Киттек мышы ҡотҡарырға!26.12.2017
Киттек мышы ҡотҡарырға!– Иртәгә иртән мышы балаһын ҡотҡарырға барабыҙ. Һин беҙҙең менәнме? Улай булһа, юлға сығып тор!
Башҡортостандың махсус һаҡланған биләмәләр дирекцияһының бүлек мөдире Марат Биктимеров һүҙҙе ҡыҫҡа тотто. Баҡһаң, дирекцияға Ишембай районының Ишей ауылынан шылтыратҡандар икән. Ауылда йәшәгән ике кеше урмандан ҡайтып барғанда бер өйөр эттәрҙең нимәгәлер ташланғанына иғтибар иткән. Ҡырағайлашҡан эттәр мышы балаһын талай икән. Һунарсылар малҡайҙы йәлләп өйҙәренә алып ҡайтҡан. Шунда уҡ ветеринарҙы саҡырғандар. Табип, яраларын ҡарағандан һуң, мышы балаһын махсус үҙәккә күсерергә кәрәклеген әйткән. Шулай итеп, “Тимка” ҡушаматы алған мышыны һунарсылар белгестәргә тапшырырға була.



“Күләш”тә Тимканы Зита менән Гита көтә

Тимканы күпмелер ваҡыт һарайҙа аттар менән бергә тотҡандар. Кешегә өйрәнгән, өркмәй. Ҡулды һуҙһаң, ашарға бирә тип уйлап, шунда уҡ эргәңә килә. Дирекция белгестәре, Марат Биктимеров менән Мөнир Иҙрисов эштең айышына тиҙ төшөндө: мышы балаһын был һарайҙа кәм тигәндә йәй буйы тотҡандарҙыр, сөнки һунарсылар әйткәнсе, был ваҡиғаға бер нисә аҙна ғына ваҡыт үтһә, был тиклем ҡулға эйәләшмәҫ ине, эт тештәренең эҙҙәре лә былай уҡ тиҙ уңалмаҫ ине. Тимкаға алты ай самаһы. Май айында тыуған булырға тейеш. Һарайҙа бысраҡ, бындағы батҡаҡты тапап торғанға, Тимканың аяҡтары боҙолған, насар үҫешкән. Кәрәкле документтарҙы тултырғандан һуң, мышы балаһын УАЗ машинаһының артына тейәп, Ишембайҙан Кушнаренко районына алып киттек. 250 километр самаһы ара үтергә кәрәк. Малҡай үҙен нисек тотор, тип һәр ҡайһыбыҙ борсолдо.
Марат Биктимеров менән Мөнир Иҙрисов икәүләп мышы ҡотҡарыу буйынса нисәнсе операция үткәрәлер, әйтеүе ауыр. Ҡыйынлыҡтар менән дә йыш осрашырға тура килә. Белгестәр барып еткәнсе мышы балаларының һәләк булған осраҡтары булғылаған. Ҡотҡарылған малҡайҙарҙы иһә Кушнаренко районында урынлашҡан берҙән-бер ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәге “Күләш”кә алып киләләр. Был үҙәккә тиклем юл юҡ тиһәң дә була.
Эргәләге ауылға тиклем 30-40 саҡрым самаһы. “Был араны ҡайһы саҡта көнөнә бер нисә урарға тура килә. Ямғыр яуһа, еңел машина менән йырып сығып булмай”, – ти Марат Сәлих улы. Юлһыҙлыҡтың сәбәбе ябай: йәнлектәрҙе мөмкин тиклем кеше күҙенән һаҡлау. Бында төрлө сәбәптән килеп эләгә улар. Күпселек осраҡта йә юлға сығып, машина аҫтына эләгеп имгәнәләр, йә браконьерҙар әсәләрен атып алғандан һуң, кеше эргәһенә ярҙам һорап килгән йәнлектәр йәшәй бында: мышы, болан, ҡоралай, ҡабан сусҡалары һәм башҡаһы.
Биш йылдан ашыу инде бында ҡырағай хайуандарҙы Филүзә менән Роберт Әҙиевтәр ҡарай. Ауылда эш булмағас, Флүзә апай менән Роберт ағай оҙаҡ уйлап тормай, ризалашҡандар. Әлбиттә, бында йәшәүҙең ыңғай һәм кире яҡтары ла бар. Ыңғайына килгәндә, саф һауа, эргәлә генә балығы мыжғып торған күл, көн һайын һыбай биләмәләрҙе урап сығыу, йәнлектәрҙе ашатыу. Йорт эргәһендә генә уңған хужабикә ҙур баҡса үҫтерә. Бынан бер нисә йыл элек бында электр уты ла юҡ ине. Хәҙер иһә бағыусылар ярҙамында ҡояш нурынан көс алған батареялар тора. Һыуытҡыс, сепаратор, телевизор һәм башҡа көндәлек тормошта кәрәкле көнкүреш техникаһын рәхәтләнеп ҡулланыу мөмкинлеге бар. 
...Тимканы Әҙиевтәр көтөп торған. Малҡайҙы быйыл июндә алып киленгән мышылар эргәһенә урынлаштырҙылар. Зита менән Гитаға ла алты ай самаһы. Ҡарап тороуға, улар Тимканан ҙурыраҡ та, көслөрәк тә. Әҙиевтәр уларҙы һәйбәт тәрбиәләй. Быҙауҙарҙы аяҡҡа баҫтырыуға 100 килограмдан артыҡ махсус һөт ҡатнашмаһы киткән. Унан өҙгәндәренә бер-ике аҙна самаһы ғына. Кәүҙәгә ҡайтышыраҡ йәштәштәрен йәберләрҙәр тип хәүефләндек.
Ҡурҡыуыбыҙ юҡҡа булды. Зита менән Гита Тимканы шунда уҡ үҙ итте. Тәүҙә ҡурҡып, шыңшып илап алған мышы балаһы ярты сәғәттән үҙенең яңы өйөнә өйрәнеп китте. Ашап, тоҙ ялап алғас, Роберт ағай әҙерләп ҡуйған һый – гөлйемеш ботаҡтарынан эшләнгән миндектән ауыҙ итте. Быға тиклем бындай тәмлекәсте ашап ҡарағаны булмағандыр, бәләкәс бәпәй һымаҡ гөлйемеш емештәрен шапылдатып ашаны. Был күренеште ҡыуанып тамаша ҡылдыҡ. Мышы балалары тағы ике йыл ошо вольерҙа йәшәйәсәк. Артабан иреккә ебәрәсәктәр. Унда уларҙы ниндәй яҙмыш көтәлер, билдәһеҙ. Иң мөһиме, һунарсы көбәге булмаһын...

“Серәкәйҙән дарыу һибегеҙ”

Быға тиклем “Күләш”кә ике тапҡыр барып ҡайтҡайным. Тәүгеһендә Зина исемле мышыны иреккә ебәрҙек, унан ҡабандарға вольер ишеген астыҡ. Шул уҡ көндә үҙәккә Яша исемле мышы балаһын алып килгәйнеләр. Ҡабан сусҡалары, һарайҙа йәшәһенме, махсус вольерҙамы, кешегә эйәләшмәй. Урманға ебәреү менән ҡойроҡтарын һыртҡа һалып, урман шырлығына инеп юғалалар. Тәбиғәт шарттарына эйәләшеп китеүе лә уларға ҡыйын түгел. Ә бына мышыларҙың барыһы ла иреккә сығарыу менән ҡырағай тормошҡа өйрәнеп китә алмай.
Үҙәктә тиҫтәләгән мышыны аяҡҡа баҫтырып, урманға сығарып ебәргәндәр. Шуларҙың икәүһе тураһында айырым һөйләп китке килә. Яша бында килеп эләккәндә сибек кенә, аяғында саҡ баҫып торған быҙау ине. Бынан мал сыҡһа ярар ине, тип баш сайҡағайны ул саҡта Роберт ағай. Бөгөн иһә мөгөҙҙәре үҫә башлаған ҙур мышы ул. Исемен белә, икмәк ярата. Иреккә сығарып ебәреү менән өс көн урманда йөрөгәндән һуң, кире килеп, үҙе үҫкән ерҙән алыҫ китмәй ул. Тамағын туйҙырырға ла ҡайта, урманда ҙурыраҡ мышыларҙан туҡмаҡ ашап, йәрәхәттәрен дауалатырға ла килеп йөрөгән. Йәйгеһен үҙәккә һирәк-һаяҡ һуғылған, ә хәҙер ҡыш етерен һиҙеп кире килгән. Һунар мәле булғанға, Яшаны йәлләп, уны йәнә вольерға бикләгәндәр.
– Мөгөҙөнә ҡыҙыл сепрәк бәйләп, райондағы барлыҡ һунарсыларға әйтеп ҡуйырға ла, Яшаны кире ебәрергә кәрәк. Рәхәткә өйрәнгән юҡһа, – тип ризаһыҙлығын белдерә Марат Сәлих улы.
Зина иһә үҙен ысын ҡатын-ҡыҙ кеүек тота. Уға дүрт йәш. Бөтөн һый-күстәнәстән тәүҙә үҙе ауыҙ итә, артҡанын ғына Яшаға ҡалдыра. Ҡунаҡтар килгәндә лә, Яшаны алыҫҡараҡ ҡыуып, һөйөү-һыйпауға ла үҙе генә наҙлана.
Уны иреккә былтыр сығарғандар, кире ҡайтҡас, йәлләп кире вольерға бикләгәндәр. Быйыл иһә иртә яҙҙан уға ишектәр асылды. Әммә кешегә өйрәнгән Зина үҙәктән алыҫ китмәгән. Иң ҡыҙығы шунда – был тирәлә серәкәй-маҙар күп. Малдарҙы йонсотмаһын өсөн Әҙиевтәр уларға махсус дарыуҙар һиптерә. Быны аңлап алған Зина дарыуҙың көсө бөтөү менән урмандан килеп, эшкәртеүҙе һорай. Дарыу һиптереү менән йәнә урманға сығып китә икән.
Зинаның хәтере шәп, үсләшә белә. Хужа бер көн өр-яңы тракторға ышҡылып торған мышыны таяҡ менән ҡыуып ебәрә, башҡа эргәһенә килмәһен тип, бер-икене эләктереп тә ала. Зина был хәлде ауыр кисерә. Әле һаман онотмай. Шуға Роберт ағай вольер эргәһенә яҡын килмәй. Зинаны Филүзә апай ғына ашата.
– Бер мәл ағайың тышҡа сыҡты ла юҡ булды. Тәҙрәнән ҡарайым, күренмәй. Аптырағас, артынан сыҡтым. Келәттең ишеген япҡан да: “Филүзә, овчаркаңды ал!” – тип ҡысҡыра. Зина келәтте һөҙгөләй. Робертты тешләп тә алған. Әле лә ағайыңды һағалап ҡына йөрөй. Хәҙер ул телефонһыҙ тышҡа сыҡмай, – тип көлә Филүзә апай.
Филүзә апайҙың иң ҡыуанғаны – Зинаның быуаҙ булыуы. Көҙгөһөн ҡарығыу осоро башланғас, Зина урманда оҙаҡ ҡына юғалып йөрөй. Әле үҙен тотоуына ҡарағанда, Филүзә апайҙың шиктәре ысынға сыҡҡан кеүек.

Бөлдөрөүсеһе лә, ҡотҡарыусыһы ла – кеше

Машинанан сығарыу менән уны Тимка­ны ветеринар Тимерхан Сафин ҡараны.
– Мышы балаһын эттәр талаһа, яралары былай уҡ тиҙ уңалмаҫ ине. Бот тирәһендә ысынлап та теш эҙҙәре бар. Улар эренләгән. Дөрөҫөн генә әйткәндә, Тимканың яралары ике-өс ай элек алынған. Миңә ҡалһа, был һарайҙа ул йәйҙе үткәргән булған. Ашатыу яғы ла әллә ни шәп булмағаны күренеп тора. Хәйер, Зита менән Гитаны алып килгәндә, улар хатта һөт тә эсә алмай ине. Хәҙер, күреп тораһығыҙ, ҙурайып, матурланып киттеләр. Быныһын да аяҡҡа баҫтырырбыҙ, – ти ул.
Марат Биктимеров менән Мөнир Иҙрисов әйтеүенсә, күпселек осраҡта браконьерҙар инә мышыны атҡандан һуң, ғәҙәттә, балаһын йәлләп өйөнә алып ҡайта. Ә мышы балаһы һыйыр быҙауы түгел, уны икенсе төрлө ашатырға, ҡарарға кәрәк. Кеше шуны аңламай. Малға ла, үҙенә лә зыян килтерә. Был осраҡта ла шулай булманымы икән, тип шикләнәбеҙ. Ярай әле, шылтыратып, мышыны ҡотҡарҙыҡ. Бында уның йәшәү рәүеше лә икенсе буласаҡ, ҙурайғас, тәбиғәткә сығарып ебәреп, артабан уның яҙмышын күҙәтеү мөмкинлеге лә бар, ти белгестәр.
Яҙға иһә Тимканың хәлен барып белербеҙ, Зинаның бәпесен фотоға төшөрербеҙ, тигән өмөт менән ҡайттым “Күләш”тән. Ҡыуаныслы хәбәр булһа, һеҙгә лә хәбәр итермен.


Вернуться назад