Хәтерҙе яҡшыртыу юлы бар26.12.2017
Канада нейробиологтары тикшеренеүҙәр барышында теге йәки был тексты ҡысҡырып уҡыуҙың хәтерҙе яҡшыртыуын иҫбатлаған. Сарала ҡатнашҡандарға улар яҙма мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырырға тәҡдим иткән.
Бының өсөн ҡысҡырып уҡыу, эстән уҡыу, үҙеңдең йәки башҡа кешенең тауыш яҙмаһын тыңлау кеүек алымдарҙы файҙаланырға кәңәш итәләр.
Асыҡланыуынса, бер үк ваҡытта телмәр һәм тыңлау һәләте йәлеп ителгән осраҡта яҙылғандар иҫтә ҡалыусан. Шуға күрә белгестәр хәтерҙе яҡшыртыу өсөн ҡысҡырып уҡыу бик файҙалы тигән һығымтаға килгән. Ғалимдарҙың фекеренсә, мәғлүмәтте хәтерҙә нығытыу өсөн ниндәй ҙә булһа әүҙем ғәмәл, мәҫәлән, тексты ҡулдан күсереп яҙыу йәки компьютерҙа йыйыу бигерәк тә файҙалы. Мемуарҙар яҙыу ҙа артыҡ булмаҫ, сөнки үткәндәрҙә ҡалған сағыу ваҡиғаларҙы, кескәй генә деталдәрҙе иҫкә төшөрөп, беренсенән, йәш быуынға үҙенсәлекле мираҫ ҡалдырырһығыҙ, өҫтәүенә хәтерегеҙҙе лә яҡшыртырһығыҙ. Кроссворд, сканворд, башватҡыс сисеү ҙә отошло.