“Һөйөнсө! Өйҙән күстәнәс килде!”22.12.2017
“Һөйөнсө! Өйҙән күстәнәс килде!”Күмертау ҡала һәм район хакимиәте ҡатын-ҡыҙҙар советы менән берлектә “Тыуған илдән сәләм” акцияһын ойошторҙо. Сараға шулай уҡ ҡалалағы предприятиелар һәм учреждениелар дәррәү ҡушылды.


Хәрби комиссариат төҙөгән исемлеккә ярашлы, хәрби хеҙмәткә быйыл яҙ саҡырылған егеттәргә төрлө тәм-том һалынған посылка ебәрәләр. Акция декабрь аҙағына тиклем дауам итә. Әле адресаттарға иллеләп посылка тапшырылған да инде. Күмертау егеттәре Түбәнге Новгород өлкәһендә, Ставропольела, Алыҫ Көнсығышта һәм башҡа төбәктәрҙә хеҙмәт итә. Улар араһында танкистар, элемтәселәр, ил сиген һаҡлаусылар, артиллеристар бар.
Акцияны ойоштороусылар әйтеүенсә, тыуған яҡтан килгән һәр хәбәр, айырыуса бындай татлы бүләк егеттәрҙең кәйефен күтәрә, ышаныс өҫтәй.
Әйткәндәй, әлеге сара тәүгеһе түгел. Элгәре йыл Краснокама районындағы йәштәр эштәре комитеты “Һалдатҡа посылка” акцияһын ойошторғайны.


Вернуться назад