Ниндәй генә заман булмаһын, уның төп нигеҙе, үҫеш ҡеүәте – ғилемдә. “Ҡөрьән Кәрим”дәге тәүге аят-кәримә лә бит “Һине юҡтан бар итеп яралтҡан Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән һөйләмдән башланған. Бойороҡ һөйкәлешендәге ҡылымда оло мәғәнә ята, белемдең ҡиммәте, һиммәте сағылдырыла....Аллаһ Тәғәлә Әҙәмде яралтып, остаз булараҡ, уға барлыҡ ғилемде өйрәткән. Фәрештәләр иһә быға ҙур борсолоу белдергән. “Әҙәм балаһын яралтыу ниңә кәрәк булды һуң, Раббым? Ул ниәттәреңде тормошҡа ашырмаһа, ни ҡылырһың?” – тип хәүефләнеп һорағандар. Ә быға яуап шулай яңғыраған: “Әҙәм балаһы насар юлды һайламаҫ, сөнки уға ғилем бирҙем”.
Белем – барлыҡ күркәм сифаттарҙың тамыры. Ғилемле кеше һәр саҡ камиллыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла, күңеле бөтөн була, башҡаларҙы яманламай, һауаланмай, ялҡауланмай, хәйлә-мәкер ҡормай, бүтәндәргә һалышмай һ.б. Үҙе булып ҡала, сөнки тормошта тәғәйен урыны, ышаныслы терәге – белеме – бар. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Ғилемде бишектән алып гүргә ингәнсе өйрәнегеҙ” тигән хәҙисе иһә белгәнең менән генә ҡәнәғәтлек кисермәйенсә, аң-белем даирәһен даими киңәйтеү зарурлығын тәҡрарлай. Ә уның иге-сиге юҡ. Дин әһелдәре әйтеүенсә, ғилем күҙ ҡарашы етмәҫ даръяға тиң, ә әҙәм балаһы уның ярында тамсылап һыу эскән ҡошсоҡ кеүек кенә.
Белемле кеше тәрбиәле, әҙәпле. Ошоға ярашлы бер хикмәтте иҫкә төшөрөп үтәйек. Атай кеше улын баҫыуға алып сыға. Арыш башаҡтарының берәүҙәре эйелгән, икенселәре күккә туп-тура ҡарап, ғорур үҫеп ултыра икән. “Атай, ниңә улар бер төрлө түгел? – тип аптыраған бала. – Был ни хикмәт? Эйелгәндәре матур түгел, кәрәктәре лә юҡтыр инде...” Атаһының яуабы иһә шулай булған: “Туп-тура үҫкән арышҡа һоҡланма, улым. Башағы бушлыҡтан шулай улар. Ә инде эйгәндәрҙең эсе тулы ем – туҡлыҡ, уңыш билдәһе был”.
Хикмәттән аңлашылыуынса, “емле”, йәғни ғилемле кеше үҙен һис ҡасан әллә кемгә ҡуйып, юғарыға ҡарап тәкәбберләнеп йөрөмәй, киреһенсә, ниндәйҙер кимәлдә түбәнселектә ҡала. Быға иң ҙур миҫал – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Пәйғәмбәребеҙ ҙур ғилеме менән бер ваҡытта ла маһайып, һауаланып йөрөмәгән, ә уны таратҡан, башҡалар менән уртаҡлашҡан. Ә Аллаһ Тәғәлә тап шундайҙарҙы – белемлеләрҙе, уға яҡын торғандарҙы, аҡыллының һүҙен тыңлағандарҙы, фекер-кәңәшен ҡабул иткәндәрҙе – һөйә.
Исламда ғилем – иң юғары төшөнсәләрҙең береһе. Изге китапта ла, хәҙистәрҙә лә уның баһаһы бихисап мәртәбә тәҡрарланған. Ғилемгә, үҫешкә ынтылмағандың иманһыҙға яҡын тороуы билдәләнгән, бындай күренештәрҙе бөтөрөү юлдары күрһәтелгән. “Мосолмандың наҙан булыуы ярай торған эш түгел, – тигән, мәҫәлән, Ғүмәр бин Хаттаб. – Белгәндәр – өйрәтергә, белмәгәндәр өйрәнергә тейеш”.
Тормоштоң “асҡысы” булараҡ, ғилем яҡшы, мул йәшәүгә юл яра. Замандың ауырлыҡтарын тәү сиратта уға таянып, лайыҡлы үтергә, киләсәккә тос орлоҡ ҡалдырырға бурыслыбыҙ, тип өйрәтә дин әһелдәре. Ҡөрьәндәге “Уҡы!” тигән бойороҡтоң төп асылы был.