Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында “Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” бәйгеһендә бөтәһе 57 ҡатнашыусы (41 район һәм 16 ҡаланан) көс һынашты.Республикабыҙҙың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡованың һүҙҙәренә ҡарағанда, конкурстың абруйы йылдан-йыл арта бара, шул уҡ ваҡытта уның яңы форматта уҙғарылыуы мөһим.
Конкурсты асыу һәм ябыу тантаналарында Өфө ҡалаһының 3-сө, 51-се, 166-сы, 278-се балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм тәрбиәселәре йыр менән сығыш яһаны, ә Тимур Исмәғилев шиғыр һөйләп ишеттерҙе.
Бер нисә өлөштән торған конкурстың финалына иң-иңдәр генә етте.
Шулай итеп, “Иң яҡшы тәрбиәсе” номинацияһында Розалия Ваһаповаға (Нефтекама ҡалаһы, 7-се балалар баҡсаһы) етеүсе табылманы, “Иң яҡшы музыка етәксеһе” тип Татьяна Жильцова (Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы, “Бәпембә” балалар баҡсаһы) танылды, “Иң яҡшы физик культура инструкторы” исеменә Эльза Казакова (Октябрьский ҡалаһы, 32-се “Золушка” балалар баҡсаһы) лайыҡ булды. Ә “Башҡортостан мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы” еңеүсеһе – Өфө ҡалаһынан 277-се балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Светлана Титова.
– Һәр бала һәләтле, уны күрә белеү шарт, – тип һөйләй Светлана Петровна. – Уларҙың һәр береһе менән айырым шөғөлләнеү яҡлымын. Әлбиттә, күмәк булғанда лидерҙар айырылып тора. Ә бына бүтәндәрҙе әүҙемләштереү уҡытыусының оҫталығына туранан-тура бәйләнгән.
Конкурста еңеү яулауҙы трамплин менән сағыштыралар. Ысынлап та, бындай бәхеткә ирешкән кеше киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ бәйгелә ҡатнашыу хоҡуғын ала. Әгәр ҙә призлы урын эләкмәне икән, һис кенә лә борсолорға кәрәкмәй. Берәү әйтмешләй, еңеү мөһим түгел, ә ҡатнашыу үҙе ни тора! Килешәйек, ошо көндәрҙә күпме фекерҙәштәр тапты улар, үҙҙәренең мөмкинлектәрен һынап һәм самалап ҡараны. Ваҡытты файҙалы уҙғарыуҙан тыш, тыуған яҡтарына бай тәьҫораттар менән ҡайтты конкурсанттар.