Бер ай түгел, ун көндә19.12.2017
Дәүләт Думаһы илдең Иҡтисади үҫеш министрлығының берҙәм тикшереү реестрына индерелгән мәғлүмәт саралары исемлеген киңәйткән закон проектын тәүге уҡыуҙа ҡабул итте. Документ тикшереү эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итәсәк.


Закон проектына ярашлы, урындағы үҙидара органдарына тикшереү һөҙөмтәһе тураһындағы мәғлүмәтте ун көн эсендә бер­ҙәм тикшереү реестры­на индерергә тәҡдим ителә. Әлеге ва­ҡытта бындай мәғлүмәт тик­шереү бөткәндән һуң дәүләт контроле орга­нында бер ай эсендә ҡуйыла.
Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт­тең ҡануниәт үтәлешен тикшереү реестры исем­ле­генә индерелгән мәғлүмәт базаһын федераль башҡарма власть органдарына, субъекттарҙың дәүләт власть органдарына, урындағы үҙидара органдарына ҡарата ойошторолған тикшереүҙәр тураһындағы мәғлүмәт менән дә тулыландырыу тәҡдим ителә.
Берҙәм тикшереү реестры – тикшереү-күҙәтеү эшмәкәрлегенең асыҡлығын тәьмин итеү маҡса­тын­да булдырылған мәғлүмәт системаһы. Унда федераль, төбәк һәм муни­ци­паль власть орган­дары үткәргән тикшереү­ҙәр тураһында мәғлүмәт баҫыла.


Вернуться назад