Ҡартайыуҙы туҡтатып буламы?26.12.2017
Ғалимдарҙың организмды потенциаль яман шештән һәм “ҡартайған” күҙәнәктәрҙән таҙартып, ҡартайыуҙы туҡтатырға тырышыуы уңышһыҙлыҡҡа дусар булды. Америка математиктары ошондай һығымта яһаны.
PNAS махсус журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәләлә билдәләнеүенсә, ғалимдар кеше организмын хәтерләткән һәм бер-береһе менән бәйле бик күп күҙәнәктәрҙән торған компьютер моделен эшләгән. Эстән ҡартайыу, бер-береһе менән бәйләнеште юғалтыу һөҙөмтәһендә күҙәнәктәрҙең әкренләп йәшәүгә һәләтен юғалта барыуы асыҡланған. Белгестәр бындай хәлдән күҙәнәктәрҙе дөйөм ҡағиҙәләргә “буйһондормай”, шулай уҡ улар араһында конкурентлыҡ тыуҙырып, көсһөҙ күҙәнәктәрҙең урынын яңыларына биреү һөҙөмтәһендә генә ҡотолорға мөмкин тигән һығымтаға килгән. Әммә бындай ғәмәлдәр ҙә уңышһыҙлыҡҡа осраған. Әүҙем көнәркәшлек бер күҙәнәктәрҙе икенселәре менән алмаштырыуға килтереп кенә ҡалмаған, улар араһындағы бәйләнеште лә һүлпәнәйткән. Өҫтәүенә был бәйләнеш билдәле бер кимәлдән түбәнерәк төшкән осраҡта яман шеш менән сирләү хәүефе артҡан, сөнки күҙәнәктәр контролһеҙ үрсегән һәм организмды тулыһынса һәләк иткән.
Математиктар бер күҙәнәктәрҙе икенселәре менән алмаштырыуҙың башҡа юлдарын да тикшергән. Тик был осраҡтарҙа организмдың ҡартайыуы әкренәймәгән, киреһенсә, шәбәйә төшкән. Шулай ҙа ғилми эш авторҙары организмды “ҡартайған” күҙәнәктәрҙән таҙартыу кеше ғүмерен оҙайтыу йәһәтенән йәмғиәткә файҙа килтерер тигән өмөттә.