Бармаҡ эҙе мобиль ҡушымтаға илтә26.12.2017
Бармаҡ эҙе мобиль ҡушымтаға илтәПенсия фонды үҙенең мобиль ҡушымтаһына сираттағы яңылыҡты индерҙе. Яңы версияла Touch ID технологияһы файҙаланыла, йәғни ҡушымтаға бармаҡ эҙҙәре ярҙамында инергә була. Touch ID технологияһы кешенең бармаҡ эҙен сканерлау һәм уны смартфонда һаҡлап ҡалдырыу мөмкинлеген бирә.
Пенсия фонды быйыл мартта iOS һәм Android платформаларындағы смартфондар өсөн түләүһеҙ мобиль ҡушымтаны ғәмәлгә индерҙе. Ошо ваҡыт эсендә уны 150 меңдән ашыу кеше файҙаланған.
Ҡушымтала эште башлау өсөн дәүләт хеҙмәттәре порталында раҫланған иҫәпкә тороу яҙмаһы ярҙамында рөхсәт алырға һәм ҡушымтаға инеү өсөн дүрт һанлы пин-кодты күрһәтергә кәрәк. Ҡушымта ярҙамында Пенсия фондындағы шәхси иҫәп торошо, тәғәйенләнгән пенсия һәм социаль түләүҙәр тураһында мәғлүмәт алырға, эш биреүсе күсергән страховка иғәнәләрен тикшерергә, ҡабул итеүгә яҙылырға йәки кәрәкле документтарға заказ бирергә була. Ҡайһы бер хеҙмәттәрҙән рөхсәт алмайынса ла файҙалана алаһығыҙ. Мәҫәлән, геолокация сервисы ярҙамында ҡушымта Пенсия фондының иң яҡын клиент хеҙмәтен йәки күп функциялы үҙәкте эҙләп таба һәм ҡабул итеүгә яҙылыу мөмкинлеген бирә.


Вернуться назад