Радиктың фатихаһы22.12.2017
Үткән йыл Һамарҙа сығыш яһаған башҡорт һәм татар йәштәре кумиры Радик Юлъяҡшиндың (Elvin Grey) концерты күңелдә яҡшы тәьҫораттар ҡалдырғанғамы, быйылғыһын айырыуса көтөп алдыҡ. Етмәһә, йырсы яратҡан тамашасыһына 3D шоу программаһы ла вәғәҙә иткәйне бит.

Тамашаның башы әллә ни өмөтлө күренмәгәйне. Ялт-йолт итеп торған төрлө төҫтәге уттар, Радик Юлъяҡшин йырҙарынан торған попурри башҡарыл­ғанда сыҡҡан ят, сәйер тауыштар ҡот ос­ҡос фильмды хәтерләтте. Ниһайәт, сәхнәгә артист үҙе сығып, тамашасыны был дәһшәттән ҡотҡарҙы. Йырсының нур­лы йылмайыуы өсөн генә лә һамар­ҙар бар байлығын бирергә әҙер ине, буғай: артисты һыҙғырыуҙар, ҡайнар алҡыштар менән ҡаршы алдылар.
— Нурлаттан килеүебеҙ. Татарстан менән бер сәғәт айырма булыуын онотоп ебәргәнбеҙ, — тип һуңға ҡалыуҙары өсөн ғәфү үтенде Радик.
Кис буйы ул башҡорт, татар, урыҫ те­лендәге йырҙарын башҡарып, залды дәртләндерҙе. Сәхнәнән яңғыраған заманса музыка күңелде шул тиклем ел­кендерҙе, хатта бер нисә ҡыҙ тамаша за­лында дискотека ойоштороп, концерт­тың башынан аҙағына тиклем бейеп тор­­ҙо. Башҡалар ҙа тамашаны үҙенсә­лек­ле итеүгә өлөш индерҙе: Радик Юлъяҡ­шин “Уфтанма” йырын башҡар­ғанда, ҡабыҙған телефондарын өҫкә кү­тәреп, ҡулдарын ян-яҡҡа болғап тор­ҙо­лар. Ситтән ҡарағанда был күренеш ғә­жәйеп матур булып, ҡараңғы күктә ем-ем килгән йондоҙсоҡтарҙы хәтерләт­те.
Ә хит булып танылған “Красивая&хороший” йырын (Радик уны Татарстандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Ураҙова менән башҡара) йәше лә, ҡарты ла күтәреп алды. Elvin Grey был йырға ҡаҙаҡ йыр­сыһы Бабек Мамедрзаевтың “Я встретил тебя (SubhanAllah)” тигән композицияһы этәргес булыуын һәм йырсыны Һамарға алып килеүен белдереп, ижадташ дуҫын сәхнәгә саҡырҙы. Оҙон буйлы, ҡара күҙле, күркәм ҡиәфәт­ле Бабекты ла һамарҙар күптәнге танышылай ҡайнар сәләмләп, мөхәббәткә бағышланған йырҙарын яратып ҡабул итте.
Радик Юлъяҡшин концерттарында матур йола барлыҡҡа килде. Үткән йылда бер егет һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһағайны. Быйыл икенсе бер милләттәшебеҙ был ғәмәлде ҡабат­лап, тағы бер ғаилә барлыҡҡа килде. Күренекле артист йәштәрҙе ихлас күңел­дән ҡотлап, уларға бағышлап йыр баш­ҡарҙы.
Концерт йылы мөхиттә үтте, хатта һаубуллашырға ваҡыт еткәне һиҙелмәй ҙә ҡалды. Тамашасылар Радик Юлъяҡ­шин­ды аяғүрә баҫып алҡышланы, ә һу­ңынан уның менән фотоһүрәткә төшөргә тип сиратҡа баҫты. Йырсы ла шундай йылы ҡарашҡа ҡәнәғәт ҡалды булһа кәрәк, икенсе йылға тағы ла шәберәк сығыш әҙерләп килергә вәғәҙә итте.



Вернуться назад