Йөрәгеңде һаҡлай бел26.12.2017
Йөрәгеңде һаҡлай бел Хәҙерге әүҙем тормош, мәғлүмәттең күплеге, уларҙың йыш ҡына кире булыуы, эске көсөргәнеш организмға йоғонто яһамай ҡалмай. Тәүге һөжүм, әлбиттә, йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһына яһала. Йомшаҡ күңелле кеше хаҡында “ул барыһын да йөрәгенә яҡын ала” тиеүҙәре осраҡлы түгелдер.
Табип-кардиолог, медицина фәндәре кандидаты Жанна Максимова сирҙәргә нисек ҡаршы тороу, йөрәгеңде һаҡлау тураһында һөйләне.


Тамыҙғысҡа көнөң ҡалмаһын...

Өлкәндәр араһында, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан яфаланғанда стационар шарттарында ғына һөҙөмтәле ярҙамға эйә булырға мөмкин, тигән фекер бар. Өс аҙна дауаханала ятыу, тамыҙғыстар курсы, табиптарҙың һәм шәфҡәт туташтарының тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүе – һаулыҡ һаҡлау эталоны бына ошо, ти улар. Бөгөн табип укол урынына дарыу яҙып, өйҙә дауаланырға тәҡдим итһә, бының әллә ни файҙаһы булмаҫ, тип нисек борсолмайһың. Көсөргәнештән йөрәгең ауырта башлауы ла ихтимал. Был йәһәттән профессионал ниндәй фекерҙә?
– Ысынлап та, әле дауаханалар, айырыуса ҙурыраҡтары, халыҡ-ара стандарттар буйынса эшләй. Дауаханаға һалыу күрһәткестәренең кәметелеүе бик дөрөҫ, тип уйлайым. Йөрәгендә етди кәмселектәр булған – инфаркт кисергән йәки ошондай хәүеф янаған кешеләрҙе генә стационарға һалалар. Кардиология сире булып та, хәле тотороҡлоларға дауаханаға ятыуҙың кәрәге юҡ, – тине Жанна Владимировна. – Совет осоро менән сағыштырғанда, хәҙер медицина байтаҡҡа алға китте. Тамыҙғыстың һәр ваҡытта ла файҙалы дауалау алымы түгеллеген аңларға кәрәк. Ул ҡан тамырҙарына өҫтәмә баҫым яһай. Әгәр ауырыу кеше дарыу ашай ала икән, хатта реанимацияла ла тамыҙғыс кеүек тамырҙарҙы яралаған алымды ҡулланмаҫҡа тырышалар.
Тотороҡһоҙ стенокардия, йөрәк тәңгәлендәге ауыр­тыныуҙар, уларҙың тыныс ҡына ятҡанда ла баҫылмауы, көсәйеүе, артериаль ҡан баҫымының күтәрелеүе, һөйләшеүҙең ауырлашыуы, ҡулдарҙың ойоуы, баш ауыртыуы кеүек үҙенсәлектәр дауаха­наға оҙатыу өсөн сәбәп була ала. Башҡа осраҡтарҙа табип билдәләгән дарыуҙарҙы даими эсеү ҙә етә.

Тоҙҙо табындан алығыҙ!

Өлкәндәр өсөн йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын иҫкәртеү иң элек тоҙ ҡулланыуҙы сикләүгә ҡорола.
– Оло йәштәге кешенең организмы тоҙҙо тиҙ һи­ҙеүсән. Ул артериаль ҡан баҫымын күтәрә, ҡан тамыр­ҙарының ҡыҫылыуына йоғонто яһай. Ҡыҙға­нысҡа ҡаршы, өлкәндәрҙең күпселеге тоҙҙо самалап ҡулланырға кәрәклеген белһә лә, элекке ғәҙәтенән баш тарта алмай. Тоҙо аҙ булған ризыҡ уларға тәм­һеҙ күренә, – тине Жанна Максимова. – Шул уҡ ваҡытта тоҙҙо тәмләткестәр, төрлө үләндәр менән алмаштырырға мөмкин. Әйткәндәй, кешенең тәм һи­ҙеү рецепторҙары ике аҙна эсендә үҙгәрә. Бер аҙ сабырлыҡ һәм үҙеңде еңергә кәрәк. Тоҙға ихтыяж бөтһә, организмығыҙға ҙур файҙа буласаҡ. Ағза­лар­ға кәрәкле натрийҙы беҙ тоҙҙан ғына түгел, баш­ҡа ризыҡтарҙан да, мәҫәлән, икмәктән алабыҙ. Ти­мәк, тоҙ табында әллә ни әһәмиәтле компонент түгел.
Белгес әйтеүенсә, йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһын нығытыу өсөн йәшелсә, емеш-еләк һәр йәштә лә файҙалы. Әллә ни экзотик ризыҡтар ҙа кәрәкмәй. Үҙебеҙҙә үҫтерелгән өсөн ғәҙәти кә­беҫтә, кишер һәм алма – организмға кәрәкле витаминдар, микроэлементтар сығанағы. Уларҙың сос­тавындағы калий менән магний артериаль ҡан баҫымын түбәнәйтеүгә булышлыҡ итә, аҙыҡ сүстәре эсәктәр эшмәкәрлегенә яҡшы йоғонто яһай. Аҙнаһына бер-ике тапҡыр аҡһымға бай ҡуҙаҡлы культуралар – фасоль, борсаҡ, яҫы борсаҡ (чечевица) ашарға кәңәш ителә. Ҡыҙыл иттән, колбаса ризыҡтарынан мөмкин тиклем баш тартыу яҡшы. Пенсионерҙың менюһына мотлаҡ балыҡ, майһыҙ һөт ризыҡтары, бутҡа инергә тейеш.

Эске көсөргәнешкә –
ышаныслы кәртә


“Хәрәкәттә – бәрәкәт” тигән әйтем йөрәк сирҙәрен иҫкәртеүгә туранан-тура ҡағыла кеүек. Ж.В. Максимова әйтеүенсә, физик күнегеүҙәр йөрәккә, ҡан тамырҙарына, быуындарға ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалмай, оло кешенең эмоциональ хәлен дә яҡшырта. Саф һауала йөрөү, үҙ йәшеңә тура килгән физик күнегеүҙәр депрессияға, эске көсөргәнешкә ҡаршы торорға ярҙам итә. Аҙыҡ-түлеккә килгәндә, помидор, слива, банан кеүек серотонинға, йәғни “шатлыҡ гормоны”на бай ашамлыҡтар бигерәк тә файҙалы. Саф һауанан инеп, банан ашап алһағыҙ, көс-ҡеүәтегеҙҙең артыуын, кәйефегеҙҙең яҡшы­рыуын тойорһоғоҙ.
Үлән сәйҙәре нервыларҙы тынысландыра. Ундай сәйҙәр иҫәбенә валериана йәки бесәй үләне, бөтнөк, мелисса инә. Бындай эсемлекте айырыуса көндөң икенсе яртыһында эсергә кәңәш ителә.
– Ҡайһы берәүҙәр тәмәке кешене тынысландыра тип раҫлай. Бындай фекер тамырынан дөрөҫ түгел, – тине Жанна Владимировна. – Никотиндың “тынысландырыусы” үҙенсәлектәргә эйә булыуын берәүҙең дә иҫбатлағаны юҡ әлегә. Ә бына ҡан тамырҙарына зыян килтергән бүтән сараны күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Ғалимә кәйефте күтәрә торған тағы ла бер алымды билдәләне. Ғәҙәттә, уны ҡатын-ҡыҙҙар файҙалана. Мәҫәлән, Яңы йыл алдынан ҙур сауҙа үҙәктәрендә байрам алды ығы-зығыһы башлана. Ҡайһы бер ханымдар һатып алыусылар йәки һатыусылар менән низағлашып, ҡысҡырынып, ғауғалашып, кире энергияһын сығарырға тырыша. Йәнәһе, шулай йөрәккә еңеллек килә һәм бөтә көсөргәнеште үткәндәрҙә ҡалдырып, Яңы йылды тыныс ҡаршыларға мөмкин.
– Бындай алымды хупламайым, – тине Жанна Максимова. – Ғауғасының күңеленә еңел булып ҡалғандыр ҙа, бәлки. Ә ошо кире кисерештәр “һирпелгән” кеше үҙен нисек тоя икән? Уның тураһында, был йәмһеҙ күренешкә шаһит булғандар хаҡында уйлап ҡаранымы икән был әҙәм? Бәхәс-низағтан уларҙың йөрәгенә еңел булғандыр, тип уйламайым. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, киҫкен агрессиянан инсульт хәүефе – биш, миокард инфарктыныҡы дүрт тапҡырға арта. Өлкәнәйгән һайын ҡан тамырҙары айырыуса тиҙ бирешеүсән, шуға күрә оло йәштәгеләргә бындай ғәмәлдәрҙән йырағыраҡ тороу хәйерле.

Дарыуҙан һаҡланығыҙ!

Әңгәмә барышында өлкәндәргә дарыуҙар менән һағыраҡ булырға кәрәк тигән фекер яңғырағайны. Йыш ҡына төрлө дарыуҙарҙы контролһеҙ эсеүҙең файҙаһына ҡарағанда зыяны күберәк. Әгәр дарыуға ихтыяж юҡ икән, организм менән тәжрибә үткәреүҙән тыйылырға, тәбиғи сараларға, сәләмәт тормошҡа өҫтөнлөк бирергә кәңәш ителә.


Вернуться назад