсәге — балалар баҡсаһына йөрөүсе кескәйҙәр саф һауала уйнарға сыҡҡан икән.

Инйәргә илткән юлдар

Маныштыға барғанда, бер көн алда ғына ҡар яуып, һепертмә буран булыуға ҡа­рамаҫтан, юлдарҙың ҡарҙан таҙар­тылып, ҡом һибелеп ҡуйылғанлығына иғтибар иткәйнем. Ҡайтҡан саҡта Ғайса Ғабделхаҡ улынан ошо турала ҡыҙыҡһындым.
— Инйәрҙә Белорет юл ремонт-төҙөлөш идаралығының производство участкаһы бар. Улар Инйәр, Ассы, Йөйәк ауыл билә­мәләрен хеҙмәтләндерә. Предприятиеға халыҡты борсоған проблемаларға битараф булмаған, тәжрибәле етәксе, ауыл Советы депутаты Андрей Акатьев етәкселек итә, ниндәй мәсьәлә менән мөрәжәғәт итһәк тә, ярҙамдан баш тартмай, — тип һөйләне хакимиәт башлығы.
Участка контораһына туҡтап, Андрей Владимировичтың үҙе менән дә аралаштыҡ.
— Предприятиела 60 кеше эшләй, 24 берәмек техникабыҙ бар. Беҙгә 236,1 километр юлды хеҙмәтләндереү бурысы йөкмәтелгән, шуларҙың 76 саҡрымы – региональ әһәмиәттә. Юлдарҙың күбеһенән мәктәп автобустары йөрөй, шуға күрә балаларҙың именлеген тәьмин итеү маҡсатында тәү сиратта ошо участкаларҙы ваҡытында һәм сифатлы итеп таҙартырға тырышабыҙ, — тине әңгәмәсем.
— Борсоған проблемалар бармы? – тип ҡыҙыҡһынам Андрей Владимировичтан.
— Йәштәр ни өсөндөр эшсе һөнәрен һайлап бармай. Лайыҡлы эш хаҡы тәҡдим итһәк тә, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең күбеһе оло йәштә. Йүнәлтмә биреп, үҙ аҡсабыҙға уҡытып та алыу мөмкинлеге бар. Әлегә эшселәребеҙ етә, әммә бер нисә йылдан был проблеманың киҫкен тороуы ихтимал, — тип борсолоуын белдерҙе ул.
Ауылдар эсендәге юлдар ҙа даими таҙартылып тора биләмәлә. 2014 йылда хакимиәт республика программаһы сиктәрендә ЛМЗ-804 тракторын ҡайтарта. Рәсәй заводтарында йыйылған Ҡытай техникаһын тәжрибәле тракторсы Ишбирҙе Йомағоловҡа ышанып тапшырғандар. Биләмәгә ҡараған 21 ауылдың һәр береһенә барып, ауыл эсендәге юлдарҙы ваҡытында таҙартып өлгөрөргә тырыша яуаплы механизатор.

Эшҡыуарлыҡ үҫешә

Инйәрҙә төрлө йүнәлештә эшмәкәрлек иткән 50-нән ашыу эшҡыуар теркәлгән. Күптән түгел бында бер нисә магазин, “Кристалл” сауҙа комплексы, “Магнит”, “Полушка” универсамдары асылған. Биләмәнән региональ әһәмиәттәге юл үтә. Туристар, юлаусылар өсөн һуңғы йылдарҙа ҡунаҡханалар, кафелар йылдам төҙөлә.
— Белорет районының иң сигендә урынлашҡан Ҡолмас ауылын беләһегеҙҙер? Тиҫтә йыл элек ауыл халҡы ситкә китеп бөтөп, бер генә кеше ҡалғайны. Әммә тыуған ер үҙенә тарталыр, күрәһең. Зәлиә Ғәлиәнова, Заһир Абдуллин һәм Мәрғинә Абдуллина тыуған ауылдарына ҡайтып, ана ниндәй кафелар асып ебәрҙе. Эш урындары булғас, ауыл да йәнләнде. Әлбиттә, әлегә электр мәсьәләһе асыҡ килеш ҡала, әммә киләсәктә был проблема хәл ителер, тип ышанабыҙ, — тине Ғайса Ғабделхаҡ улы.
Күптән түгел асылһа ла, юлаусыларҙың яратҡан ял урынына әйләнгән “Урал” кафеһы хужаһынан уңыш серҙәре тураһында ҡыҙыҡһындым.
Ҡатайҙарҙың ҡотло ерендәМиңлехан Ғәйнетдинов — һөнәре буйынса урмансы. 1985 йылда Башҡорт­остан ауыл хужалығы институтының урман факультетын тамамлап, Инйәр леспромхозында эш башлай. Мастер, техник, инженер булып хеҙмәт итә. Йәмәғәте Гөлназ менән магазин да асып ебәрәләр. Күп тә үтмәй, уртаҡ фекергә килеп, ауылдарында ҡунаҡхана менән кафе төҙөргә ҡарар итәләр. Бинаның проектын да үҙҙәре эшләй, исемде лә бергәләп ҡушалар.
Тырышлыҡтары бушҡа китмәй, дүрт йыл элек Инйәргә йәм биреп ултырған мөһабәт бинала “Урал” кафеһы асыла. Хужалар тәү сиратта юлаусыларға уңайлыҡ тыуҙырыуҙы, аҙыҡ-түлектең сифатлы, тәҡдим иткән ассортименттың бай булыуын маҡсат итеп ҡуя. Ауылдаштарына ике тиҫтәләп эш урыны ла булдыралар.
Кешеләрҙең рәхмәтен ишетеп, бергәләп эшләргә лә йәшәргә ине... Әммә тормош ҡайһы саҡ бигерәк рәхимһеҙ шул, бынан ике йыл элек ҡапыл ауырып Гөлназ баҡыйлыҡҡа күсә. Ҡанаты һынһа ла, Миңлехан Насретдин улы төшөнкөлөккә бирелмәй. Өс ҡыҙы – өс тағанға таянып башлаған эште дауам итә. Бөгөн улар барыһы ла дин юлында, бина эргәһендә намаҙ бүлмәһе лә асыла. Игеҙәктәр ситтә төпләнһәләр ҙә, атайҙары эргәһенә йыш ҡайталар, ә өлкән ҡыҙы Әлиә – Миңлехан Ғәйнетдиновтың уң ҡулы. Аш-һыу, меню, аҙыҡ-түлек ассортименты өсөн тулыһынса ул яуаплы, әйткәндәй, кафела хәләл ризыҡ ҡына әҙерләнә. Киләсәктә юлаусыларға тағы ла уңайлыраҡ булһын өсөн шиномонтаж хеҙмәте асыу һәм башҡорт тирмәһе формаһында төҙөлә башлаған сәйхананы эшләп бөтөү пландары менән яна эшҡыуар.
— Миңлехан Насретдин улы ауылдаштарына һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, бигерәк тә ололарға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә. Беҙгә лә йә техника, йә башҡа нәмә менән ярҙам итеп кенә тора, — тип рәхмәтен белдерҙе хакимиәт башлығы.
Үҙ һөнәреңде еренә еткереп башҡарыу, кешеләрҙең рәхмәтен ишетеү, тормош ауырлыҡтарына баш эймәү – ошолор инде уңыш нигеҙе, тигән һығымтаға килдем Миңлехан Ғәйнетдинов менән аралашҡандан һуң.
Мәҡәлә башында яҙғаным дөрөҫлөккә тап килде, ысынлап та, матур тәбиғәтле урында, күркәм йорттарҙа уңған, эшһөйәр, берҙәм кешеләр йәшәй икән. Декабрҙең сатлама һыуығы биттәрҙе семетеп-семетеп алһа ла, күңелемдә уларҙың ихласлығынан, киң күңеллелегенән сикһеҙ йылылыҡ тойҙом. Инйәр мине аллы-гөллө уттарын ҡабыҙып оҙатып ҡалды...



Вернуться назад