Көрсөккә бирешмәйҙәр18.12.2017
Башҡа предприятиеларҙа көрсөк булһа, Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә быйыл етештереү күләме 80 миллиард һумдан ашыр тип көтөлә.

Әле предприятие уңышлы үҫешә, тауар ассортименты исемлеген дә, етештереү күләмен дә арттыра. Рәсәйҙә авиация өсөн двигателдәр етештергән төп предприятие Хөкүмәттең оборона заказдарын да үтәй.


Кейем тек кенә...

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов еңел сәнәғәт предприятиеларына субсидиялар биреү тәртибен раҫланы.

Ярҙам төбәк биләмәһендә урынлашҡан етештереүселәрҙән сеймал һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентына тиклемен ҡаплауға йүнәлтелә.
Быйыл субсидияға республика биләмәһендә туҡыма, кейем-һалым, күн һәм күн әйберҙәр етештереүҙә эшләгән тармаҡ предприятиелары дәғүә итә ала. Бынан тыш, уларҙың сит ил ойошмаларына, бюджетҡа, бюджеттан тыш фондтарға бурысы булмаҫҡа тейеш.
Документта бүленгән аҡсаны файҙала­ныуҙың һөҙөмтәлелек күрһәткесе билдәләнгән, йыл дауамында ҡулланылмаған финансты кире ҡайтарыу тәртибе, шулай уҡ ҡануниәттә ҡарал­ған башҡа саралар индерелгән. Сығымдарҙың ҡайтарыласаҡ өлөшө һәр предприятие өсөн сеймал һатып алыу күләменә пропорциональ рәүештә билдәләнә.


Эш ваҡыты ҡыҫҡартылған

Мәшғүллек бүлегенән белдереүҙәренсә, Өфөнөң 547 предприятиеһы һәм ойошмаһы йыл башынан 8543 кешене ҡыҫҡартырға мәжбүр булған. Әле лә 3847 кешенең эшһеҙ ҡалыуы ихтимал.

Эшһеҙ ҡалғандарҙың 4179-ы үҙенә шөғөл тапҡан, шул иҫәптән 1554 кеше – үҙ ойошма­һында. Бары 618 кеше эш һорап мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт иткән.
868 кеше тулы булмаған графикка күсерел­гән, шул иҫәптән Өфө приборҙар эшләү берек­мәһендә – 583 эшсе. Был етештереү күләменең кәмеүенә бәйле, кешене эштән күпләп ҡыҫҡар­тыуға юл ҡуймаҫ өсөн күрелгән сара. Ошо сәбәпле “Прогресс” йәмғиәте – 111, “Урал-Гео” метрология тикшеренеүҙәр үҙәге 42 кешенең эш көнөн ҡыҫҡартырға мәжбүр булған.
Башҡортостандың мәшғүллек үҙәге күрһәт­кән һандар буйынса әле республикала 19,3 мең самаһы эшһеҙ рәсми теркәлгән, ә йыл башында улар 23,6 мең тирәһе булған. Шул уҡ ваҡытта төбәктә 42,9 меңдән ашыу вакансия бар, йыл башында был һан 32,4 меңгә тиң ине.


Төпкөлдә
халыҡ аҙая


Быйыл республикала һәм муниципалитеттарҙа демография һәм миграция мәсьәләләрен тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, ҡала халҡының һан буйынса артыуы күҙәтелә – 2010 йылда үткәрелгән халыҡ иҫәбен алыу күрһәткестәре менән сағыштырғанда, ул 2,3 процентҡа артҡан. Ә ауыл ерендә, киреһенсә, 3,9 процентҡа кәмегән. Һөҙөмтәлә республикала халыҡ һаны 0,13 процентҡа аҙайған.

Эре ҡалалар янында урынлашҡан ауылдар­ҙа йәштәр һанының артыуы күҙәтелә, ә төп­көлдәге ауыл биләмәләрендә, киреһенсә, халыҡ һаны кәмей. Унда ололар һанының артыуы күҙәтелә.
Республикала ваҡытлыса хеҙмәт миграция­һының бермә-бер артыуы күренә. “Росстат” мәғлүмәте буйынса, 2011–2016 йылдарҙа был һан 113 меңдән 148 мең кешегә күбәйгән. Социология мәғлүмәттәре буйынса, ауыл ерендә вахта ысулы буйынса эшләгәндәр һаны – 70 процент, ауылда йәшәп, ҡалала тир түккәндәр 80 процент тәшкил итә.


15 миллиард һумлыҡ зыян

Быйыл, 2016 йыл менән сағыштырғанда, илдә урман янғындары һаны күпкә кәмегән (10 процентҡа), ошондай 9,2 мең осраҡ теркәлгән.

Һөҙөмтәлә зарарланған урман майҙаны ла аҙыраҡ – былтыр 2,4 миллион гектар булһа, быйыл 1,4 миллион гектар (44 процент) тәшкил иткән. Әлбиттә, урман фондына килтерелгән зыян күләме лә 24 миллиард һумдан 15 миллиард һумғаса кәмегән. Урман янғынының тораҡ пункттарына, иҡтисад объекттарына күсеүенә юл ҡуйылмаған.
Был бәләләрҙә күп осраҡта кеше ғәйепле. Мәҫәлән, республикала быйыл теркәлгән 38 янғындың 31-е халыҡтың ут менән һаҡ эш итмәүе арҡаһында башланған. Баҫыуҙарҙы үртәү сәбәпле өс янғын сыҡҡан, дүрт осраҡта йәшендән барлыҡҡа килгән. Төбәктә бөтәһе 354,52 гектар майҙанда урман зарарланған. Уларҙы һүндереүгә 637 кеше, 178 берәмек техника йәлеп ителгән. Ауылдар һәм иҡтисад объекттары зыян күрмәгән.


Вернуться назад