Күңел күҙе күрһен ул!22.12.2017
Күңел күҙе күрһен ул!...Мәҡәлә геройы менән йәй көнө үк күрешергә тейеш инек. Ошо маҡсатта уның телефон һандарын йыйҙым. Тик бәйләнештең теге осонда “бөгөн-иртәгә булмаҫ, атайҙарға бесән эшләшәм”, — тигән һүҙҙәр яңғырағас, “дөрөҫ шылтыраттыммы икән?” тип икеләнеп тә ҡуйҙым. Юҡ, яңылышмағанмын – нәҡ ул. Бесән генәме һуң, тыумыштан күреү һәләтенән мәхрүм булһа ла, Илнур тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй, күрә алғандарҙың ҡулынан килмәгәнде лә башҡара. Тетрәндергес тә, һоҡландырғыс та уның яҙмышы.


Усмановтар ғаиләһенә шатлыҡ менән бергә һынау ҙа килә. Ни ҡылаһың, Хоҙай теләге шундай. Нисек кенә булмаһын, һынып ҡалмай ата-әсә, улдарын үҫтерә, белем бирә. Тормошта үҙеңде табыу тәү сиратта нәҡ үҙеңдән тора. “Ғүмер буйы ата-әсә ҡарамағында йәшәп булмай, ир кеше үҙен үҙе бағырға, ғаилә ҡорорға һәм был донъяла үҙ артынан эҙ ҡалдырып китергә тейеш”, — тип Илнур Өфөлә медицина училищеһында урта медицина хеҙмәткәре, массаж яһаусы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Артабан эшмәкәр­леген ошо һөнәрҙәр ярҙамында дауам итә, үҙе икмәк таба.
Хәйер, белем алыу йылдарына ныҡла­быраҡ туҡталып китеү зарур булыр – нәҡ ошо дәүерҙә ул ҙур тормошҡа аяҡ баҫа: һөйгән йәрен таба, массаж яһауҙа тәүге аҙымдарын яһай.
— Танышып, башта аралашып йөрөнөк, бер мәл бүлмәләрендә йыһаздарын йүнә­теп бирҙем, тыуған көнөндә гөлләмәләр бүләк иткәс, буласаҡ кәләшем тамам иреп төштө, — тип шаярта Илнур. Бына шулай башҡа егеттәрҙең танауына сиртеп, ғаиләле була ул. Иң мөһиме — гүзәл зат ир-егеткә йәлләү тойғоһо аша түгел, “яратам” тип кейәүгә сыға! Бәлки, был ғаилә шуға ла бәхетлелер, тим: шалҡандай ике малай үҫтерәләр, донъяларын үҙҙәре ҡороп, фатир алғандар. Ҡыҙҙар ғашиҡ булмаҫлыҡ егет түгел Илнур: етди характерлы, ныҡлы фекерле, буй-һыны килешле, оҫта ҡуллы һәм, иң мөһиме — матур итеп йәшәргә ынтылышы көслө!
Фатир тигәндән, кемдер әҙер булған, ми­раҫҡа ҡалған, дәүләттән бирелгән донъяһын да туҙҙырып бөткән мәлдә Илнур ҡатыны менән уны ысын мәғәнәһендә иртә таңдан төнгәсә эшләп алған. Әле учи­лищела уҡығанда уҡ геройымдың “массаж яһаусы” тигән даны тарала. Стәр­летамаҡта хәҙер иһә оҫтаны күптәр белә, сират бер ҡасан да өҙөлмәй.
Тик, билдәле, һәр уңыштың нигеҙендә ныҡышмалылыҡ ята, һынауҙар ҙа урап үт­мәй. Илнурға ла мәшғүллек үҙәгендә то­рорға тура килә, тик эш биреүселәр күр­мәгәнен белә лә, шунда уҡ “аҙағыраҡ шылтыратырбыҙ” тип юҡ була. Шулай ҙа эшкә урынлашырға насип була егеткә, тик коллективҡа ылығып китеүе, тиң күрһендәр өсөн мөмкинлегеңде иҫбатлауы нисек ауыр бирелгәнен Илнур үҙе генә белә. Әммә эш хеҙмәт хаҡында ғына түгел, йәмғиәттең һаулығы буйынса мөмкинлек­тәре сикле булғандарға ҡарата мөнәсәбәте аптырата. Мәҫәлән, федераль бюджет нигеҙендә финанслау туҡтатылыу сәбәпле, уны эштән ҡыҫҡарталар. Инвалидтарҙы эштән ебәрергә тейеш түгелдәр тиһәләр ҙә, бындай миҫалды бихисап килтерергә мөмкин. Илдә сәпсек үлмәй, имеш.
Эш урынында ғына түгел, урамда ла һау­лы­ғы буйынса мөмкинлектәре сиклән­гәндәргә мөнәсәбәт камиллыҡтан, ай-һай, йыраҡ әле.
— Бер көн йортҡа инеп бара инем, кемдеңдер кеҫәмә тығылғанын һиҙеп ҡалдым – бур икән, “аҡылға ултыртырға” тура килде...
Инвалидты алдарға маташыуҙар бының менән генә тамамланмай әле: Илнурҙың ҡомһоҙ таксистар, алдаҡсы массаж яһа­тыусылар хаҡында бәйән иткәнен тыныс ҡына тыңлап булмай. Әлбиттә, быларҙы зарланып һөйләмәй геройым, ундайҙарҙан түгел егет, кемгәлер һабаҡ булһын тип кенә иҫенә төшөрә.
Илнурҙың һәләтенә, оҫталығына әйлә­неп ҡайтҡанда, массаж яһау менән етди шөғөлләнһә, мауығыу кимәлендәге һөнәр­ҙәре лә оҫталарса уның. Мәҫәлән, иғтибар итегеҙ: ул автомобилдең моторын һүтеп йыя ала. Медучилищеға барғанға тиклем хатта автослесарь һөнәрен үҙләштерергә лә уйлаған әле.
Мотор йыйыу, массаж эшләү – ярай уларҙы ҡул тойомо ярҙамында башҡарып була, ә бына Илнурҙың компьютерға төрлө программалар яҙҙырыуын күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы?! Баҡтиһәң, күреү һә­лә­тенән мәхрүмдәр өсөн махсус программалар бар икән, телефонда, компью­терҙа әңгәмәсем нәҡ улар ярҙамында эш­ләй. Уның, ғөмүмән, техника, технология­лар­ҙың үҫешенә үҙ ҡарашы:
— Беҙҙең кеүек кешеләр өсөн бындай алға китештәр – ҙур ярҙам, хәҙер хатта үтер юлды анализлап, хужаһына һөйләп барған таяҡтар ҙа барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Былар өсөн шатмын, әммә шул технологияларҙың организмға беркетелеүенә, ағзаларҙы алмаштырыуына ҡырҡа ҡаршымын, кеше кеше булып ҡалырға тейеш, — ти ул.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ – күреү һәләтенән мәхрүм булһа ла, был Илнурға һис шикһеҙ тап килә. Кәрәк икән, машина ла йүнәтә, карауат та йыя. Карауат тигәндән, фатирҙарына йыһаз һайлағанда хатта бер ҡыҙыҡ хәл дә була. Магазинда һатыусы: “Беҙ ҙә ошондай карауат алдыҡ, ирем йыя алманы, һеҙгә оҫта кәрәк булыр, саҡыртаһығыҙмы?” тип һорағас, хужа был эште үҙе башҡарып сығасағын әйтә. Һа­тыу­сы ҡатын сәйерһенә, әммә бер нәмә лә өндәшмәй. Кешенең тышҡы ҡиәфәтенә генә ҡарап фекер йөрө­төүе еңел шул, ә һин уның мөмкин­лектәрен самала, күңел донъяһын ҡапшап ҡара!..
Эйе, күрмәһә лә, төрлө яҡлап камил Илнур һәм, әйтергә кәрәк, ул эшен еренә еткереп башҡара. Һөнәр үҙләштерә икән – уны юғары кимәлдә үтәй. Ҡалала күп­тәр уны оҫта массаж яһаусы булараҡ белә, республика кимәлендә иһә ул таныл­ған йөҙөүсе, заманында һуҡыр йөҙөүселәр араһында уға тиңдәр булмай. Хәйер, республика ғынамы һуң, Илнур Илгизәр улы Усманов – йөҙөү буйынса Рәсәйҙең туғыҙ тапҡыр чемпионы!
Әңгәмәсемдең йәшәү мәғәнәһе күптәргә өлгө алырлыҡ, һоҡланыу тыуҙырырлыҡ, бигерәк тә уның шул тормошҡа ҡарата мөнәсәбәте ҡиммәт.
— Донъя шул тиклем матур, ошо гүзәллекте маңлай күҙенән бигерәк күңел күҙе менән күреп йәшәргә кәрәк, — тигән фекерҙә ул.
Ғәжәп, кем һуҡыр һуң был донъяла?..

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Вернуться назад