Башҡортостан шулай башланған…20.12.2017
Башҡортостан шулай башланған…Бөгөн Өфө художество галереяһында “Рес­публиканың тыуыуы”
художество күргәҙмәһе асыла. Проект Башҡортостандың 100 йыллығына арнала.



Экспозицияла һынлы сәнғәт, скульптура, графика, биҙәү-ҡулланма сәнғәте әҫәрҙәре тәҡдим ителә. Проектта Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Межгорье, Ишембай, Бөрө, Мәләүез, Әбйәлил, Ҡырмыҫ­ҡалы, Ейәнсура рәссамдары ҡатнаша.
Ойоштороусылар белде­реүенсә, күргәҙмәләге әҫәрҙәр­ҙең барыһы ла тарихи осор ваҡиғаларын сағылдыра. Рәс­самдарҙың күбеһе әҫәрҙә­рен тыуған яҡҡа, милли йолаларға, төрлө халыҡтарҙың рухи мираҫына арнаған.
“Республиканың тыуыуы” күр­гәҙмәһе Башҡортостан рәс­сам­дарының иҫтәлекле датаны байрам итеүгә әҙерлегенең тәүге этабын тәшкил итә. Ҡай­һы бер тематик әҫәрҙәрҙе киләһе йыл Рәсәй төбәктәрен­дә ойошто­роласаҡ “Оло Волга ХII” һәм “Урал XII” төбәк-ара һынлы сәнғәт күргәҙмәләренә ҡуйыу күҙаллана. Әлеге күр­гәҙмә 2018 йылдың 9 февра­ленә тиклем дауам итә.


Вернуться назад