ЫРҒЫҘ22.12.2017
Халҡыбыҙҙың ғәзиз ҡыҙҙары Рабиға Ҡушаеваның, Һәҙиә Дәүләтшинаның, Фатима Мостафинаның рухына.
Асмандарҙы нурлап ауаз килә –
Шишмә кеүек тауыш сыңынан
Ябыҡ шаршау асылғандай итә,
Баш ҡалҡыта йөҙҙәр яңынан.
Телмәрҙәрҙә ҡылыс сыңлап китә,
Бығауҙарын өҙә халыҡтың.
Эй, Рабиға апай Ҡушаева,
Милләтеңдең ҡайһы батырынан,
Нәҫелеңдең ҡайһы аҫылынан
Быуаттарға яңғырар һүҙ оттоң?!.
Кемдәр һалды һинең асылыңа
Гүзәл заттың хоҡуҡ тәҡдирен?
Башҡорт ҡыҙы майҙан тотҡанда ла
Һис һанламай булмаҫ үҙ ирен!
Бөтә донъя киңлектәре – алда,
Ул замандың сере асылды.
Үҙ яҙмышын үҙе яҙа ҡыҙҙар,
Азатлыҡ та һынай асылды.
* * *
Сигеү итеп сигелгәнме яҙмыш
Милләтеңдең хәтер зауҡына?
Һоҡланырһың!
Ҡабат һоҡланырһың
Һамарҙарҙың ҡыҙҙар халҡына!
Ниндәй нәзәкәтлек!
Ниндәй ҡөҙрәт!
Күкрәгеңә ҡыҫып яҙғаның
Быуаттарҙы быуаттарға ялғап,
Киләсәккә табан атланың.
Сәнғәт әҫәреләй һәр бер көнөң.
Тетрәндергес ғүмер һынауы.
Сабыр нәзәкәтлек өҙә алған
Ҡанлы мөһөр һалған бығауын.
Һәҙиәләй Ергә килгәнеңдә,
Һөйөү менән тулғас ҡарашың,
Күҙең йомғанда ла киткәнһеңдер,
Был донъяны һөйөп, яратып.
Күҙең йомғанда ла Ырғыҙ йырын
Көйләгәндер һинең ирендәр.
Әүлиәләй генә асылыңа
Яҡты таңдар алдан күренгән.
Һин белгәнһең, һин тойғанһың бит ул
Һәҙиәле халыҡ яҙмышын.
Йөрәгемде мөхәббәткә сорнай
Ырғыҙҙағы яҡты һағышың!..
* * *
Ә мин Һеҙҙе бик йыш күрәм кеүек –
Барған һайын ғәзиз мәктәпкә,
Әйтерһең дә, Һеҙҙең һынсыл ҡараш
Һәр бер килеүсене күҙәтә.
Әйтерһең дә, милли белем илен
Һаман ҡурсый Һеҙҙең рух, иман.
Ырғыҙ буйҙарынан – Һеҙҙең дарман!
Ғалим апайыбыҙ – Фатима!
Заманынан алда фекерләгән
Үҙ дәүерен ҡурсыр һүҙ табыр:
Ғәзиз ҡалаһында башҡорттары
Белем усағылай тоҡаныр.
Йырын йырып, бөртөк-бөртөк тамғас,
Хасил булған ана даръялар.
Һеҙҙең исем эргәһендә һәр саҡ
Башҡорт балалары йыйылыр.
Тик бер генә хыял ҡабынһа ла
Халыҡ тигән милли асманда,
Бары ошо нурға ынтылғандар,
Уның аша донъя асҡандар.
Мәғариф һәм бары белем эҙләп
Килгән Һеҙгә халыҡ һәр остан.
Һеҙ бөгөн дә – милли белем ҡото,
Мостафина апай министр!