Дәүләткә ҡарамай, әммә уларҙан баш тартырға ярамай19.12.2017
Дәүләткә ҡарамай, әммә уларҙан баш тартырға ярамайСоциаль хеҙмәтләндереү – үҫешкән йәмғиәттең айырылғыһыҙ өлөшө. Рәсәйҙә ауыр тормош хәлендә ҡалған һәм шул арҡала үҙаллы көн күрә алмаған граждандарға социаль ярҙам күрһәтеү, белгестәр таныуынса, һуңғы йылдарҙа халыҡ-ара стандарттарға яҡынлашты. Уны артабан яҡшыртыу өсөн ниндәй саралар күрергә? Волга буйы федераль округы төбәктәренең закон сығарыу (вәкәләтле) дәүләт власы органдары ассоциацияһының Өфөләге III ултырышы ошо мәсьәләнең норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәрен Башҡортостан миҫалында ҡараны.


Ҡануниәт майҙанында был өлкәнең эшмәкәрлеге, уның заман талаптарына яуап бирерлек итеп ойошторолоуы “Рәсәй Федерацияһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы Федераль законға нигеҙләнеп көйләнә. Уны тормошҡа ашырыуҙағы быйылғы төп яңылыҡтарҙың береһе – социаль хеҙмәтләндереү баҙарына дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙы йәлеп итеү өсөн хоҡуҡи шарттар тыуҙырыу.
– Был ҡанунды әҙерләүселәр ошо мәсьәләне хәл итеүҙе Рәсәй субъект­тарындағы дәүләт власы органдарына ҡайтарып ҡалдырған, – тине Башҡорт­остандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡо­ролтай Рәйесе Константин Толкачев, ултырышта сығыш яһап. – Уны бойомға ашырыу маҡсатында беҙ “Башҡортостан Республикаһында граждандарҙы социаль хеҙмәтләндереү тураһында”ғы республика Законын, республиканың башҡарма власть органдары өсөн ошо ҡанунға ҡарата норматив-хоҡуҡи акттар ҡабул иттек.
Башҡортостан парламенты Рәйесе билдәләүенсә, уртаса ғүмер оҙонлоғо оҙая бара һәм, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, социаль хеҙмәттәргә ихтыяж да арта. Тимәк, социаль хеҙмәтлән­дереүҙең мөмкинлектәрен киңәйтеү, хоҡуҡи майҙанын камиллаштырыу – көнүҙәк мәсьәлә. Һуңғы ун йылда Башҡортостанда оло йәштәге граждандар һәм инвалидтар һаны 20 процентҡа күбәйҙе һәм бер миллион самаһы кеше тәшкил итә (йәғни республика халҡының 25 проценты).
Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар­ҙы социаль өлкәгә йәлеп итеү һәм уларға гранттар менән ярҙам итеү буйынса системалы эште республика 2010 йылда уҡ башлаһа ла, был эшмәкәрлекте ошо фирмаларға тулыһынса тапшырыу бер ни тиклем шикләнеү ҙә уята биргәйне: коммерцияға ҡарамаған ойошмалар хеҙмәтләндереү кимәлен төшөрмәҫме, граждандар талабына яуап бирә алырмы, дәүләткә һәм халыҡҡа был хеҙмәт ҡиммәт булмаҫмы?
Ҡанунды әҙерләгәндә Башҡортостан депутаттары Рәсәйҙең ошондай ойошмалар эшләгән башҡа төбәктәре тәжри­бәһен дә өйрәнде. Ә уларҙа хеҙмәт шарттары килешеү системаһын көйләгән 44-се Федераль законға нигеҙләнә, был ҡанунда иһә социаль хеҙмәтләндереүҙә ҡатнашырға теләгәндәрҙең контракт ха­ҡын артыҡ күтәрмәҫкә, тейешле һөнәри оҫталығы булырға һәм социаль эшмәкәр­лектәге тәжрибәһе лә иҫәпкә алынырға тейешлеге күрһәтелгән. Тө­бәктәр тәж­рибәһен анализлап, артабан республика коммерцияға ҡарамаған һәм социаль йүнәлешле ойошмаларға йөҙ тотто.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға субсидия биреү буйынса йыл һайын конкурс үткәрә. Дәүләт яғынан бындай субсидия биреүҙең шарттары – ошондай ойошмаларҙың намыҫлы эш итеүе, хеҙмәтләндереүҙең сифаты, квалификациялы белгестәрҙең етерлек булыуы, ойошманың халыҡ йәшәгән ерҙә урынлашыуы, яңы технологиялар индереүе, хеҙмәт күрһәтеүҙе әленән-әле төр­ләндереүе һәм башҡалар. Тәбиғи, ҡануниәт уларҙың яуаплылығын да аныҡ билдәләй. Мәҫәлән, бүленгән аҡсаны маҡсатҡа яраҡһыҙ тотоноуы, эшмәкәр­легенә ҡарата икенән ашыу нигеҙләнгән ялыу булыуы был ойошманы хеҙ­мәтләндереүселәр исемлегенән алып ташлауға, субсидияны икенсе йүнселгә күсереүгә һәм сираттағы конкурсҡа индермәүгә килтерә.
Социаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса дәүләт ойошмаларында ҡулланыусы өсөн көнәркәшлек көрәшенә илткән ошондай механизм юҡ. Коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаларҙың ойоштороу-хоҡуҡи формаһы ғына бындай талаптарға яуап бирә ала.
Әммә социаль хеҙмәтләндереүҙе тиҙ арала яйға һала алған һәм был эште контролдә тоторға һәләтле коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы барлау беҙҙең төбәктә ундайҙарға ҡытлыҡ булыуын һәм ошо өлкәлә тәжрибәләре үтә аҙ икәнлеген асыҡланы. Шул сәбәпле бындай ойошмаларға йортҡа барып хеҙмәтләндереүгә махсуслашҡан дәүләт учреждениеларының белгестәрен йәлеп итергә тигән ҡарар сығарҙылар.
Бөгөн йортҡа барып бушлай хеҙмәт­ләндереү эше менән яуаплылығы сик­ләнгән ширҡәт рәүешендәге коммерция­ға ҡарамаған автономиялы ойошмалар шөғөлләнә. Улар был эште түләүле ни­геҙҙә башҡара, шул иҫәптән гарантия­ланған хеҙмәтләндереү исемлегенә индерелмәгән өҫтәмә бурыстарҙы ла. Һөҙөмтәлә мохтаж тип танылмаған, ләкин ошондай хеҙмәтләндереү төрҙәрен йортҡа килеп түләүле башҡарыуҙы һо­раған граждандарҙы тәьмин итеү мөм­кинлеге лә тыуҙы. Был социаль хеҙмәтләндереү төрөн республикала тулыһынса дәүләткә ҡарамаған даирәгә күсерҙеләр.
Әлеге ваҡытта социаль хеҙмәтлән­дереү күләмен гарантиялы исемлеккә инмәгән яңы төрҙәрҙе тормошҡа ашырыу иҫәбенә киңәйтеү бурысы ҡуйылған. Был ошо хеҙмәт менән ҡулланыусылар һанын арттыра. Мәҫәлән, былтыр автономиялы ойошмалар менән берлектә тормошҡа ашырылған яңы проект барлыҡҡа килде: балалары өс йәшкә тиклем булған йәки инвалид балалар аҫраған ғаиләләр үҙ йорттарында хеҙмәтләндерелә. Проект ата-әсәһе өйҙә булмағанда баланы ваҡытлыса ҡарап тороуҙы күҙ уңында тота. Быйылғы 1 октябргә ҡарата ошондай хеҙмәттән беҙҙең республикала меңдән ашыу ғаилә файҙалана ине.
Башҡортостанда коммерцияға ҡара­маған ойошмаларҙы социаль хеҙмәтлән­дереү баҙарына индергәндә аныҡ йәшәү урыны булмаған кешеләргә ярҙам күрһәтеүгә дини ойошмалар ҙа йәлеп ителә. Урыҫ православие сиркәүенең Нефтекама епархияһы, мәҫәлән, хеҙ­мәтләндереүселәр исемлегенә инде лә инде. Әлеге ваҡытта Урыҫ православие сиркәүенең Өфө епархияһына тейешле финанслау вәкәләттәрен тапшырырға әҙерләнәләр.
Республикала тағы ла бер сағыш­тырмаса яңы йүнәлеш – үҫеше тотҡар­ланған балаларға ярҙам күрһәтеү – заманға яраҡлы булып сыҡты. Сирҙең башланғыс стадияһында ярҙам итеү үтә мөһим. Шуға күрә 2022 йылға саҡлы иҫәпләнгән “Мөмкинлек мөхите” дәүләт программаһында коммерцияға ҡара­маған ойошмалар йәлеп ителгән тейешле саралар һәм финанслау ҡаралған. Бынан тыш та ошондай ойошмалар төрлө социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, улар араһында “Аҡыл сәғәте”, “Ике яр”, “ Социаль анима­тор” тигәндәре лә бар. Улар бөтәһе лә оло йәштәгеләргә һәм инвалидтарға тормошҡа социаль яраҡлашырға ярҙам итә.
Беҙҙең төбәктә коммерцияға ҡара­маған социаль йүнәлешле ойошмаларға өҫтәмә ярҙам күрһәтеү киң үҫешкән. Был саралар мәғлүмәт менән һәм методик яҡтан ярҙамлашыуҙы, консультация биреүҙе һәм башҡаларҙы үҙ эсенә ала. Ошо йүнәлештәрҙе тормошҡа ашырыу маҡсатында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Йәмәғәт палатаһы “Асыҡ республика” проекты интернет-ресурстарындағы мәғлүмәт порталдары асылған. 2016 йылда “Бергәләп эшләйбеҙ” ресурс үҙәге булдырылғайны, быйыл майҙа унда да мәғлүмәт порталы эшләй башланы.
– Бөгөн килеп, тәүге һөҙөмтәләрҙе йомғаҡлап, ыңғай тәжрибәне асыҡлай, граждандарҙы социаль яҡлауҙы артабан камиллаштырыу маҡсатында хаталарҙы төҙәтә алабыҙ, – тине Константин Толкачев.
Ултырышта ҡатнашыусылар фекерен­сә, ысынлап та, байтаҡ етешһеҙлектәрҙе төҙәтәһе бар әле. Коммерцияға ҡара­маған ойошмаларға методик ярҙам, мәҫәлән, тулыһынса ҡәнәғәтләнерлек түгел, аңлатыу эшен йәнләндереү ҙә талап ителә, аныҡланмаған стандарттар ҙа аҙ түгел. Шулай ҙа был тәңгәлдә иң мөһиме – хеҙмәтләндереү эшен коммер­цияға ҡарамаған ойошмаларға тапшыр­ғанда ҡайһы бер ҡатмарлыҡтарҙың тыуыуы.
Беренсенән, тармаҡтың сығымлы йөкләмәләрен финанс яғынан тәьмин итеү социаль эшҡыуарҙар өсөн һәр саҡта ла ылыҡтырғыс була алмай. Был осраҡта әлеге ресурстар менән дәүләт учреждениелары эшләй.
Икенсенән, дәүләткә ҡарамаған ойош­маларға мөлкәт менән ярҙам итеү ҡатмарлы мәсьәлә булып тора. Яңы ғына асылған ойошмаға шунда уҡ абруй яулау еңелдән түгел, ә ул бик кәрәк. Мәҫәлән, муниципалитет уға бүлмәне ҡуртымға биргәндә ташламалы хаҡты ҡуллана алһын өсөн.
Өсөнсөнән, социаль хеҙмәтләндереү­ҙе халыҡҡа яҡынайтыу өсөн (бигерәк тә транспорт бәйләнеше булмаған төпкөл ауылдарға) заманса технологиялар, хеҙмәт күрһәтеү ысулдары, күсмә бригадалар талап ителә.
Дүртенсенән, киләсәктә социаль хеҙ­мәтләндереүгә шәхси талаптарҙың ҡатмарлашасағын, хеҙмәт күрһәтеү күләменең һәм төрҙәренең артасағын да күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
“Социаль өлкәгә ирекмәндәр хәрәкәте вәкилдәрен күпләп йәлеп итеү зарурлы­ғының тыуыуы көн кеүек асыҡ, ауыр тормош хәлендә ҡалған граждандарға ярҙам күрһәтеү системаһы үҫешкән илдәрҙә лә был алым йыш ҡулланыла”, – тине республика парламенты етәксеһе.
Ултырышта ҡатнашыусылар ышандырыуынса, бөтә был мәсьәләләр хәл ителерлек. Булған тәжрибәне һәм асыҡ­ланған проблемаларҙы иҫәпкә алып, социаль хеҙмәтләндереүҙәге дәүләткә ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү саралары планлаштырылған. Һүҙ бында мөлкәт менән ярҙамлашыу, һалым ташламалары биреү, дәүләттең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙамын ошондай ойошмаларға ла таратыу тураһында бара.
Тәжрибә күрһәтеүенсә, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы социаль хеҙ­мәтләндереүгә йәлеп итеүҙең киләсәге ҙур. Улар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе уңышлы атҡарып була икәнлегенә ышаныс та нығый.


Вернуться назад