Мәҙәниәтте “байытыу”19.12.2017
Рәсәй Президентының “май указы”нда күрһәтелгән ҡаҙаныштарға өлгәшеү маҡсатында, ил Хөкүмәте федераль дәүләт мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреү өсөн резерв фондтан 208,4 миллион һум өҫтәмә финанс бүлеү тураһында ҡарар сығарҙы.
Бюджет аҡсаһы федераль дәүләт мәҙәниәт учреждениелары булған ведомстволар араһында бүленәсәк. Шул иҫәптән Рәсәй Мәҙәниәт министрлығына – 12828,9, Федераль архив агентлығына – 50631,4, “Рәсәй Федерацияһының дәүләт кинофильмдар фонды учреждениеһына – 15788, Ғилми ойошмаларҙың федераль агентлығына – 5061,9, Ҡораллы көстәр министрлығына – 4123,5, Элемтә федераль агентлығына – 2156,9, Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығына – 2069,2, Тирә-яҡ мөхиттең гидрометеорологияһы һәм мониторингы буйынса федераль хеҙмәткә – 3812, Дингеҙ һәм йылға транспорты федераль агентлығына – 210,8, Мәғариф һәм фән министрлығына – 135,5, Тимер юл транспорты федераль агентлығына 6,8 мең һум тәтейәсәк.