“Аргументы и факты” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, киләһе йылдың 1 февраленән Советтар Союзы Геройҙарына, Рәсәй Геройҙарына, Социалистик Хеҙмәт Геройҙарына, Рәсәйҙең Хеҙмәт геройҙарына, Дан орденының тулы кавалерҙарына, ветерандарға – түләүҙәр, инвалидтарға юл күрһәтеүсе эттәрҙе аҫрауға һәм ветеринария хеҙмәтләндереүенә, радиация һәләкәте, ядро һынауҙары һөҙөмтәһендә радиация йоғонтоһона дусар булған кешеләргә компенсациялар 3,2 процентҡа (әлегә был яҡынса һан) күтәрелә.Бынан тыш, саҡырыу буйынса хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙе ерләүгә, уның йөклө ҡатынына бер тапҡыр түләнә торған пособие, шулай уҡ эшкә ваҡытлыса һәләтһеҙ ҡалыуға йәки әсә булыуға бәйле мотлаҡ медицина страховкаһы үтмәгән кешеләргә һәм ойошма ябылыу арҡаһында эштән бушатылғандарға дәүләт пособиеһы күләме артасаҡ.