Ереңде тартып алыуҙары мөмкинме?19.12.2017
Башҡортостанда быйылғы ноябрь аҙағына ҡарата
1 810 081 ер биләмәһе кадастр иҫәбенә ҡуйылған. “Росреестр”ҙың республика бүлексәһе белдереүенсә, ер биләмәләре ғәмәлдә был һандан байтаҡҡа күберәк, ләкин улары дәүләт теркәүе үтмәгән, йәғни хужалары билдәле түгел һәм һалым түләмәй. Шуға бәйле, әүҙем рәүештә тотош республикала ер майҙандары теркәлә.


Был осраҡта милекселәрҙең үҙҙә­ренә биләмәләрҙең сиген билдәләргә һәм ерҙе кадастр иҫәбенә ҡуйырға тәҡдим ителә. Элегерәк ошо ҡанунды үтәмәгән­дәрҙең ер биләмәһе тартып алынасағы һәм уларҙың теркәү үткәреү хоҡуғында сикләнәсәге тураһындағы мәғлүмәт тә бирелгәйне. Биләмәһе кадастр карта­һында билдәләнмәгән хужа­ларҙы нимә көтә?
“Росреестр”ҙа аңлатыуҙарынса, ер майҙанының сиген аныҡламау (межа һыҙығын билдәләмәү) милек хоҡуғынан мәхрүм итмәй һәм хужа өсөн бер ниндәй ҙә кире эҙемтә тыуҙырмай.
Беренсенән, “Күсемһеҙ милекте дәү­ләт теркәүе тураһында”ғы Федераль закон ер майҙаны хужаларын сиктәрҙе аныҡларға мәжбүр итмәй. Берҙәм дәү­ләт реестрына индереү-индермәүҙе шу­лай уҡ милексе хәл итә, был бер нин­дәй ваҡыт арауығы менән дә сик­ләнмәй.
Икенсенән, ошо яңы ҡанун файҙа­ла­ныуға ингәнгә саҡлы теркәлгән ер билә­мәләре юридик яҡтан ғәмәлгә яраҡлы тип таныла, йәғни әгәр ҙә ерҙе ҡайҙа урынлашыуы тураһындағы мәғ­лүмәтте талап итмәгән иҫке ҡағиҙәләр буйынса теркәгәнһегеҙ икән, документ­тарҙы ҡабаттан эшләтеүҙең кәрәге юҡ.
Өсөнсөнән, межа тураһындағы мәғ­лү­мәттең булмауы теркәү хоҡуҡтарын туҡтата алмай. “Ғәмәлдәге ҡануниәт Бер­ҙәм дәүләт реестрында мәғлүмәт бирелгән, ләкин сиктәре ҡануни талап­тарға ярашлы билдәләнмәгән ер участ­каһын һатыу йәки һатып алыуҙы сик­ләмәй”, – тип раҫлайҙар “Росреестр”ҙа.
Шулай ҙа хәүеф юҡ түгел. Әгәр ҙә Бер­ҙәм реестрҙа сик тураһындағы мәғ­лүмәт юҡ икән, күршеләр йәки власть органдары менән бәхәсле хәл тыуыуы мөмкин. Торлаҡ йорт йәки ҡаралтының сит биләмәлә барлыҡҡа килеү осраҡ­та­ры ла аҙ түгел. Өфө районында, мә­ҫә­лән, ҡасаба халҡын хеҙмәтләндергән дөйөм юлдың шәхси биләмә аша үтеү осрағы ла билдәле.
Һеҙҙең биләмәнең сиге билдәлән­гәнме? Быны Күп функциялы үҙәктең Берҙәм күсемһеҙ мөлкәт реестрында йәки “Росреестр”ҙа, ә тағы ла тиҙерәге уларҙың сайтында асыҡлап була. Әгәр ҙә бирелгән белешмәлә йәки сайттағы бүлектә межа үткәрелмәүе тураһында әйтелһә, кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Биләмәгә һәм башҡары­лыр­ға тейешле бурысҡа ҡарап, был хеҙмәт биш мең һумдан алып 30 мең һумға саҡлы төшәсәк. Инженер сик тураһын­дағы мәғлүмәт күрһәтелгән белешмәне биргәс тә кадастр иҫәбенә баҫыу мотлаҡ. Быны Күп функциялы үҙәктә лә эшләп була.
Ошонан һуң һеҙҙең биләмә дәүләт реестрына индерелә. Шуныһын да онот­маҫҡа кәрәк: асыҡ ҡулланыуҙағы кадастр картаһындағы мәғлүмәттәр йылына бер нисә тапҡыр ғына яңыртыла, шуға күрә һеҙҙең мәғлүмәттәрҙең шунда уҡ сағыл­дырылмауы ла мөмкин.


Вернуться назад