Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетында V курста уҡыған Ренат Ғарипов Бөтә Рәсәй хирургия буйынса студент олимпиадаһында төп бүләккә һәм алтын скальпелгә лайыҡ булды. Дөйөм иҫәптә БДМУ командаһы беренсе урынды яуланы. Олимпиадала 21 команда, шул иҫәптән Германияның Гайдельберг университетындағы Мангейм медицина факультеты, Ҡытайҙың Сычуань, Харбин университеттары, И.К. Ахунбаев исемендәге Ҡырғыҙ дәүләт медицина академияһы студенттары, Һиндостан, Тажикстан, Әрмәнстан йәштәре ингән БДМУ-ның интернациональ командаһы ҡатнашты.
Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры, Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Валентин Павлов әйтеүенсә, олимпиадала Башҡортостан вузы тарафынан эшләнгән хирургия йүнәлешендәге белгестәрҙе аккредитациялау моделе менән тәүге тапҡыр таныштырҙылар. Ике көн дауамында сарала ҡатнашыусылар конкурс талаптарын үтәне: йөрәктәге яраны текте, аорта-коронар шунт ҡуйҙы, нәҙек эсәктән Sрәүешендәге резервуар яһаны, йөрәк-бауыр реанимацияһы бәйгеһендә ҡатнашты. Йәштәр шулай уҡ LapSim виртуаль тренажерында нефрэктомия үткәреү оҫталығын күрһәтте. Эндовидеохирургия конкурсы сараның кульминацияһы булды. Был ярыш төрөнә әүәлге этаптарҙа иң күп мәрәй йыйған дүрт команда ғына индерелде. Улар биологик моделдәрҙә “перфорация еген” тегеү буйынса операция үткәрҙе һәм холециститэктомия яһау буйынса көс һынашты.
– Әле студенттарҙың ғәмәли эше өсөн ҡануниәттә кәртәләр байтаҡ. Күп кенә төбәктәрҙә уларға пациенттар менән эшләргә рөхсәт ителмәй, университеттарҙа иһә клиник база юҡ. Быларҙың барыһы ла йәштәрҙең хирургия йүнәлешен һайлауына кире йоғонто яһамай ҡалмай, әлбиттә, – тигән фекер белдерҙе жюри рәйесе, Мәскәү дәүләт университетының фундаменталь медицина факультетындағы хирургия кафедраһы мөдире, академик Валерий Кубышкин. – Ә бындай олимпиадалар студенттарҙа ошо һөнәргә ҡыҙыҡһыныу уята.
Командаларҙың эшен Рәсәйҙең төп хирургтары, илдәге медицина вуздары профессорҙары баһаланы.
– Бындай ярыштар Ҡытайҙа ла үткәрелә. Әммә талаптарҙа ысынбарлыҡҡа әлегеләй яҡынлыҡты осратҡаным юҡ ине, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Харбин медицина университеты студенты Зенан Чжан.