Мутлашыусылар тоҙаҡ ҡора19.12.2017
Мутлашыу – ул ят кешенең мөлкәтен урлау йәки ялған юл менән ышанысын яулап, уның мөлкәтенә хужа булыу, тиелә РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһында. Был төр енәйәт ҡылған өсөн, килтерелгән зыянға ҡарап, яза ла төрлөсә ҡаралған.


Мутлашыу – бөгөн иң таралған милек енәйәттәренең береһе. Кеҫә теле­фонына, яҡынығыҙ аварияға осраны, тиҙ арала аҡса кәрәк, тип шылты­ра­тыуҙар йәки пенсионерҙарға “собес”­тан килеп иҫке аҡса купюраларын яңыға алмаштырыу осраҡтары – бындай енәйәт схемалары инде һәр кемгә билдәле. Әммә еңел аҡса эшләү юлын эҙләү­се­ләр бер урында тапанмай, алдашыуҙың яңы ысулдарын табып ҡына тора. Мәкерле уйҙарын тор­мошҡа ашырыу өсөн улар заман технологиялары – интернет, социаль селтәрҙәрҙе лә ҡул­лана.
Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлеге бел­де­реүенсә, күптән түгел Оло Йылға ауылы гражданы билдәһеҙ кешенең иҫәбе­нә 15 мең һум аҡса күсерә. Эш былай була: социаль селтәр аша дуҫ егеттән аҡса биреп тороуын үтенә. Уны-быны уйлап тормай, ярҙам итеү ниәтенән йәш кеше күрһәтелгән банк картаһы иҫә­бенә аҡса күсерә. Һуңынан аҡсаның адресатҡа барып етеү-етмәүен белеү өсөн дуҫына шылтырата һәм шул саҡта ғына алданғанын аңлай. Мутлашыусылар виртуаль дуҫтың аккаунтын емергән була.
Икенсе осраҡ: ҡала кешеһе интернет-магазин аша автомагнитола һәм сабвуферға заказ бирә. Сайтта музыка ҡорамалы өсөн ғариза тултырып, 13 мең аҡсаһын “һатыу­сы” иҫәбенә күсерә. Посылканы ваҡы­тында көтөп ала алмағас, полиция хеҙмәткәрҙәренә мө­рәжәғәт итә. Тикшереү асыҡла­уынса, аҡса Ярославль ҡалаһында йәшәгән бурҙың кеҫәһенә инеп ятҡан.
Һуңғы ваҡытта фатир яллап йә­шәр­гә теләгән бер нисә гражданды алдау осраҡтары теркәлгән. Новобельский ауылы кешеһе ауырлы ҡатыны менән, дауахана яҡыныраҡ булһын өсөн, тор­лаҡ яллап ҡалаға күсенергә ниәтләнә. Йәш ғаилә социаль селтәр аша осһоҙ хаҡҡа ғына ҡуртымға фатир бирелеүе тура­һында иғлан уҡый, фотолағы фатир­ҙы оҡшатып, хужаһы менән бәйлә­нешкә инә. Ул иһә торлаҡ өсөн алдан түләү шартын ҡуя. Йәштәр уны-быны уйлап тормай, 4500 һум аҡсаны “фатир хужа­һы” иҫәбенә күсереп, күрһәтелгән адрес буйынса асҡыс алырға килә. “Хужаны” көтөп ала ал­ма­ғас ҡына алданғандарын аңлайҙар.
Ә түбәндәге мәғлүмәттәр Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенән алынды.
Пенсия йәшендәге ҡатын сит өлкәлә йәшәгән ҡыҙына ҡунаҡҡа йыйына һәм интернет аша билетҡа заказ бирә. Ханым быға тиклем дә төрлө сайт хеҙмәттәренән йыш ҡулланған була. Туғыҙ мең һумға яҡын аҡса күсерә лә көтә башлай. Әммә билдәләнгән көн­дә заказы килмәй, пенсионер авиа­компа­нияға шылтырата, телефон сы­мының икенсе осонда уға, һеҙҙән би­лет­ҡа бер ниндәй ҙә заказ ҡабул ител­мәне, тип яуаплайҙар. Мутлашыусылар ҡорба­нына әйләнгәнен аңлаған ҡатын, ярҙам һорап, полицияға мөрә­жәғәт итә.
Һуңғы ваҡытта “Авито” сайты аша алыш-биреш итеүселәрҙең бик йыш ярыҡ ялғаш эргәһендә ҡалыу осраҡ­тары күбәйгән.
Бер ир-уҙаман иғландар сайты аша тракторлы булырға уйлай. Эҙләй тор­ғас, 180 мең һумға яңы трактор күреп ҡала. Хаҡының баҙарҙағынан күпкә түбән булыуы күңеленә хуш килә. Телефон аша аралашҡанда, һа­тыусы үҙе менән, Силәбе өлкәһе­нән­мен, тип таныштыра. Кисекмәҫтән аҡса кәрәк булыуын, шуға ла техниканы арзанға һа­тыуын әйтә. Билдәле хаҡҡа трак­торҙы Учалыға килтерә­сәген белдерә. Ир оҙаҡ уйлап тормай, теге кешенең банк картаһына 177 мең һумын күсереп тә ҡуя. Һуңынан ғына аҡсаһының елгә осҡанын аңлай.
Йәй көнө бер ҡатындың телефонына “Фотоға ҡара һәм икәү булған саҡтарҙы хәтерлә” тигән смс хәбәр килә. Аҫта адресы менән һылтанма ла күрһә­тел­гән була. Ҡатын һыл­тан­ма аша күсеп ҡарай. Күп тә үтмәй, телефоны эшлә­мәй башлай, һүндереп ҡабыҙғандан һуң “карта­ғыҙҙан 7700 һум аҡса күсе­релде” тигән смс-хәбәр килә.
Һуңғы йылдарҙа кеше хаҡына ба­йыр­ға теләүселәр бигерәк тә күбәйеп китте. Өҫтә килтерелгән осраҡтар диң­геҙҙәге бер тамсы ғына. Уяу була­йыҡ, оло йәш­тәге яҡындарыбыҙҙы, бала­лары­быҙҙы мутлашыусылар ҡорба­нына әйләнеүҙән аралайыҡ.

Римма СОЛТАНОВА.

Мутлашыусылар ауына эләк­мәҫ өсөн һәр кем түбәндәге ҡа­ғиҙә­ләрҙе күҙәтергә тейеш:

l бер ваҡытта ла таныш бул­ма­ған ке­ше­гә аҡса күсермәгеҙ;
l тикшерелмәгән һәм билдәһеҙ сайт аша билет, тауар һатҡан һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәткәндәргә мөрәжәғәт итмәгеҙ;
l әгәр ҙә телефонға яңы симка ҡу­­йып, оҙаҡ ваҡыт иҫкеһе менән файҙа­ланмаһағыҙ, ул номерға тоташ­ты­рылған мобиль банкты һүндерегеҙ;
l бүләк отоу тураһында йәки баш­ҡа ошондайыраҡ мәғлүмәт килһә лә, аҡса күсермәгеҙ;
l электрон янсыҡҡа, иҫәпкә һәм кеҫә телефонына аҡса күсермәгеҙ, һа­тыусы менән үҙегеҙ күҙмә-күҙ осра­шы­ғыҙ, танышығыҙ;
l мобиль банк хеҙмәте тоташты­рыл­ған төрлө операциялар үткәреү мөмкинлеге булған телефондарға (Android, Baba, IOS) вирустан һаҡ­ланыу программаһын урынлаш­ты­рығыҙ, ә иң яҡшыһы – интернетҡа сығыу мөмкин­леге булмаған теле­фон­дарға ғына тоташ­тырығыҙ;
l “Мин аварияға эләктем, йә­йәү­ле зыян күрҙе”, “Полиция хеҙ­мәт­кәрҙәре ҡулға алды” тигән йөк­мәткеле смс-хәбәрҙәр һәм шылтыратыуҙар буйынса аҡса күсермәгеҙ. Ул номерға үҙегеҙ шылтыратмағыҙ, банкоматҡа барма­ғыҙ. Уғры талап иткән опера­цияларҙы үтәмә­геҙ. Бындай осраҡта туғанда­рығыҙға, яҡын кешегеҙгә шылтыратып, хәлде асыҡлағыҙ;
l һеҙ һатырға теләгән әйберҙе алыр­ға булып, аванс күсерәм, тип әйтһәләр ҙә, банк операцияһын үтәү өсөн бер ваҡытта ла картағыҙҙың һандарын һәм башҡа мәғлүмәттәрҙе бирмәгеҙ;
l әгәр ҙә банк картаһын юғалт­һа­­ғыҙ, тиҙ арала һеҙҙе хеҙмәт­лән­дергән банкка хәбәр итеп, картағыҙҙы яптырығыҙ.


Вернуться назад