Ике ырыу ҡушылған ерҙә22.12.2017
Ике ырыу ҡушылған ерҙәТупһаһынан уҡ хужаның ниндәй булыуы күренә. Төҙөк, матур икән, тимәк, ир тырыш, хәстәрлекле. Таҙалығы иһә ҡатындың уңғанлығы хаҡында һөйләй. Ошо йәһәттән райондың Байғаҙы ауыл хакимиәте биләмәһен “Бөрйәндең тупһаһы” тип атарға мөмкин. Ни өсөн тигәндә, төбәкте көньяҡ-көнсығыштағы күршеләре менән бәйләп тора ул. Баймаҡ, Йылайыр, Әбйәлил, Хәйбулла, Сибай яҡтарынан килгәндәрҙе сик буйында тап Байғаҙы ауыл биләмәһе ҡаршы ала. Тәү сиратта уның тәбиғәт мөғжизәләренә, юлдарының торошона ҡарап Бөрйәнгә баһа бирәлер бында беренсе тапҡыр аяҡ баҫҡан кеше.

Хакимиәткә ике ауыл берләшкән – Байғаҙы һәм Яңы Усман (халыҡ телендә – Тарыуал). Тарихҡа бай, үткәндәре данлы, шанлы төйәктәр улар. Тәүгеһе – Ҡыпсаҡ, икен­сеһе Бөрйән ырыуының тәрән тамыр­ҙарын һаҡлай. Борон-борондан килгән холоҡ буйынса, байғаҙылар ҡыҙыуыраҡ, тарыуалдар иһә тыныс булыуы менән айырылһа ла, бер-береһен ғүмерҙә лә ҡаҡ­маҫ, һатмаҫ, яңғыҙ ҡалдырмаҫ туған­дар­ға әйләнгән улар. Бөйөк ырыуҙарҙың вариҫтарын ихтыяр көсө, ғорурлыҡ, ны­ҡыш­малылыҡ, тәүәккәллек, сәм, ғәм, һәр ваҡыт алға, еңеүгә ынтылыш бер бөтөн итә.
Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы Азат Мәжитов әйтеүенсә, борондан килгән ошо һыҙаттар – бөгөнгө тормошта ла төп этәргес. Заманға тиҙ яраҡлаша белгән ха­лыҡ, төпкөлдә тиерлек йәшәүенә ҡара­маҫтан, “ыһ” та итмәй, юлында осраған ауырлыҡтарҙы һанға ла һуҡмай ышаныслы аҙымдар менән алға бара.
– Байғаҙы, мәҫәлән, һуңғы йылдарҙа ғына ике тапҡырға тиерлек ҙурайҙы, – ти Азат Ғәли улы. – Халыҡ күберәк ағас эше менән мәшғүл, таҡта ярыу цехтарының тынып торғаны юҡ. Уңған хужалар береһе­нән-береһе уҙҙырып ҡупшы йорттар һала, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ауылда шәхси магазиндарҙың күбәйә барыуы халыҡҡа, айырыуса өлкән йәштәгеләргә отошло: йыраҡҡа сығып йөрөмәйенсә генә бөтөн кәрәк-яраҡты алырға мөмкин.
Байғаҙы элек-электән эшен мөкиббән яратҡан тәжрибәле уҡытыусылары менән данлы. Әле лә был йәһәттән хаҡлы ғорур­лана ала. Мәктәп – ауылды тотоп торған терәктәрҙең береһе. Уҡытыусылар коллек­тивы иһә, һәр ваҡыттағыса әйҙәүсе көс бу­ла­раҡ, заман сафының алғы рәтендә бара. Ғөмүмән, ғорур ҡыпсаҡ рухын һүн­дер­мәй, ата-бабаларының аманатына ярашлы, һәр яҡлап байлыҡҡа, етешлеккә, күңел бөтөнлөгөнә ынтылып, аҫаба еренә хужа булып йәшәй байғаҙылар.
Ике ырыу ҡушылған ерҙәБелеүебеҙсә, Яңы Усман да үҙе айырым дәүләткә әйләнә бара тиерлек: биш урамлыҡ ауылда тиҫтәгә яҡын шәхси магазин, ун биш самаһы таҡта ярыу цехы бар, йылдан-йыл арта барған эшҡыуарҙар бер-береһенә ярҙам итеп, кәңәшләшеп, кәсептәрен киңәйтеүгә булышлыҡ ҡылып йәшәй. Фермерҙарҙың да, юлында осраған бихисап кәртәләрҙе аша атлап үтеп, тыуған төйәге мәнфәғәтендә фиҙакәр хеҙмәт итеүе, боронғоса ҙур-ҙур ерҙәрҙе биләүе башҡаларҙа ошо шөғөлгә ҡарата ҡыҙыҡһы­ныу, сәм уята. Йылҡысылыҡҡа тотонған йүнселдәр йәй буйы урындағы халыҡты, шулай уҡ оло юлдан башҡа райондарға үткәндәрҙе үҙ еренең ҡымыҙы менән һый­лап, миҙгелгә йәм, күңелдәргә рух, дарман өҫтәй.
Ауылда үткән быуат аҙағында яңы социаль объекттар ҡалҡып сыҡҡайны. Улар – дөйөм белем биреү мәктәбе, шулай уҡ балалар баҡсаһын, фельдшер-акушерлыҡ пунктын, китапхананы һыйындырған ике ҡатлы мәҙәниәт йорто – Яңы Усмандың үҫешендә төп нигеҙҙе билдәләй. Йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылғанын иҫ­батлап, яңыраҡ барлыҡҡа килгән тотош бер ҙур урамдағы һәр йәш ғаиләлә дүрт-бишәр бала үҫә. Тимәк, социаль объекттар хеҙмәткәрҙәренә ҡул ҡаушырып ултырырға форсат юҡ – һәр ҡайһыһына эш етерлек. Тыуым бар урында хеҙмәт бар, тип һөйөнә халыҡ.
Йәшәргә ынтылған кеше ваҡытын бушҡа уҙғармай, үҫешкә илтерҙәй һәр мөмкин­лек­тән файҙаланырға тырыша. Байғаҙы һәм Яңы Усман халҡы был йәһәттән күп­тәр­гә өлгө. Улар, мәҫәлән, урындағы баш­лан­ғыстарҙы яҡлау программаһында әүҙем ҡатнашып, дүрт мәртәбә еңеүгә өлгәшкән. Һөҙөмтәлә үткән йылдарҙа Байғаҙыла Һәүәнәк йылғаһы аша ике автомобиль кү­пере һәм йәйәүлеләр өсөн баҫма төҙөл­гән. Ә былтырғы еңеү Яңы Усман мәктәбе бинаһына евротәҙрәләр ҡуйыу, ҡыйығын яңыртып, профнастил ябыу мөмкинлеген биргән.
– Быйыл иһә программаға ярашлы Яңы Усманға күсереп йөрөтмәле янғын һүнде­реү комплексы һатып алдыҡ, – ти Азат Ғәли улы. – 2018 йылда ла ҡатнашырға заявка бирелде. Был юлы Байғаҙыға ниҙер алыу йә төҙөү күҙ уңында тотола.
Билдәле булыуынса, был программа дәүләт менән бергә урындағы хакимиәттең, халыҡтың, эшҡыуарҙарҙың ярҙамына ярашлы тормошҡа ашырыла. Тәүге һүҙ – шунда ғүмер иткән кешеләрҙән. Улар ниндәйҙер башланғысҡа тотоноу тәҡдимен яһап ҡына ҡалмай, ә бының өсөн аҡса һа­лырға ла әҙерлеген белдерә. Йыл һайын ошондай тәүәккәллек ҡылып, илһөйәр­ле­ген, данлы ата-бабаларының юлына тоғ­ролоғон, тәрән тамырҙарын һаҡлауға ынтылышын иҫбатлаған ғәмле, сәмле Яңы Усман һәм Байғаҙы халҡының “Бөрйән тупһаһы”н киләсәктә лә ялтыратып тоторона ышаныс ҙур.

Бөрйән районы.


Вернуться назад