Яңы йыл табыны ҡиммәт булмаҡсы...19.12.2017
Яңы йыл табыны ҡиммәт булмаҡсы...Ауыл хужалығы министрлығы сит илдән индерелгән аҙыҡ-түлеккә лә, үҙебеҙҙә етештерелгәндәренә лә хаҡтың артыуы кисектерелгеһеҙ сара булыуы хаҡында иҫкәртте. Ситтән килтерелгән иткә килешеү хаҡы уртаса
35 процентҡа артасаҡ, тип билдәләйҙәр ведомствола.



Статистика буйынса быйыл, был­тырғы менән сағыштырғанда, туғыҙ айҙа беренсе тапҡыр Рәсәйгә ит ри­зыҡ­тарын һәм консерваларын 12 процент­ҡа аҙыраҡ индергән­дәр, хаҡтар иһә сит илдекенә 20 процентҡа артҡан, аҡса теленә әйләндергәндә 54,3 миллион доллар­лыҡ продукция алғанбыҙ. Был хәлде импорт менән тәьмин итеү­селәр ҡиммәткә һатыусы­ларға өҫтөнлөк биреүгә лә бәйләй. Көрсөк мәлендә кеше затлы, татлы ашамлыҡ­тарҙы әллә ни алып барма­ғас, юғары хаҡтар менән был юғалтыу­ҙы ҡап­ларға мөмкин, тип уйлап эш итә ошо тармаҡта сауҙа итеү­селәр.
Ватан затлы ризыҡтарына ла хаҡ артҡан. Мәҫәлән, ҡыҙыл ыуылдырыҡтың бер килограмы элек 2,5–3 мең һум торһа, хәҙер алты меңгә барып еткән.
“Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт­тең эше – хаҡтарҙы баһалау һәм һығымта яһау. Әммә Рәсәй балыҡсылығы етәксеһе Илья Шестаков менән дә килешмәй булмай, ул баҙарҙа спекуляцияға бәйле ҡыҙыл ыуылдырыҡҡа хаҡтың артыуын белдерә. Килеп тыуған хәл уңышһыҙ балыҡ тотоу мәленә бөтөнләй бәйле түгел”, – тип иҫәпләй Балыҡсылыҡ буйынса мәғлүмәт агентлығы башлығы Александр Савельев.
Быйыл Камчаткала балыҡ тотоу миҙгеле һуңғы йөҙ йылда иң уңышлыларҙан һанала. Бөтәһе 350 мең тонна ҡыҙыл ыуылдырыҡ алғандар, был иһә йыллыҡ 18 мең тонна әҙер продукцияға тиң. Етмәһә, әле былтыр­ҙан ҡалған өс мең тоннаһы һатылып бөтмә­гән. Эске баҙар ихтыяжы йылына 12–14 мең тонна тәшкил итә. Бынан ике ай элек Балыҡсылар берлегенең уңышһыҙ миҙгел тураһында хәбәренән һуң ҡыҙыл ыуыл­дырыҡ баҙарында мәхшәр башлана. Килеп тыуған хәлде “эшлеклеләр” спекулятив маҡсатта файҙаланырға тырыша.
Ҡыҙыл ыуылдырыҡҡа хаҡ артыуының төп сәбәбе билдәле булғас, Монополияға ҡаршы хеҙмәт ниңә сара күрмәй? Мәсьәләгә тағы ла Владимир Путиндың ҡыҫылыуын көтәләрме?


Вернуться назад