Һирәк осраған исемдәр22.12.2017
Кешенең исеме яҙмышына ла тәьҫир итеүе ихтимал, тиҙәр. Бала тыуғас та һәр кем уға матур исем ҡушырға тейеш, тип уйлайым мин.


Һуңғы ваҡытта сәйер исемдәр күбәйә барған кеүек. Элегерәк бала ныҡ булһын өсөн, ауырымаһын тип, нескә күңелле гүзәл заттарға ла шундай исем ҡушҡандар. Мәҫәлән, малайҙарҙы Тимер, Тимербай, Тимерхан, Тимерйән тип нарыҡлағандар. Ир балаға был исем килешә, ә ҡыҙға Тимербикә исеме тап килеп бөтмәй. Улай булғас, Суйынбикә, Ҡоросбикә, Баҡырбикә тип тә унан көлөүҙәре ихтимал.
Һирәк осраған ҡатын-ҡыҙ исемдәре: Фәүҡинур, Хәсбиямал, Мөхипъямал, Вәсбиямал, Һәйепъямал, Сәрбиямал, Гөлһылыу, Бүләкбикә, Алтынбикә, Фисинә, Фәрзәлиә, Гөлфизә, Фәнирә, Гөлдәниә, Киҫәнбикә, Иркәбикә, Гүхәл, Зилләрә, Хәмбибихәт, Мәхрүсә, Йөҙлөкамал, Хөбәйбә, Йәнзөһрә, Биҙиғлә, Сәрбиназ, Мәмдүхел, Ирада, Алана, Бәҙерниса, Хәтфә, Мәсүмә, Әлфидә, Алсәскә, Гөлниә, Ҡобора, Хөббөниса, Тамсы.
Ошондай ир-егет исемдәре лә осрай: Дәриғәт, Фәнир, Люнир, Хәлидар, Мәғдәнүс, Йәшәр, Хәлүш, Рәхмүш, Арлан, Инфир, Револь, Реналь, Динияр, Фильзир, Маузер, Рафинад, Сәһәрйәр, Асиф, Абрек.
Хәҙер Алина, Карина, Марина тигән исемдәр күбәйеп китте. Таңһылыу Күсимованың “Башҡорт исемдәре” исемле китабы 1982 йылда донъя күрҙе. Унда исемдәрҙең мәғәнәһе яҙылған. Уларҙы һәр кем оҡшатып, ғүмер буйы ата-әсәһенә рәхмәт уҡып йәшәрлек итеп ҡушырға кәрәк.

Тамара СӘЙФУЛЛИНА,
“Мәрхәмәт” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары.


Вернуться назад