“Себерҙә лә хеҙмәт хаҡын алтын менән түләмәйҙәр…”20.12.2017
“Себерҙә лә хеҙмәт хаҡын алтын менән түләмәйҙәр…”Балтас районынан 841 ир-егет йыраҡ Себер тарафтарына йөрөп эшләй. Бының үҙ сәбәптәре бар, әлбиттә. Кемдер эш урындары ҡыҫҡартылыу сәбәпле ошо юлды һайлаған, кемдер хеҙмәт хаҡының аҙ күләмдә түләнеүенә риза булмаған. Арала туғандары, таныштары кәңәше менән барып урынлашып, уңышлы эшләп йөрөүселәр ҙә юҡ түгел.


Иҫке Балтас ауылында тыуып үҫкән шундай егәрле ир-егет­тәрҙең береһе Руслан Ғәлим­йә­нов. Уға 33 йәш. Ә Себер тарафтарына йөрөп эшләү стажы ал­ты йыл иҫәпләнә. Бала сағынан водитель булырға хыялланған Рус­лан туғыҙынсы кластан һуң Ағиҙел ҡалаһындағы 146-сы лицейҙа яратҡан һөнәрен үҙләштерә. Унан армия хеҙмәтенә саҡырыла. Абакан ҡалаһында урынлашҡан тимер юл ғәскәрҙәрендә хәрби хеҙмәт йылдарында алған сынығыу, тормош мәктәбе күп нәмәгә өйрәтә.
Һалдат кейемен һалғас, Ағиҙел ҡалаһында махсуслашҡан техникала, унан Нефтекама ҡалаһындағы “НефАЗ” заводында водитель булып эшләй.
– Оҡшай ине. Әммә 2008 йылда ҡыҫҡартыуға эләктем һәм, тыуған районыма ҡайтып, юл төҙөү һәм ремонтлау идаралығына водитель булып килдем. Ике йыл эшләү дәүеремдә хеҙмәт хаҡының түбән булыуы уйланырға мәжбүр итте, дуҫтарым менән Себер яҡтарына юлландым. Күңел гел тыуған яҡтарға тартты. Бер йыл эшләгәндән һуң ҡабат ҡайтып, юл төҙөлөшөнә бәйле йәмғиәткә “КамАЗ” водителе булып урынлаштым. Барыһы ла һәйбәт. Сменанан һуң йылы өйгә ҡайтаһың. Әммә шул уҡ проблема – хеҙмәт хаҡының түбән булыуы борсоуға һалды… – тип иҫкә ала Руслан Мәғнәүи улы артта ҡалған йылдарын.
Таныштары аша эш урындарын белешеп, ата-әсәһенең ризалығын алып, Ханты-Манси ҡалаһына юллана егет. Алты йыл инде бында ҡеүәтле “КамАЗ” автомобилен “йүгәнләй” ул. Яңы скважиналарҙы урынлаштырыу өсөн биләмәләрҙе әҙерләүгә материал ташый.
Бынан өс йыл элек Юғары Ҡарыш ауылы ҡыҙы Альбина Рәшит ҡыҙы менән ғаилә ҡора. Башҡа сығып айырым йәшәй башлай Ғәлимйәновтар. Вахта ысулы менән йөрөгән ғаилә башлығы йылдың яртыһын яҡындарынан айырылып, сит ерҙә үткәрә.
– Ҡайһы ваҡыт икешәр айға ла ҡала. Уны көтөп, борсолоп үтә ғүмерем. Янымда булһа, тынысыраҡ булыр ине. Сит тарафтарҙа, ни тиһәң дә, еңел түгел, – тип борсола икенсе яртыһы.
– Себерҙә лә хеҙмәт хаҡын алтын менән түләмәйҙәр. Әммә ул аҡсаға йәшәп, ғаиләне тәьмин итеп була. Әлбиттә, водитель кешегә районда ла эш табырға була. Бөгөн ситкә йөрөп эшләп алған күләмдә түләй торған эш урыным булһа, Себер тарафтарына бармаҫ та инем, – ти Руслан үҙе лә.
Балтас районы.


Вернуться назад