Күктә нимә оса? Пилотһыҙ аппарат19.12.2017
Күктә нимә оса? Пилотһыҙ аппаратӨфөлә тәүге тапҡыр “Смарт төбәк-2017” мәғлүмәт технологиялары республика форумы үтте. Унда бизнес, мәғлүмәт технологиялары менән тәьмин итеүселәр һәм власть вәкилдәре мәғлүмәт-коммуникациялар технологиялары баҙарын үҫтереү, төп тармаҡтарҙы һанлы форматҡа күсереү мәсьәләләре ҡаралды.

Форумда “Йыһан эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре” те­ма­һына “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо. Был өлкәлә үҫеш йылдам бара. Мәҫәлән, “Рәсәй космос сис­те­ма­һы” акционерҙар йәмғиәтенән вәкил Михаил Копыльцев йыһан эшмәкәрлеген үҫтереүҙе файҙа­ланып, федераль кимәлдәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм ошо өлкәләге ҡаҙаныштарҙың һөҙөм­тәләре менән таныштырҙы.
“Рәсәй космос системаһы” предприятиеһы Юға­ры теүәллекле милли системаны булдырыу буйынса ҙур эш башҡарған. Ул милли сымһыҙ станциялар сис­те­ма­һы эшмәкәрлегенә оҡшаған. Был системаның стан­ция­һы 30 саҡрым радиуста эшләй һәм төрлө юлдаш­тар ярҙамында үҙ эшен көйләй. Шуға күрә телә­һә ниндәй тәбиғәт шарттарында ла объекттарҙың ҡайҙа булыуы тураһында үтә теүәл мәғлүмәт алырға мөмкин.
Республиканың үҙенең “Ҡурай”” геолокация систе­маһы барлыҡҡа килде. “Транспорт-навигация үҙәге” иһә объекттың урынын юғары теүәллектә билдәләгән селтәрҙе файҙалана башлай.
“Түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашыусылар пилотһыҙ осоу системаһын файҙаланыу, уны ҡулланыуҙағы техник һәм норматив-хоҡуҡи нигеҙҙәр тикшерелде.
Пилотһыҙ осоусы аппараттарҙы ҡулланыу даирә­һе бик киң: нефть һәм газ үткәргестәр, электр линиялары, линия объекттарының проекттарын әҙер­ләү һәм төҙөүҙе анализлау, юл эштәрен планлаштырыу һәм контролдә тотоу, махсус объекттарҙың хәүефһеҙ­леген тәьмин итеү, урман янғындарын хәбәр итеү һәм башҡалар.
Әлеге ваҡытта республиканың Урман министр­лығынан белдереүҙәренсә, улар урманды һаҡлауҙа авиапредприятиелар ярҙамынан файҙалана, әммә быны оҙайлы ваҡыт ҡулланып булмай, сөнки бик ҡиммәткә төшә. Урман министры урынбаҫары Арыҫ­лан Мырҙагилдин фекеренсә, пилотһыҙ осоусы аппараттар тейешле мәғлүмәт тапшыра, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытта көстәрҙе туплап, ғәҙәттән тыш хәлдәр эҙем­тәләрен бөтөрөүгә булышлыҡ итә.
Төбәктә тәртип урынлаштырыу буйынса кәңәш­мәлә урман хужалығы министры Марат Шәрәфет­динов, Роскосмос менән үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә ярашлы, Башҡортостандың социаль-иҡтисади мән­фәғәт­тәрендә йыһан эшмәкәрлеге һөҙөмтәләрен ҡулланыу буйынса саралар планы (юл картаһы) әҙерләнеүе тураһында ла әйткәйне. Ағасты рөхсәт­һеҙ ҡырҡыуға ҡаршы көрәштә пилотһыҙ аппарат­тар­ҙы ҡулланыу иҡтисади яҡтан иң отошлоһо тип иҫәпләнә.


Вернуться назад