Ейәндәр өсөн төҙөлгән йортта22.12.2017
Ейәндәр өсөн төҙөлгән йорттаБыл донъяла кемдәрҙе генә осратмайһың да кемдәр менән генә танышмайһың. Ул тәңгәлдә беҙ, журналистар, бик бәхетле, сөнки эшебеҙ, башлыса, шуға ҡоролған. Бына шул яңы таныштарыңдың ҡайһы берҙәрен нисектер күңел ҡабул итмәй, ә кемеһелер яҡын дуҫыңа әйләнеп китә, уның менән аралашып йәшәү тормошоңдо йәмләп ебәрә. Бәхеткә күрә, ундайҙары күберәк.


Билдәле шәхестәр — Салауат башҡорт дәүләт драма театры артистары Гөлсәсәк һәм Яҡуп Шәриповтар менән мин бынан 15 йыл элек “Байрам ашы — ҡара-ҡаршы” тигән спектаклем ҡуйылғас таныштым. Улар был тамашала төп ролдәрҙе башҡар­ҙы. Тәү күрешкәндә үк Яҡуп менән Гөлсә­сәктең ябайлығы, эскерһеҙлеге күңелемде яулап алды. Яҡын дуҫтар булып киттек.
Театр актерҙары хаҡында яҙғанда, нигеҙҙә, улар ҡатнашҡан спектаклдәр һанала, уйнаған ролдәре хаҡында һүҙ алып барыла. Был йәһәттән Шәриповтар тураһында ла әллә күпме һөйләргә булыр ине, әммә минең театрҙан ситкәрәк китеп, уларҙың ғәҙәти тормошо, йәшәү рәүеше, холоҡ-фиғелдәре хаҡында бәйән иткем килә.
Ирле-ҡатынлы артистарға, ғәҙәттә, нисек таныштығыҙ, нисек ҡауыштығыҙ кеүегерәк һорауҙарҙы бирәләр һәм... “беҙҙе сәнғәт таныштырҙы” тигән яуап ишетәләр. Яҡуп менән Гөлсәсәктең араһында ла бына шул сәнғәт һөйөү уты ҡабыҙған.
— “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайында баянсы булып эш башлап ҡына йөрөй инем. Шунда йәш кенә бер һылыу ҡыҙ килеп инеп, йырлап күрһәтергә теләге барлығын белдерҙе, — ти Яҡуп. — Иҫ киткес моңло тауышы менән “Гөлъямал”ды йырлап ебәрмәһенме! Үҙем баянда уйнайым, үҙем иҫем китеп тыңлайым. Гөлсәсәк йырлап бөтөү менән етәксебеҙ Сәлим ағай Ҡамбулатовҡа: “Бына ҡайҙа ул талант! Был ҡыҙҙы ситкә ебәрмәйек, юрамал ғына оҙата барған булып, мин уны мәҙәниәт һарайына ныҡлап йөрөргә күндерәйем”, — тип шыбырланым. Оҙатып ҡуям, ҡаршы барып алам. Күп тә үтмәй, Гөлсәсәктең моңло тауышына ғына түгел, ә үҙенә лә башкөллө ғашиҡ булғанымды аңланым. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғайым тип, бер нисә айҙан ҡыҙҙың кейәүгә сығырға ризалығын һораным.
— Яҡуп телгә шәп бит. Тәүҙә шул теле арбаны, һуңынан бар булмышы менән йөрәгемә үтеп инде. Уны һайлап яңылышманым. Тормош юлында ысын дуҫым, тоғро юлдашым, ныҡлы таянысым ул минең, — ти Гөлсәсәк, ҡәнәғәт йылмайып.
Кәләштең тыуған ере Һарайҙа (Әлшәй районы) гөрләтеп ауылса туй үткәреп, ғаилә ҡороп йәшәп алып китә Шәриповтар. Ләйсән, Миләүшә исемле ике ҡыҙға ғүмер бүләк иткән Яҡуп менән Гөлсәсәк саҡырыу буйынса Салауат башҡорт дәүләт драма театрына эшкә килә. Халыҡ театрында ҡанаттарын нығытҡан Шәриповтарға яңы урында тәүге аҙымдарын яһау әллә ни ҡыйынға тура килмәй. Ысын күңелдән бирелеп башҡарған ролдәре менән улар шунда уҡ тамашасы күңелен яулап ала.
Артистарҙың ярты ғүмере гастролдәрҙә йөрөп үткәне һәр кемгә мәғлүм. Мин уларҙың балаларын, ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалғандай күреп, йәлләй торғай­ным. Ҡыҙҙары Ләйсән һәм Миләүшә хаҡында ла шулайтыбыраҡ әйткәс, Яҡуп менән Гөлсәсәк бер тауыштан тигәндәй:
— Юҡ, беҙ ҡыҙҙарыбыҙҙы етем хәлендә ҡалдырырға тырышманыҡ. Башлыса, үҙебеҙ менән алып йөрөттөк. Күпмегәлер айырылып торған осраҡта ҡайтып инеү менән бар һөйөүебеҙҙе, күңел йылыһын икеләтә-өсләтә бирергә ынтылдыҡ, — тип яуап бирҙе.
Алма ағасынан алыҫ төшмәй шул. Талантлы ҡыҙҙар, бәләкәйҙән мәҙәниәт донъяһына сумып, сәнғәт белеме алып, үҙҙәре лә артист булып киткән һәм уңыш ҡаҙанырға ла өлгөргән. Ата-әсәләрен ҡыуандырып, уларға олатай-өләсәй булыу бәхете лә бүләк иткәндәр.
— Бына быныһы — беҙҙең өсөн иң мөһиме. Балаңдың балаһы балдан татлы икәнен ейән-ейәнсәрҙәребеҙ донъяға килгәс ныҡлап аңланыҡ, — тине Гөлсәсәк, күҙҙәренән йылы наҙ бөркөп.
Бынан бер нисә йыл элек Яҡуп миңә: “Тәүге ейәнем тыуғас, башҡа бер уй килгәйне. Ҡыҙҙарыбыҙ тағы ла ейән-ейәнсәрҙәр бүләк итер әле. Улары олатай-өләсәй тип ҡунаҡҡа килер. Шатланып ҡаршы алһаҡ та, ҡала фатирын ҡалдырып, йәнә ҡала фатирына килеү уларға әллә ни ҡыуаныс өҫтәмәҫ, ә бына ауыл ерендә үҙ йортоң булып, уларҙы шунда ҡаршы­лаһаҡ, шундағы тормошто күрһәтһәк, ҡайһылай шәп булыр ине, тип хыялланып алғайным. Мин — ауыл малайы, Гөлсәсәк тә ауыл ҡыҙы. Минең дә, уның да ауылда йәшәгебеҙ килә. Әгәр урын бирһәләр, тыуған ауылым Этҡолда өй һалырға ине иҫәп”, — тигәйне.
— Бик мәслихәт! Өй һалыуҙың нимәһе бар, өйәһең дә өйәһең, — тип Яҡупты дәртләндереп ебәрһәм дә, эстән генә: “Эй, әртис, ҡулыңдан килерме икән?” — тип шикләнә биреп тә ҡуйғайным.
Яйлап уның Этҡолда ер алыуын, нигеҙ ҡороп, бура күтәреүен, йорт-ҡаралты төҙөп ҡуйыуын да ишеткеләп торҙом. Күптән түгел Яҡуп менән Гөлсәсәктең хыялындағы йорт-ҡураны барып күрергә насип булды миңә. Бына шунда инде Гөлсәсәктең: “Яҡуп балта эшенә хәтәр оҫта бит ул”, — тигәненә үҙ күҙҙәрем менән күреп ышандым.
Беҙҙең яҡта матур итеп эшләнгән әйбергә сынъяһау тиҙәр. Ауылдың ситендә, ҡуйы ағаслыҡ араһында урынлашҡан Шәриповтарҙың йорто, ысынлап та, сынъяһау ине. Эре бүрәнәләрҙән һалынған өй, ыҡсым ғына аласыҡ менән мунса, зауыҡлы итеп эшләнгән күперлек, ял урыны хужаның оҫта ҡуллы икәнен әллә ҡайҙан күрһәтеп тора. Баҡсаһында күпләп емеш-еләк ағастары ултыртылған, түтәлдәрҙә йәшелсә өлгөрә. Аласығының бер мөйөшөндә боронғо әйберҙәрҙән торған музей ҙа булдырған йорт, хужаһы. Ҡыҫҡаһы, рәхәтләнеп эшләп, ял итеп ҡайтырлыҡ мөмкинлек булдыра алған Яҡуп менән Гөлсәсәк.
Күҙҙәрендә: “Күрҙеңме ағайыңды!” тигәнерәк аҙмылыр маһайыу сағылһа ла, хужа кеше йорт-ҡураһы менән таныш­тырғанда:
— Бик үк шәп булмаһа ла, беҙҙең кеүек әртис халҡына ярай инде, — тигән булды.
Ял итә торған урынға килеп, түмәрҙән эшләнгән эскәмйәләргә урынлашҡас, Гөлсәсәк:
— Эшләй-эшләй арып китһәк, ошонда хәл йыйырға ултырабыҙ. Яҡуп ҡулына баянын алып, һыҙҙырып уйнап ебәрә, мин йыр башлайым. Беҙҙең тауышты ишетеп, а-а-анау таллыҡта сутылдашҡан һандуғас­тар бер аҙға тынып ҡала ла аҙаҡ беҙгә ҡушылып һайраша башлай. Хәтәр күңелле булып, арығанлыҡ онотолоп китә. Этҡолда йорт һалып инә алыуыбыҙға ҡыуанып бөтә алмайым, сөнки килен булып төшкәс тә матур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан ауылды ла, матур күңелле халҡын да бик оҡшаттым, яҡын иттем, — тине.
Яҡуп тағы ла ниҙәр ҡороп ултыртырға планлаштырғанын әйтеп бирҙе лә тауышында ҡәнәғәтлек билдәләре сағылдырып:
— Балаларыбыҙ бында ашҡынып тора хәҙер. Ейәндәрем аяҡ-ҡул араһына инерҙәй булыу менән ҡулдарына көрәк-фәлән тоттороп, ер эшенә егәсәкмен, Алла бойорһа. Аҙмы-күпме ауыл тормошон күреп, белеп үҫһендәр, әйҙә, — тип ҡуйҙы.
Бер аҙҙан ҡатынына йылмая биреп ҡарап:
— Гөлсәсәк тә бында килһә, ауыл ҡатынына әйләнә лә ҡуя. Шулай булыуы үҙенә килешеп тә тора хатта. Маладис! Өй һалғанда ла, башҡаһын эшләгәндә лә ныҡ ярҙамлашты, — тине.
Әлбиттә, артистың эш хаҡына ғына хан һарайылай йорт төҙөп ултыртып булмай. Әҙәмсә йәшәргә лә, балаларға ла ярҙам ҡулы һуҙып тороу кәрәк. Бына шунда Хоҙай бүләк иткән таланттары һәм иҫ киткес тырышлыҡтары, ныҡышмалылыҡтары ярҙамға килә лә инде. Концерттар ҡуйыу, туй-фәлән, юбилейҙарҙы алып барыу һәм башҡа мәҙәни саралар Шәриповтарҙың финанс хәлен нығытыуға булышлыҡ итә. Баҙар иҡтисады артистарҙың тормошона ла ныҡлап үтеп инеп, аңлағандарына, эшләй белгәндәренә арыу уҡ ярҙам ҡулы һуҙа бөгөн.
Ауылдағы йорттарында булғанда Яҡуп:
— Һинең “Ҡартайғанда – тыртай­ған”ыңды ошонда кино итеп төшөрөргә ине иҫәп. Алпан-толпан баҫып, йырлап Әхмәҙулла ҡарт, йәғни мин, ошо ҡапҡанан килеп инәм бит инде. Анау ерҙә эсеп ҡайтҡанымды күреп, әрләй-әрләй уҡлау күтәргән әбей — Гөлсәсәк – мине ҡаршы ала, — тип үҙ ролен уйнап та күрһәткәйне. Рәхәтләнеп көлгәйнек шунда.
Булдыҡлы бәндә булдырыр һәм был теләге лә тормошҡа ашыр әле. Ҡайһы бер әҙәми заттар аҙ ғына юғары күтәрелә башлаһа, танауын күккә сөйә, мин-минлеге бермә-бер үҫеп, эргәңдән сәләм дә бирмәй уҙа, хатта күрмәмешкә һалышҡан булып ҡылана. Бындай ҡылығы ул бәндәне, киреһенсә, түбәнәйтеп, күҙ алдыңда сүпкә әйләндерә, юҡҡа сығара. Ябайлыҡта бөйөклөк икәнен аңламай шул бәғзе берәүҙәр. Ә бына Гөлсәсәк менән Яҡуп Шәриповтар, ниндәй генә бейеклектәр яулаһа ла, холоҡ-фиғелдәре менән һаман да береһе ябай ауыл малайы, икенсеһе ябай ауыл ҡыҙы булып ҡала. Осрашҡан һайын рәхәтләнеп һөйләшәбеҙ, көлөшәбеҙ улар менән. Кешелеклектәрен юғалт­мағандары өсөн яҡын миңә дуҫта­рым.
Был юлдарҙы яҙып ултырғанда, һиҙенгәндәй, Яҡуп шылтыратты.
— Гөлсәсәк менән Өфөгә барырға йыйынып йөрөйбөҙ. Беҙгә шатлыҡлы мәшәҡәт арттырып, Ләйсәнебеҙ ул тапҡан бит. Кисә ошо хәбәрҙе ишетеү менән ауыҙым йырылғайны, һаман шуны йыйып алып булмай, — тине ул, ғәҙәттәгесә шаярта биреп.
Уларҙы дүртенсегә олатай-өләсәй иткән сабыйҙың бәхете булһын. Береһе — Башҡортостандың атҡаҙанған, икенсеһе халыҡ артисы булған Гөлсәсәк менән Яҡуп Шәриповтарҙың былай ҙа матур тормоштарында ҡыуаныслы мәшәҡәттәре тыуып торһон.

Салауат ҡалаһы.


Вернуться назад